Гөргөри кейәүҙәре (спектакль)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

«Гөргөри кейәүҙәре» — драматург Туфан Миңнуллиндың Гөргөри кейәүҙәре әҫәре буйынса ҡуйылған ике пәрҙәле этнографик музыкаль комедия.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спектакль беренсе тапҡыр 1995 йылдың 21 майында Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә Ренат Еникиев ҡуйылышында режиссёр Марсель Сәлимйәнов тарафынан сәхнәләштерелә башлай[1]. 2013 йылда Быуа сатира театры тарафынан да сәхнәгә ҡуйылған[2].

Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Гөргөри кейәүҙәре» музыкаль комедияһы Әбелхәйер Сафиуллин тарафынан 2014 йылдан ҡуйыла[3].

Эстәлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Гөргөри кейәүҙәре» спектакле халыҡ күҙаллауына таянып эшләнгән. Иғтибар үҙәгендә керәшен татарҙары йолалары күрһәтелә[4].

Үрбаш ауылы кешеһе Гөргөри абзый һәм Катерна түтәйҙең кесе ҡыҙҙары Үринәне бер юлы өс егет яратып йөрөй. Оло ҡыҙҙары икеһе лә кейәүгә сығып, бала үҫтерә. Шуға күрә Гөргөри абзый Үринәне керәшен татарҙары йолалары буйынса ғына кейәүгә бирергә ҡарар итә. Шунан ҡыҙ йортона яусы ебәреүҙәр, кейәүҙәр араһында көрәш, йыр, бейеү буйынса һынауҙар башлана.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]