Эстәлеккә күсергә

Эллен Гульбрансон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гульбрансон Эллен битенән йүнәлтелде)
Эллен Гульбрансон
швед. Ellen Gulbranson
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
 Норвегия
Тыуған көнө 4 март 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[5] (83 йәш)
Вафат булған урыны Осло, Норвегия
Ерләнгән урыны Осло
Һөнәр төрө опера йырсыһы, музыка педагогы
Уҡыу йорто Королевская Стокгольмская высшая музыкальная школа[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1915
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
королевская медаль Заслуг
 Эллен Гульбрансон Викимилектә

Эллен Гульбрансон (швед. Ellen Gulbranson, тыумыштан Нордгрен; 4 март 1863 йыл — 2 ғинуар 1947 йыл) — Швецияның опера йырсыһы (драматик сопрано). Уның киң диапазонлы көслө драматик тауышы Рихард Вагнерҙың әҫәрҙәренә нығыраҡ тура килә. Икенсе быуын Байройт йырсылары араһында ул төп фигура була. XX быуат башында уның тауышының Edison Records һәм Pathé Records өсөн яҙҙырылған бер нисә акустик яҙмаһы һаҡланған. 1911 йылда король Ҡаҙаныштар Миҙалы менән бүләкләнә.

1863 йылдың 4 мартында Стокгольмда тыуған. Башта Стокгольм консерваторияһында Джулиус Гюнтер етәкселегендә, ә һуңынан Парижда Эллен Кеннет һәм билдәле педагог Матильда Маркезиҙа уҡый[6]. Артабан ул шулай уҡ уның ҡыҙы Бланш Маркезиҙа уҡый. Бланш Маркези Гульбрансон тауышының иң юғары ноталарын нығыта һәм уның тауышын меццо-сопранонан драматик сопраноға үҙгәртә.

Гульбрансон 1886 йылда Стокгольмда концертта тәү башлап сығыш яһай. 1889 йылда Стокгольм опера сәхнәһендә Джузеппе Вердиҙың «Аида» операһында Амнерис ролендә тәү башлап сығыш яһай. Ошо сығышынан һуң Швед короле операһы труппаһына ҡабул ителә һәм тиҙҙән солисткаға әүерелә[7]. 1898 йылда ул Брунгильда һәм Ортруданың Вагнер партияларын башҡара. Гульбрансон был героиняларҙы уйнауҙа камиллашыуын дауам итә. Шулай уҡ «Парсифалдә» Кундри һәм «Тристан һәм Изольдала» Изольда партияларын башҡарыуҙа уңыш ҡаҙана.

1896 йылда ул беренсе тапҡыр Байрёйт фестивалендә ҡатнаша, унда Брунгильда партияһын башҡара. Был сығышы Гульбрансонға донъя күләмендә танылыу килтерә, һәм ул Байройтта 1914 йылға тиклем йыл һайын йырлауын дауам итә. Концерт һәм опера йырсыһы булараҡ гастролдәрҙә йөрөй, Берлинда, Парижда, Амстердамда, Лондонда, Мәскәүҙә сығыш яһай.

1915 йылда сәхнәнән киткәндән һуң ул йыр уҡытыусыһы булып эшләй. 1923 йылдан Осло ҡалаһында уҡыта, Норвегия гражданлығын ала. Уның иң билдәле уҡыусыларының береһе — Эйде Норена. Гульбрансон 83 йәшендә Осло ҡалаһында вафат була[8]. Вестре Гравлюнд зыяратында ерләнгән.

Эллен Гульбрансондың ире генерал-полковник Ханс Питер Френсис Гульбрансон, уларҙың ҡыҙы бизнесмен Ульф Стиренға кейәүгә сыға[9].

  1. Record #13715061 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 http://calmview.musikverk.se/CalmView/Record.aspx?src=CalmView.Persons&id=DS/UK/1367 — 2017.
  3. Ellen Gulbranson // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  4. Eren Guruburanson // LIBRISНациональная библиотека Швеции.
  5. Ellen Gulbranson // Discogs (ингл.) — 2000.
  6. Гульбрансон Эллен // Музыкальная энциклопедия. Т. 2 (1974). Гондольера — Корсов
  7. Гульбрансон Эллен // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 146. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
  8. Ellen Gulbranson. www.wagneropera.no.
  9. Steenstrup, Bjørn, ed. (1973), "Styren, Ulf", Hvem er hvem?, Oslo: Aschehoug, p. 540, <http://runeberg.org/hvemerhvem/1973/0540.html>. Проверено 12 июнь 2014.