Эстәлеккә күсергә

Дағстан дәүләт аграр университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дағстан дәүләт аграр университеты
Нигеҙләү датаһы 1932
Ҡыҫҡаса атамаһы ДагГАУ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Махачҡала
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Рәсми сайт даггау.рф
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Дагестанского аграрного университета[d]
Карта

Дағстан дәүләт аграр университеты — Махачкалалағы юғары уҡыу йорто. 1932 йылда нигеҙ һалына[3]. 252 уҡытыусы иҫәпләнә, шуларҙың 35-е фәндәр докторы. Бында 4 меңдән ашыу кеше уҡый.

РСФСР Халыҡ комиссарҙары Советының 1932 йылдың 29 июнендәге ҡарарына ярашлы Дағстан емеш-виноград институты итеп асыла. 1934 йылда Дағстан ауыл хужалығы институты тип үҙгәртелә. 1943 йылда Әзербайжандан эвакуациянан Махачкалаға ҡайта. 1994 йылдан — академия. 2010 йылда юғары уҡыу йортона Джамбулатов Магомед Мамай улы исеме бирелә. 2012 йылдан алып — университет.

Әлеге ваҡытта академияла көндөҙгө булектә 7 факультет һәм бер ситтән тороп уҡыу факультеты эшләй, шулай уҡ 29 кафедра бар.

  • Агротехнология һәм ер төҙөлөшө факультеты;
  • Биотехнология факультеты;
  • Ветеринар медицина факультеты;
  • Иҡтисад факультеты;
  • Инженерлыҡ факультеты;
  • «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы» факультеты ;
  • Йәмәғәт профессиялары факультеты;
  • Ситтән тороп уҡыу факультеты.

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хизри Шихсаидов, Дәүләт думаһы депутаты
  • Ваһаб Казибеков — СССР һәм Рәсәй ирекле стилдә көрәшсеһе, ике тапҡыр Европа чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Румынияла 1981 йылдағы Бөтә Донъя универсиадаһы чемпионы.
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Дағстан дәүләт ауыл хужалығы академияһы 2010 йыл 25 декабрь архивланған.