Эстәлеккә күсергә

Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гәүһәр Батталова битенән йүнәлтелде)
Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы
Тыуған көнө:

22 декабрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Ижад йылдары:

1995—2018

Наградалары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002)

Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22 декабрь 1965 йыл) — тележурналист, дәүләт хеҙмәткәре. 2011 йылдан «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).

Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова 1965 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

  • 1988—1998 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһының балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙары мөхәррире.
  • 1999—2010 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының ижтимағи-сәйәси программалары редакторы.
  • 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡҡа ҡараған «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры.

Гәүһәр Батталова түбәндәге телефильмдарҙың сценарий авторы.

  • 2002 «Батыр», «Эльбрус», Янсыҡ («Кисет»)
  • 2003 «Йөрәк» («Сердце»),
  • 2004 «Мин үлмәнем, башҡорттар!» («Я не умер, башкиры!»),
  • 2006 «Ер ҡөҙрәте» («Притяжение земли»),
  • 2010 «Ахмет‑Заки Валиди Тоган. Долгий путь домой»

Гаухар Тимерхановна Батталова пришла на телевидение в конце 80-х годов. Ее творческое становление происходило на моих глазах, и я всегда строго относился к работам Гаухар. Годы пролетели быстро, и вот Батталова ныне — одна из самых признанных мэтров телевидения республики. Ничем не измерить, сколько сил и времени потребовали от нее архивы Турции, стран Средней Азии, ряда европейских государств. В них — откровения и открытия, доселе остававшиеся неизвестными башкирскому телезрителю. Интервью же с известными зарубежными учеными раскрыли перед нами искусного собеседника с неуемной жаждой узнать об Ахмет-Заки Валиди побольше, ибо автор понимала, что каждое слово об ученом, любой факт о его жизни и деятельности войдут в сокровищницу духовной культуры как башкир, так и всех народов Башкортостана[1].

Гәүһәр Батталова, тапшырыуҙарын, репортаждарын башҡорт телендә лә, һәм рус телдендә лә оҫта алып барҙы. Тәжрибәле тележурналист булараҡ, яңы эшләп башлаған йәш коллегаларына ярҙам иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002)
  • Кутлугаллямов Марсель. Добродетели трудная судьба — Республика Башкортостан, 2010, 15 сентябрь.
  1. [1] 2014 йыл 30 август архивланған. Республика Башкортостан. 15.09.2010]