Эстәлеккә күсергә

Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гузяль Маликова битенән йүнәлтелде)
Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 ноябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы (8 ноябрь 1962 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Гүзәл Хәсән ҡыҙы Маликова 1962 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә, әлеге көнгә тиклем шунда эшләй.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ляля Моисеевна («Возлюбленная», Р. Байбулатов),
  • Мәбрүрә («Аҫылйәр» музыкаль драмаһы, М. Фәйзи пьесаһы буйынса),
  • Маруи («Утраченные грёзы» драмаһы, Ә. Атнабаев),
  • Октябрина («Мөхәббәткә кәртә юҡ», Н. Ғәйетбаев),
  • Мадам Труабаль («Минең ҡатынымдың исеме Морис», Раффи Шарт),
  • Ырыу башлығы («Ай тотолған төндә», М. Кәрим),
  • Әсә («Артур+Нэнси», Ә. Дилмөхәмәтова),
  • Шатмантамаҡ ҡарсыҡ («Алтын йөрәк», С. Сурин),
  • Аҡһылыу («Дала ҡыҙы», А. Йәғәфәров),
  • Әсә («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәк», Сыңғыҙ Айытматов),
  • Әбей (ҡырғыҙ режиссеры һәм авторы Нурлан Абдыкадыровтың «Теләк бишеге» мәҫәле).

Фильмдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ай ҡыҙы» нәфис фильмында Йәмилә роле (Ф. Бүләков сценарийы буйынса, режиссеры Ә. Нурмөхәмәтов).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]