Эстәлеккә күсергә

Гунилла Юханссдоттер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гунилла Юханссдоттер
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Титул королева-консорт[d]
Тыуған көнө 25 июнь 1568({{padleft:1568|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Эстергётланд[d], Швеция
Вафат булған көнө 25 июнь 1597({{padleft:1597|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[4][1][2][…] (29 йәш)
Вафат булған урыны Броборг[d], Норрчёпинг[d], Эстергётланд[d], Швеция[1]
Ерләнгән урыны Кафедральный собор Уппсалы[d][5]
Атаһы Юхан Аксельссон Бельке[d][1]
Бер туғандары Axel Bielke[d]
Хәләл ефете Юхан III[d][1]
Балалары Юхан[d]
Нәҫеле Васа[d]
Һөнәр төрө консорт
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Гунилла Юханссдоттер Викимилектә

Гунилла Бельке, тыумыштан Гунилла Юханссдоттер (швед. Gunilla Bielke, Gunilla Johansdotter; 25 июнь 1568 йыл Лильеста, Эстергетланд — 19 июль 1597 йыл, Броборг замогы Эстергетланд) — швед короле Юхан III икенсе ҡатыны (1585—1592 йылдарҙа уның консорты).

Гунилла (үҙен үҙе Гуннел тип атай) Юханссдоттер боронғо швед аҡһөйәктәр ырыуы Бельке аф Окерё нәҫеленән була. Уның атаһы Юхан Аксельссон Бельке (1576 й. үлгән) һәм әсәһе Маргарет Аксельдоттер Лоссе вафат булғанда, Гунилла сабый бала була. Ҡыҙ король һарайында үҫә. Швеция короле Юхан III беренсе ҡатыны Катарина Ягеллонка үлгәс, ҡабаттан өйләнергә була һәм ул 16 йәшлек һары сәсле һылыуҡай Гунилланы һайлай.

Инде йәш булмаған Юхандың Гунилла менән никахын королдең туғандары ла, ҡыҙ үҙе лә теләмәй. Бигерәк тә быға Юхандың ҡустыһы Карл, (Швецияның буласаҡ короле Карл IX) риза булмай, ул королдең ҡатынлыҡҡа берәй принцессаны сит илдән алыуын теләй. Бынан тыш, Гунилла йәш дворян Пер Юнссон Лильеспарре менән йәрәшкән була һәм уға биргән вәғәҙәһен боҙорға теләмәй. Әммә туғандарының баҫымы аҫтында ҡыҙ ахырҙа королдең яусыларын ҡабул итә. Туй 1585 йылда Вестерос ҡалаһы замогында үтә. Принц Карл туйҙа ҡатнашмай.

Гунилла Бельке көслө характерлы шәхес була. Протестантлыҡтың үтә диндар яҡлаусыһы, ул католицизмға юнәлеш тотҡан Юханды лютеран сиркәүенең эйәреүсеһе булһын өсөн күп көс һала. 1592 йылда ире үлгәндән һуң Гунилла бер ни тиклем Стокгольмдың һарайында ҡала һәм үҙенә тейешле мираҫтың өлөшөн һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Бында уның мәнфәғәттәре принц Карлдың нәфрәтенә дусар була. Гунилла шулай уҡ Сигизмунд III Васаның (Юхан III улы һәм Польшаның короле, улар менән дин буйынса ҡапма-ҡаршылыҡ була) ҡатыны Анна Австрийская йөҙөндә дошман күрә. Анна Гунилланы һарай мөлкәтенең өлөшөн, улар 1593 йылда Сигизмунд менән Польшаға барған саҡта үҙләштерҙе, тип ғәйепләгәс, Гунилла швед башҡалаһынан китә һәм үҙенең тыуған Эстергётланд провинцияһында Броборг замогында йәшәй, унда уның берҙән-бер улы, герцог Юхан Эстергётландский хакимлыҡ итә (1589—1618). Упсальский соборында ерләнә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Gunilla Bielke (швед.) — 1917.
  2. 2,0 2,1 Gunnilda // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. Gunilla Bielke // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=12118 (нем.)
  4. Lager-Kromnow B. Gunilla Bielke — Б. 419.
  5. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  • Herman Lindqvist: Historien om alla Sveriges drottningar. — Norstedts Förlag, 2006. — ISBN 9113015249(швед.)
  • Åke Ohlmarks: Alla Sveriges drottningar (All the queens of Sweden). — 1976. — ISBN 9120047959(швед.)
  • Herman Lindqvist: Historien om alla Sveriges drottningar (History of all the queens of Sweden). — 2006. — ISBN 9789173134071(швед.)