Эстәлеккә күсергә

Гөбәклетәпә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гёбекли-Тепе*
Göbekli Tepe**
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы

Göbekli Tepe, Urfa.jpg
Гөбәклетәпә харабалары
Илдәр Төркиә Төркиә
Тибы Мәҙәни
Критерийҙар i, ii, iv
Һылтанма 1572
Төбәктәр*** Европа һәм Көнбайыш Азия
Индерелгән 2018  (неизв. сессияла)


' (Төркиә)
Точка
'
* Название в официальном рус. списке
** Название в официальном англ. списке
*** Регион по классификации ЮНЕСКО

Гөбәклетәпә (Гёбекли́-Тепе́ төр. Göbekli Tepe) — «Ҡорһаҡлы уба», шулай уҡ «Кендекле уба» тигән аңлатма менән дә билдәле[1][2][3], курд. Xirabreşk) — Көньяҡ-Көнсығыш Анатолия төбәгендә Шанлыурфа ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта, Оренджик (Örencik, Haliliye) ауылынан 2,5 километрҙа урынлашҡан ҡорам комплексы[4][5] (Турция)[6].

Донъялағы эре мегалитик ҡоролмалар араһында иң боронғоһо булып тора. Йәше — 12 000 йыл, яҡынса б. э. т. IX мең йыллыҡ[7], согласно геомагнитным исследованиям, проведённым в 2003 году[8].

Гөбәклетәпә — донъялағы иң боронғо эре мегалитик ҡоролмаларҙың береһе. 2003 йылда үткәрелгән геомагнит тикшеренеүҙәренә ярашлы, уның йәше 12 000 йыл, кәмендә яҡынса б. э. т. IX[9] быуат менән баһалана[8]. Түңәрәк формаһындағы (концентрик әйләнмә) 20-ләп ҡоролманан ғибәрәт. Ҡайһы бер колонналарҙың өҫкө йөҙө рельеф менән ҡапланған. Оҙаҡ ваҡыт (9,5 мең йыл) бейеклеге 15 метр һәм диаметры яҡынса 300 метрға яҡын булған Гөбәклетәпә убаһы аҫтында йәшеренеп ятҡан. Гөбәклетәпә һәм Невалы-Чори археологик табылдыҡтары Яҡын Көнсығыш һәм дөйөм алғанда Евразияның иртә неолиты тураһында ҡараштарҙы революцион рәүештә үҙгәртте[8].

Гөбәклетәпә археологтарға 1960-сы йылдар башында уҡ билдәле булған, ләкин уның ысын әһәмиәте оҙаҡ ваҡыт аныҡ ҡына аңлайышлы булмаған. Америка археологы Петер Бенедикт (Peter Benedict) уның аҫтында Византия дәүерендәге зыярат урынлашҡан тип уйлаған. 1994 йылдан алып ҡаҙыныу эштәрен һәм тикшеренеүҙәрҙе Шанлыурфа (Şanlıurfa) музейы менән берлектә Клаус Шмидт Klaus Schmidt (archaeologist) етәкселегендә Германия археология институтының Истанбул бүлексәһе алып бара. Табылған таштарҙың күренеше буйынса Шмидт бының таш быуат торлағы икәнлеген билдәләгән. Ер ҡаҙыу эштәре башланғанға тиклем үк ҡалҡыулыҡты урындағы игенселәр файҙаланған, улар ҡамасаулап ятҡан таш блоктарҙы тартып сығарған һәм уларҙы өйөп ҡуя йәки ер ҡатламы менән күмә торған булған. Археологтар билдәле ҡалҡыулыҡтың тәбиғи юл менән барлыҡҡа килә алмауын асыҡлай һәм тиҙҙән таштар араһында семәрле һүрәттәр эҙҙәре менән Т рәүешендәге колонналарҙы таба[10].

Т-рәүешле колонналарҙың береһендә януар һыны.

Дөйөм күренеше
Ҙурайтылғанда
Ҡабан статуяһы
«Ҡоҙғон ташы» атамаһы менән билдәле пиктограмма

Бөгөнгө көндә Гөбәклетәпә ғибәҙәтханалары — боронғо ғибәҙәтханалар тип танылған. Уларҙы төҙөү мезолитта уҡ башланған һәм бер нисә мең йыл дауам иткән.

Археологик комплекс неолит дәүеренә ҡараған өс төп ҡатламдан тора. Керамикаға тиклемге А неолиты мәҙәниәтенә ҡараған III ҡатлам (PPNA) иң боронғоларҙан һанала[11]. Иң боронғо ҡатламда (III ҡатлам) эшкәртелмәгән таштан түңәрәк йәки оҙонса түңәрәк формала стеналар менән тоташтырылған бейеклеге 3 м тиклем монолит колонналар табылған. Ошондай колонналарҙы ҡоролманың уртаһына ҡуйғандар. Иҙәне яндырылған эзбизташтан, стена буйлап тәпәш таш эскәмйәләр теҙелгән. Бынан тыш, ғибәҙәтханала ҡабан һәм төлкө скульптуралары ҡуйылған. Диаметры 10 метрҙан 30 метрға тиклемге шундай дүрт ҡоролма асылған. Геофизик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, ҡалҡыулыҡтың аҫтында тағы шундай 16 ҡоролма йәшеренгән. Ташты яҡындан, таш шыналар ярҙамында ватып, сығарғандар. Та эшкәрте урындарында (каменоломня) оҙонлоғо 9 метрға еткән тамамланмаған бер нисә колонна табылған.

II ҡатлам б. э. т. 7500 — 6000 йылдарға, керамикаға тиклемге В неолитына (PPNB) тура килә. Был дәүерҙә тупраҡ ҡатламы менән ҡапланған боронғо ҡоролмалар өҫтөндә шымартылған эзбиз иҙәнле дүрт мөйөшлө залдар һалынған. Өҫкө ҡатлауҙар тәбиғәт кренештәре тарафынан ашалыу һәм һуң игенселек тәьҫиренән зыян күргән.

Ғибәҙәтхана колонналары йәнлектәр һәм абстракт пиктограммалар рәүешендә ташҡа һырланған рельефтар менән биҙәлгән. Улар яҙыу системаһы була алмай, әммә башҡа неолитик мәҙәниәттәргә билдәле булған үҙ мәҙәниәтенең дөйөм ҡулланылыштағы сакраль символдарын сағылдыра.

Танылған һүрәттәр араһында — үгеҙҙәр, ҡабандар[12], төлкөләр, арыҫландар, ғәзәлдәр, йыландар һәм крокодил, ҡырмыҫҡалар, саяндар, үрмәкселәр, ҡоштар, йышыраҡ грифтар һәм өйрәктәр бар.

Грифтарҙың һүрәттәре урындағы культтың үҙенсәлеге менән бәйле; мәйеттәрҙе ерләмәгәндәр, ашарға ҡалдырғандар (һуңыраҡ был утҡа табыныусыларҙа ҡабул ителгән), ә уларҙың баштарын кәүҙәнән айырғандар һәм ата-баба культы предметы (элекке натуфий мәҙәниәтендәге кеүек) итеп һаҡлағандар. Кеше һүрәттәре күп түгел, улар араһында — грифтар менән уратып алынған, башһыҙ кәүҙә һүрәте. Т рәүешендәге колонналарҙа, моғайын, кешене аңлатҡан ҡул һүрәттәре бар[13].

Ғибәҙәтханаларҙа бик күп саҡматаш артефакттар (күбеһенсә уҡ башаҡтары һәм ҡырғыстар), шулай уҡ хайуан һөйәктәре табылған. Ғибәҙәтхана комплексы унан йөҙәрләгән саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән кешеләр өсөн изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу объекты булған, тип күҙаллана. Бында йола ғәмәлдәре һәм, бәлки, ҡорбан килтергәндәрҙер. Шуға ҡарамаҫтан, ғибәҙәтхана эргәһендә дин әһелдәренең күбеһе даими йәшәгән[14].

Комплекс формаль рәүештә керамикаға тиклемге неолит мәҙәниәтенә ҡараһа ла, төҙөлөштөң башланғыс этабында унда ҡулға эйәләштерелгән хайуандарҙың йәки үҫемлектәрҙең эҙҙәре табылмаған. Ҡорамды һунарсы-йыйыусылар төҙөй башлаған. Шул уҡ ваҡытта, игенселәр төҙөлөштө тамамлаған. Генетик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, культуралаштырылған бойҙай Гөбәклетәпәнән 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Карачадаг тауында (Karacadağ) үҫкән ҡырағай төрсәнән сығарылған[15]. Гөбәклетәпә культы игенселек барлыҡҡа килеүҙә төп роль уйнаған, тип күҙаллана.

Архитектура психологы Коллин Эллард фекеренсә, комплекс төҙөлөшө утилитар түгел, ә тылсымлы (магические) маҡсаттарҙы күҙ уңында тотҡан булырға тейеш. Колонналарҙа үлем ҡурҡыуын еңеп сығыу өсөн тотем һүрәттәре уйып яҙылған, тип иҫәпләй Эллард. Икенсе фараз буйынса, Гөбәклетәпә сирҙәрҙән һауыҡтырыу урыны булараҡ уйланылғандыр[16].

Моғайын, ҡоролмалар ғибәҙәтхана комплексы түгел, ә обсерваториялыр[17].

Хронологик контекст

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөбәклетәпә ғибәҙәтхана комплексына ҡарата бөтә һығымталар әлегә яҡынса яһала, сөнки ҡаҙыныу эштәре уның биләмәһенең 5%-ында ғына алып барыла. Археологтар иҫәпләүенсә, тикшеренеүҙәр 50 йылға яҡын дауам итәсәк. Ҡаҙыныу эштәре етәксеһе Клаус Шмидт, археологик ысулдар камиллашырға тейешлеген күҙаллап, комплекстың күпселек өлөшөн, киләсәк быуын ғалимдарын һаҡлап ҡалып, тейелмәй ҡалдырыуҙы күҙ уңында тотҡан[10].

Тикшерелгән III ҡатламдың тамамланыу датаһы б. э. т. IX мең йыллыҡ, ә уның башы б. э. т. X мең йыллыҡ йәки элегерәккә ҡарай. II ҡатлам б. э. т. VIII—IX мең йыллыҡтарға ҡарай.

Комплекс неолит революцияһына тиклем үк барлыҡҡа килгәнгә күрә, ошо төбәктә игенселек һәм малсылыҡтың килеп сығышын б. э. т. IX мең йыллыҡтан һуңғыраҡ заманға индерергә кәрәктер, күрәһең. Шул уҡ ваҡытта бындай ҙур ҡоролманы төҙөү байтаҡ кешеләрҙең һәм билдәле бер социаль ойошмаларҙың тырышлығын талап иткән бит инде. Мезолитҡа был хас түгел.

Яҡынса баһалауҙар буйынса, 10-20 т ауырлыҡтағы колонналарҙы егеп эшләгән хайуандар булмаған оорҙа 500 м алыҫлыҡағы таш эшкәртеү урынынан һөйрәп килтерер өсөн яҡынса 500 кешенең көсәнеүе талап ителгән. Ысынында ҡайһы бер колонналарҙың ауырлығы 50 тоннаға яҡын, шуға күрә тағы ла күберәк кешеләр кәрәк булған[18]. Хатта бындай эштәрҙә ҡол хеҙмәтен ҡулланғандар, тип тә фаразлайҙар[19], әммә ундай ысул һунарсылар һәм йыйыусылар берләшмәһенә хас булмаған. Бындай эштәр планға ярашлы тырышлыҡ һәм күп кешеләр бер дини йә хәрби лидерға буйһонған социаль иерархия булыуын талап итә ине, һәм дин әһеле артабан йолалар үткәреүҙе контролдә тоторға тейеш ине. Был осраҡта, боронғо тарихи дәүерҙә ғибәҙәтхана комплексын булдырыу неолит мәҙәниәте үҫешенең бик иртә этабында социаль ҡатламдарға тарҡалыу күренеше мөмкинлеге хаҡында һөйләй.

Б. э. т. VIII мең йыллыҡ башында Гөбәклетәпә ҡорам комплексы элекке әһәмиәтен юғалта. Ләкин, тәбиғи ашалыу һөҙөмтәһендә аҡрынлап емерелһен өсөн, унан киткәндәр һәм онотҡандар тип тә әйтерлек түгел. Ул яуыз ниәт менән 300—500 м³ күләмендә ер менән күмелгән. Кем һәм ни өсөн быны эшләгәне билдәһеҙ.

Гамкрелидзе һәм Иванов күҙлегенән ҡарағанда, урын бөтә һинд-европа халыҡтарының тыуған төйәге булған, әммә бының менән күп кенә ғалимдар, атап әйткәндә, Джеймс Патрик Мэллори, килешмәгән, ҡаршы төшкән[20]. Был ҡарашҡа Анатолий гипотезаһы яҡын — ул һинд-европа телдәре иррадиацияһы үҙәген Анатолияның көнбайышына күсерә.

  • 2010 йылда ҡаҙыу эштәре урынынан өҫкө өлөшөндә кеше башы һәм аҫҡы өлөшөндә хайуан рельефы төшөрөлгән стела урланған. Ошо ваҡиғанан һуң ҡаҙыу эштәре урынына сит кешенең инеүе сикләйҙәр. Әлеге ваҡытта туристар килеп ҡарарлыҡ һәйкәл асыу күҙаллана[21].
  • Комплекс төҙөлөшө уның нигеҙендә тәбиғи цемент һәм бетон асылыуға бәйле булыуы ихтимал, тигән фараз бар[22].
  • 2017 йылда Эдинбург университеты тикшеренеүселәре Гөбәклетәпә ҡорам комплексы колонналарындағы символдарға анализ яһауҙары хаҡында хәбәр итте. Һүрәттәр күк есемдәренең урынын аңлата, тип уйлап, уларҙы шул осор йондоҙлоҡтары картаһы менән сағыштырып, беҙҙең эраға тиклем 10950 йыл тирәһендә Ергә комета ҡолауы ихтимал, тигән һығымтаға килгән. Уларҙың фекеренсә, башһыҙ кешенең һүрәте күп һанлы ошо һәләкәт ҡорбандарын күрһәтеүе мөмкин. Б. э. т. XI мең йыллыҡ аҙағынан X мең йыллыҡ аҙағына тиклем дауам иткән һуңғы дриас тип йөрөтөлгән осор климаттың ҡапыл һалҡынайыуы менән билдәләнгән[23]
  1. Төркиәләге ысын Ер Кендеге. Блик Online (12 март 2007). Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 13 март 2012 года. 2009 йыл 18 май архивланған.

    Археологтар Ер кендеген тапҡан. Кендек тауындағы ҡорам комплексы 12 мең йыл элек төҙөлгән. Был «изге урын» Стоунхэдждан да, тәүге Мысыр пирамидаларынан да боронғораҡ.

  2. Brian Haughton. Göbekli Tepe - the World's First Temple? (ингл.). Ancient History Encyclopedia (4 май 2011). Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 13 март 2012 года.

    Göbekli Tepe (Turkish for the ‘hill of the navel’) is a 1000 foot diameter mound located at the highest point of a mountain ridge, around 9 miles northeast of the town of Şanlıurfa (Urfa) in southeastern Turkey.

  3. Sandra Scham. The World's First Temple (ингл.). Volume 61 Number 6. ARCHAEOLOGY (2008). Дата обращения: 3 ғинуар 2012. Архивировано 13 март 2012 года.

    Schmidt has another theory about how Göbekli Tepe became a sacred place. Though he has yet to find them, he believes that the first stone circles on the hill of the navel marked graves of important people.

  4. Armenian Highland (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 13 февраль 2019.
  5. Большая советская энциклопедия. Статья:

  6. Sharon R. Steadman, Gregory McMahon. The Oxford handbook of ancient Anatolia (10,000-323 BCE). — Oxford University Press, 2011. — P. 917. — ISBN 9780195376142. — DOI:10.1093/oxfordhb/9780195376142.001.0001.
  7. Professor Klaus Schmidt's views on Gobekli Tepe (ингл.). Archaeo News. Stone Pages (31 ғинуар 2011). Дата обращения: 10 февраль 2016. Архивировано 3 июль 2018 года.

    «Finds at Göbekli Tepe and natural scientific age determination place the site in the 10th millennium BCE» he says, highlighting, «It appears that building activity at Göbekli Tepe ended at the end of the 9th millennium BCE.»

  8. 8,0 8,1 8,2 Charles C. Mann Göbekli Tepe (инг.) // National Geographic. — 2011. — Vol. 219. — № 6. — С. 39.
  9. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2011-01-31. Archaeo News. Дата обращения: 3 июль 2018.
  10. 10,0 10,1 Curry, Andrew Gobekli Tepe: The World’s First Temple? Smithsonian.com. Smithsonian Institution (ноябрь 2008). Дата обращения: 9 октябрь 2011. Архивировано 13 март 2012 года.
  11. E. B. Banning So Fair a House: Göbekli Tepe and the Identification of Temples in the Pre-Pottery Neolithic of the Near East (инг.) // Current Anthropology. — 2011. — Vol. 52. — № 5. — С. 619—660. — DOI:10.1086/661207

    The site has three main stratigraphic levels that belong to the Neolithic. Level III, the oldest, apparently dates to the Pre-Pottery Neolithic A (PPNA) or Early PPNB (Pustovoytov 2002) and exhibits buildings that are usually oval and about 15 m −10 m in size with at least two concentric walls built around and often incorporating a bilaterally symmetrical arrangement of T-shaped monoliths in the perimeter and two larger ones near the center (fig. 2)

  12. Люди вырастили пшеницу для строителей святилища. Дата обращения: 21 июль 2020. Архивировано 22 июль 2020 года.
  13. Schmidt, 2006, pp. 232—8, 261-4
  14. The Guardian report 23 April 2008
  15. Heun et al., Site of Einkorn Wheat Domestication Identified by DNA Fingerprinting, Science, 278 (1997) 1312—1314.
  16. Эллард, 2016, с. 14
  17. Комета, изменившая историю: расшифрованы древние записи о глобальной катастрофе. Дата обращения: 25 апрель 2017. Архивировано 26 апрель 2017 года.
  18. The World’s First Temple. Дата обращения: 11 апрель 2009. Архивировано 13 март 2012 года.
  19. Which came first, monumental building projects or farming? Archaeo News 14 December 2008
  20. Mallory J. P. In search of the Indo-Europeans: language, archaeology, and myth — Thames and Hudson. — London, 1989. — С. 7. — 288 с. — ISBN 0-500-27616-1.
  21. Professor Klaus Schmidt's views on Gobekli Tepe (ингл.). Archaeo News. Stone Pages (31 ғинуар 2011). Дата обращения: 10 февраль 2016. Архивировано 3 июль 2018 года.

    Göbekli Tepe hit the news late last year because a 40-centimeter-high, T-shaped stela with a human head above and animal figure below was stolen from the site. The site was briefly closed to the public but security has been improved: there’s now a gate to the site and also a camera system in place. As a result of increasing interest in Göbekli Tepe, there are plans for a visitor’s center and a presentation of the site for the general public.

  22. «The hidden strengths of unloved concrete». Дата обращения: 16 ғинуар 2017. Архивировано 16 ғинуар 2017 года.
  23. Ученые узнали из древних рисунков об изменившей ход истории комете. Дата обращения: 9 июнь 2017. Архивировано 19 май 2017 года.
  • Badisches Landesmuseum Karlsruhe (ed.): Vor 12.000 Jahren in Anatolien. Die ältesten Monumente der Menschheit. Begleitbuch zur Ausstellung im Badischen Landesmuseum vom 20. Januar bis zum 17. Juni 2007. Theiss, Stuttgart 2007, ISBN 978-3-8062-2072-8
    • DVD-ROM: MediaCultura (Hrsg.): Vor 12.000 Jahren in Anatolien. Die ältesten Monumente der Menschheit. Theiss, Stuttgart 2007, ISBN 978-3-8062-2090-2
  • David Lewis-Williams and David Pearce, «An Accidental revolution? Early Neolithic religion and economic change», Minerva, 17 #4 (July/August, 2006), pp. 29-31.
  • Klaus-Dieter Linsmeier and Klaus Schmidt: Ein anatolisches Stonehenge. In: Moderne Archäologie. Spektrum-der-Wissenschaft-Verlag, Heidelberg 2003, S. 10-15, ISBN 3-936278-35-0
  • K. Schmidt, Göbekli Tepe and the rock art of the Near East, TÜBA-AR 3 (2000) 1-14.
  • Klaus Schmidt. Sie bauten die ersten Tempel. Das rätselhafte Heiligtum der Steinzeitjäger. — München, 2006. — ISBN 3-406-53500-3.
  • Klaus Schmidt: Göbekli Tepe, Southeastern Turkey. A preliminary Report on the 1995—1999 Excavations. In: Palèorient CNRS Ed., Paris 26.2001,1, 45-54, ISSN 0513-9345
  • Klaus Schmidt: Frühneolithische Tempel. Ein Forschungsbericht zum präkeramischen Neolithikum Obermesopotamiens. In: Mitteilungen der deutschen Orient-Gesellschaft 130, Berlin 1998, 17-49, ISSN 0342-118X
  • K. Pustovoytov: Weathering rinds at exposed surfaces of limestone at Göbekli Tepe. In: Neo-lithics. Ex Oriente, Berlin 2000, 24-26 (14C-Dates)
  • J. E. Walkowitz: Quantensprünge der Archäologie. In: Varia neolithica IV. Beier und Beran, Langenweissbach 2006, ISBN 3-937517-43-X
  • Шмидт К. Они строили первые храмы: Таинственное святилище охотников каменного века: Археологические открытия в Гёбекли Тепе = Sie bauten die ersten Tempel: Das ratselhafte Heiligtum der Steinzeitjager: Die archaologische Entdeckung am Göbekli Tepe / Клаус Шмидт; пер. с нем. А. С. Пащенко; отв. ред., прим. и послесл. Т. В. Корниенко. — СПб.: Алетейя, 2011. — 320 с. — (Историческая книга). — 1000 экз. — ISBN 978-5-91419-422-9.
  • Эндрю Коллинз. Гёбекли-Тепе: Происхождение богов. Rochester, Vermont, USA - Toronto, Canada: Bear & Company, 2014 г. 432 с. ISBN 978-159143142-8.
  • Колин Эллард. Среда обитания: Как архитектура влияет на наше поведение и самочувствие = Colin Ellard “Places of the Heart: The Psychogeography of Everyday Life”. — М.: Альпина Паблишер, 2016. — 282 p. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9614-5390-4.
Алдан килеүсе:
Донъялағы иң бейек ҡоролма
6 м

б. э. т. 10000—8000
Һуңынан килеүсе:
Иерихонская башня

Ҡалып:Всемирное наследие в Турции