Эстәлеккә күсергә

Дарвин аркаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дарвин аркаһы
исп. Arco de Darwin
ингл. Darwin's Arch
Рәсем
Дәүләт  Эквадор
Административ-территориаль берәмек Галапагос[d]
Сәғәт бүлкәте UTC−6[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Тымыҡ океан
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Кулпеппер[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 18 метр
Бейеклеге/буйы 18 метр
Карта
 Дарвин аркаһы Викимилектә

Дарвин аркаһы (исп. Arco de Darwin, ингл. Darwin's Arch) — геологик ҡатлам, Эквадорға ҡараусы Тымыҡ океанда Галапагос утрауҙарының Кулпеппер утрауынан 1 километрҙа урынлашҡан тәбиғи арка. Байф диңгеҙ фаунаһы һәм тәбиғәт матурлығы арҡаһында туристар араһында популяр булған урын. Уның үрге ҡыйығы, элекке урынында ике бағана ҡалдырып, тәбиғи эрозия арҡаһында 2021 йылдың 17 майында емерелде.

Галапагос архипелагындағы (Эквадор) иң төньяҡта тип һаналған вулкан утрауы Кулпепперҙан (Дарвин булараҡ та билдәле) бер километр көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан тәбиғи арка. Ҡаянан торған ойошторма һәм утрау ер шары тирәләй сәйәхәт (1831—1836) ваҡытында эволюция теорияһы буйынса асыш яһаған, һәм архипелагта 1835 йылдың сентябрь-октябрендә булған инглиз натуралисы һәм сәйәхәтсеһе Чарлз Дарвин хөрмәтенә шулай аталған. Галапагос утрауҙарында уҙғарылған тикшеренеүҙәре ошо теория асышына булышлыҡ иткән тип иҫәпләнә .

Тәбиғи арка уны барлыҡҡа килтергән утрауҙың һәм платформаның геологик тәбиғи дауамы тип һанала. Донъя океанының кимәле түбәнерәк булған осорҙа Дарвин аркаһы һәм Кулпепер утрауы ҡоро ер аша тоташҡан була, тип иҫәпләнә. Уның бейеклеге 18 метр, оҙонлоғо — 70 метр һәм киңлеге — 23 метр тәшкил иткән[1]. Галапагос утрауҙарының символдарының береһе булған (уны хатта Париждағы Триумфаль арка менән сағыштырғандар) бай ҡырағай фаунаһы һәм тәбиғи матурлығы арҡаһында круиз лайнерҙарында сәйәхәт итеүсе туристар һәм фотографтар араһында популяр дайвинг урыны булған[2]. Ул урынлашҡан районда диңгеҙ фаунаһы түбәндәге вәкилдәргә: бронза акула-сүкештәргә, манты скаттарға, ҙур күҙле каранкстарға, скумбрияға, һары тунецҡа, дельфиндарға, кит акулаһына (июль башынан оҙонлоғо 14 метрға тиклем) бай. Шулай уҡ бында пелагик балыҡтарҙың төрлө төрҙәрен: мавритан идолдарын, галапагос ебәк һәм оҙон ҡанатлы акулаларын, орляк скатын (йыртҡыс диңгеҙ балығы), бисс һәм йәшел ташбаҡа, барракудтарҙы[1][3] осратырға мөмкин.

2021 йылдың 17 майында 17:20 UTC (урындағы ваҡыт менән иртәнге 11:20 сәғәттә), элекке урыныда ике бағана барлыҡҡа килтереп, тәбиғәт эрозияһы арҡаһында, емерелеп төштө.[4]. Galapagos Aggressor III бортындағы дайверҙар ошо ваҡиғаның шаһиты булды[5]. Емерелгәндән һуң тороп ҡалған таш бағаналарҙы туризм һәм дайвер өлкәһен хеҙмәтләндергән урындағы халыҡ — «Эволюция терәктәре» (исп. Los Pilares de la Evolución, ингл. The Pillars of Evolution)[6] тип атаны.