Гәрәев Риф Рәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гәрәев Риф Рәхим улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 24 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Архангел
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты

Гәрәев Риф Рәхим улы (рус. Гареев Риф Рахимович) (24 февраль 1938 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1985 — 1989 йылдаҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, БАССР министры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәрәев Риф Рәхим улы 1938 йылдың 24 февралендә Башҡортостаның Архангел районы Архангел ауылында донъяға килгән. Милләте буйынса башҡорт. Юғары белемле — 1970 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын, Өфө индустриаль техникумын тамамлағас, 31-се треста ташсы булып башлай. Артабан шул уҡ трета бригадир була. 1959 — 1962 йылдарҙа Совет Армияһын саҡырыла. Демобилизациянан һуң шул уҡ треста мастер булып эшләй. 1966 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетында инструктор, бүлек мөдире булып эшләй. 1978 йылда «Главбашстрой» начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.

1985 —1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, БАССР министры. 1989—1991 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. [2]

Өфө ҡалаһының Совет районы, 67-се Северо-Посадский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены, «Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар. «Башҡорт АССР-ының атғаҙанған төҙөүсеһе» маҡтаулы исеме.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]