Эстәлеккә күсергә

Дацзу ҡая рельефтары

29°42′48″ с. ш. 105°42′25″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дацзу ҡая рельефтары*
ҡыт. ябайл. 大足石刻, пиньин: Dàzú Shíkè**
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы

Dazu.jpg
Дацзу ҡая рельефтары
Илдәр Ҡытай
Тибы мәҙәни
Критерийҙар i, ii, iii
Һылтанма 912
Төбәктәр*** Азия-Океания
Индерелгән 1999  (23 сессияла)


* Название в официальном рус. списке
** Название в официальном англ. списке
*** Регион по классификации ЮНЕСКО
Дацзу ҡая рельефтары
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 20,41 гектар,
211,12 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d][1], (ii)[d][1] һәм (iii)[d][1]
Карта
 Дацзу ҡая рельефтары Викимилектә

Дацзу (ҡыт. ябайл. 大足石刻, пиньин: Dàzú Shíkè) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Чунцин ҡалаһының Дацзу районында Бэйшань, Баодиншань, Наньшань, Шичжуаншань һәм Шимэньшань тауҙарында урынлашҡан һәм VII—X ҡараған боронғо ҡая рельефтары комплексы. Был комплекс 75 һаҡланыусы участоктарҙан тора. Дөйөм алғанда бында буддизм, конфуциан, даосизм һәм донъяуи тематикаларға ҡараған 50000-дән кәм булмаған һәйкәл иҫәпләнә, уларҙа яҙыуҙар һәм эпиграфтар булараҡ 100000-ән ашыу иероглифтар уйылып яҙылған. Улар араһында иң билдәле скульптура — «Нирвана Шакьямуни», ул 31 метр оҙонлоғондағы Будданы бер яғында йоҡлап ятҡан килеш һүрәтләй.

1961 йылда Бэйшань һәм Баодиншань тауҙарындағы боронғо ҡая рельефтары комплексы 1-45 һәм 1-46 һандары аҫтында Ҡытай Халыҡ Республикаһының ҡомартҡылары исемлегенә индерелә. 1999 йылда Дацзу ғибәҙәтханалар һәм мәмерйәләр комплексы «буддизм, даосизм һәм конфуцианлыҡтың ҡабатланмаҫ гармоник синтезын тормошҡа ашырыу» булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.

Дацзу өйәҙе VII быуатта уҡ ташты ҡырҡыу һәм һырлау кәсептәре төбәге булараҡ танылыу ала. Дацзу ҡая рельефтарынан иң боронғолары 650 йылда яһалған тип билдәләнә һәм Тан династияһы хакимлыҡ итә башлау осорона тура килә. Әммә һәйкәлдәрҙең күпләп яһалыуы X быуаттан XII быуатҡа ҡәҙәр дауам итә.

IX быуат аҙағында уҡ Чанчжоу ҡалаһының башлығы Вэй Цзюньцзин (ҡыт. ябайл. 韦君靖, пиньин: Wei Junjing), тәүгеләрҙән булып таш буйынса оҫталарға Бэйшань тауында рельефтар яһарға заказдар бирә. Уның миҫалы буйынса башҡалар ҙа эйәрә. Тан династияһы хакимлыҡ итеү осоро, Биш династия хакимлыҡ итеү осоро һәм Ун батшалыҡ дәүере (907—965) дауамында тауҙарҙа рельефтар төбәктәге дворяндар, монахтар һәм монахиняларҙан тыш, ябай кешеләрең заказдары буйынса ла яһалған. XII быуатта Сун династияһы хакимлыҡ итеү осоронда, тантрик буддизмы яҡлы булған монах Чжао Чжифэн, Баодиншань тауында ҡатмарлы скульптуралар һәм рельефтар яһау өҫтөндә эш башлай һәм үҙ ғүмеренең 70 йылын уларҙы эшләүгә бағышлай.

Күп быуаттар дауамында Дацзу ҡая рельефтары комплексы ҡунаҡтарҙан йәшеренгән була. Был рельефтарҙы 1961 йылда ҡытай туристары осраҡлы рәүештә табып ала. Сит ил туристары был ҡомартҡыларҙы тәүге тапҡыр тик 1980 йылда күрә алған. 1975 йылға ҡәҙәр Дацзу ҡалаһы һәм ҡая рельефтары комплексы араһында яҡшы юл булмай. Был изоляция Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап барышында барған дингә ҡаршы йүнәлтелгән вандаллыҡтан бер ниндәй үҙгәрешһеҙ һаҡланырға булышлыҡ иткән.

Рельефтарҙың урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бэйшань тауы (ҡыт. ябайл. 北山, пиньин: Bei shan): 10 меңдән ашыу һәйкәле булған 300 метр оҙонлоғондағы таш стена. Бэйшань тауындағы һәйкәлдәрҙең күбеһе тантрик буддизмына ҡарай.
  • Баодиншань тауы (ҡыт. ябайл. 宝顶山, пиньин: Baoding shan): упҡын ситендә даға формаһында ике һәйкәлдәр төркөмө. Улар ҡытай сәнғәтенең шедеврҙары тип иҫәплән. Ошо һәйкәлдәр араһынан бигерәк тә «Мең ҡуллы Авалокитешвара» (ысынында ҡулдарының иҫәбе меңдә ете) тигән Будданың һүрәте айырым иғтибарға лайыҡлы.
  • Наньшань тауы (ҡыт. ябайл. 南山, пиньин: Nan shan), XII быуатҡа һәм башлыса даосизм традицияларына ҡараған һәйкәлдәр.
  • Шичжуаншань тауы (ҡыт. ябайл. 石篆山, пиньин: Shizhuan shan): XI аҙағына ҡараған һәйкәлдәр, улар буддизм, даосизм һәм конфуцианлыҡ традицияларын үҙ эсенә алған.
  • Шимэньшань тауы (ҡыт. ябайл. 石门山, пиньин: Shimen shan): XII быуаттың беренсе яртыһына һәм буддизм һәм даосизм традицияларына ҡараған һәйкәлдәр.

Ҡалып:Культурное наследие в Китае

  1. 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/912