Эстәлеккә күсергә

Давыденко Андрей Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Давыденко Андрей Владимирович (18 май 1971, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2000) — «Архпроект» ижади-архитектура фирмаһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәткәрҙәре, Өфө ҡалаһындағы «Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексын үҙгәртеп ҡороу проекты өсөн.

1995 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын (ӨДНТУ) тамамлай.

1995 йылдан — «Архпроект» ЯCЙ архитекторы, 2005 йылдан алып — оҫтахана начальнигы, 2010 йылдан — «Архпроект» ижади архитектура фирмаһы генераль директоры.

19952000 йылдарҙа Өфөләге Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын реконструкциялауҙа ҡатнаша (автотуҡталҡа һәм фонтан, Сауҙа рәттәренең «Б» блогын, административ бинаны, майҙан эргәһендәге В. И. Ленин исемендәге һәм Театр скверҙарын реконструкциялау проекттары).

30-ҙан ашыу проект, шул иҫәптән «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы клубы бинаһын реконструкциялау проекты (2004, авторҙаш), Милли банкының инеү урыны, баҫҡыстарының дизайн-проекты (1999) һәм башҡалар авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]