Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы
Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы | |
Тыуған көнө: |
22 декабрь 1965 (58 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: |
1995—2018 |
Наградалары: |
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002) |
Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22 декабрь 1965 йыл) — тележурналист, дәүләт хеҙмәткәре. 2011 йылдан «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова 1965 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
- 1988—1998 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһының балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙары мөхәррире.
- 1999—2010 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының ижтимағи-сәйәси программалары редакторы.
- 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡҡа ҡараған «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры.
Гәүһәр Батталова түбәндәге телефильмдарҙың сценарий авторы.
- 2002 «Батыр», «Эльбрус», Янсыҡ («Кисет»)
- 2003 «Йөрәк» («Сердце»),
- 2004 «Мин үлмәнем, башҡорттар!» («Я не умер, башкиры!»),
- 2006 «Ер ҡөҙрәте» («Притяжение земли»),
- 2010 «Ахмет‑Заки Валиди Тоган. Долгий путь домой»
Гаухар Тимерхановна Батталова пришла на телевидение в конце 80-х годов. Ее творческое становление происходило на моих глазах, и я всегда строго относился к работам Гаухар. Годы пролетели быстро, и вот Батталова ныне — одна из самых признанных мэтров телевидения республики. Ничем не измерить, сколько сил и времени потребовали от нее архивы Турции, стран Средней Азии, ряда европейских государств. В них — откровения и открытия, доселе остававшиеся неизвестными башкирскому телезрителю. Интервью же с известными зарубежными учеными раскрыли перед нами искусного собеседника с неуемной жаждой узнать об Ахмет-Заки Валиди побольше, ибо автор понимала, что каждое слово об ученом, любой факт о его жизни и деятельности войдут в сокровищницу духовной культуры как башкир, так и всех народов Башкортостана[1].
Гәүһәр Батталова, тапшырыуҙарын, репортаждарын башҡорт телендә лә, һәм рус телдендә лә оҫта алып барҙы. Тәжрибәле тележурналист булараҡ, яңы эшләп башлаған йәш коллегаларына ярҙам иткән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кутлугаллямов Марсель. Добродетели трудная судьба — Республика Башкортостан, 2010, 15 сентябрь.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Управление по государственной охране объектов культурногонаследия Республики Башкортостан"Древняя Уфа"
- Марсель Кутлугаллямов. Добродетели трудная судьба 2018 йыл 23 март архивланған. Республика Башкортостан (гәзит). 15.09.10
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [1] 2014 йыл 30 август архивланған. Республика Башкортостан. 15.09.2010]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса журналистар
- 22 декабрҙә тыуғандар
- 1965 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Башҡортостан журналистары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
- Шәхестәр:«Башҡортостан» ТРК
- Рәсәй тележурналистары
- Рәсәй радиожурналистары
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре