Дусов Данис Әкрәм улы
Дусов Данис Әкрәм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 май 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Шәрип ауылы, Миәшәгәр ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, партия эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Дусов Данис Әкрәм улы (рус. Дусов Данис Акрамович) (23 май 1947 йыл ) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе.
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Данис Әкрәм улы Дусов 1947 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Шәрип ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1970 йылда, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Малаяҙ интернат-мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1971—1972 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡас, уҡытыусы, бүлек мөдире, район гәзите мөхәррире булып эшләй. 1974—1981 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Салауат райкомының беренсе секретары, «Лағыр» совхозы партком секретары. 1981 йылдан «Лағыр» халыҡ предприятиеһы директоры. [1] Салауат районы, 248-се Нәсибаш һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре маҡтаулы исеме.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104