Ирекле көрәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирекле көрәш
Рәсем
Спорт төрө борьба[d] һәм спортивное единоборство[d]
Нигеҙләүсе Британия империяһы
Пиктограмма
 Ирекле көрәш Викимилектә

Ирекле көрәш (ингл. freestyle wrestling, франц. lutte libre) —ике спортсының айырым билдәле ҡағиҙәләр буйынса ҡапма-ҡаршы көрәш төрө.

Был көрәштә төрлө ысулдар ҡулланып (эләктереү, ырғытыу, әйләндереп һалыу, аяҡ салыу), ярышташтар бер-береһен ҡалаҡ һөйәгенә һалып еңергә тырышыу ҡаралған.

Ирекле көрәштә, грек-рим көрәшенән айырмалы рәүештә, ярышташтың аяҡтарын эләктереп тотоу, аяҡ салыу һәм һәр төрлө ысулды ҡулланғанда ла аяҡтарҙы әүҙем файҙаланыу рөхсәт ителә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Британия Империяһында ярышташтарға аяҡтарҙы тотоу һәм аяҡтар ярҙамы менән хәрәкәттәр эшләүҙе рөхсәт иткән көрәш төрө булған{[1] .

Халыҡ-ара спорт аренаһына ирекле көрәш грек-рим (француз) көрәшенән байтаҡ һуң индерелгән. Ирекле көрәш иң тәүҙә Ланкаширҙа{/0 барлыҡҡа килгән}. Артабан ул АҠШ-та ла барлыҡҡа килә. Ул көрәш бында кэтч тип атала.

АҠШ-та көрәш ике йүнәлештә үҫешә башлай; ябай көрәш һәм һөнәри, профессиональ) көрәш. Спорт ирекле көрәше башлыса АҠШ-тың колледждарында һәм университеттарында үткәрелә (Рәсәйҙә был көрәште «ирекле-америка һөнәрмәндәр көрәше» тип атағандар). Халыҡ-ара ирекле көрәш ҡағиҙәләре тап бына ошо көрәш төрө ҡағиҙәләренә тап килеп тора.

1904 йылда ирекле көрәш беренсе тапҡыр АҠШ-тың Сент-Луис ҡалаһында үткәрелгән Йәйге Олимпия уйындарының программаһына индерелә. Барлыҡ 42 спортсы ла АҠШ-тыҡы була.

Был хәл АҠШ-тың, уйын хужаһы хоҡуғын файҙаланып, ирекле көрәште-кэтчты программаға (студент ирекмәндәр варианты итеп), индереүе арҡаһында килеп сыға. Олимпия комитеты был төр спорты буйынса ярыш үткәрергә ризалығын бирә һәм көрәштең төрөн иркен стилдәге көрәш (Free style) тип атай.

Европа илдәренән килгән спортсылар, көрәштең был төрө менән таныш булмағанлыҡтан, ярышта ҡатнашмай ҡала. Шунлыҡтан ирекле көрәш буйынса Олимпия турнирын үткәреү ҡурҡыныс аҫтында ҡала.

Американдар үҙ иленең чемпионатын Олимпия уйындары менән бер ваҡытта үткәрергә булалар һәм был көрәш төрөн олимпия ярышы формаһында үткәрергә ҡарар итәләр.

Артабанғы 1906 йылғы Сираттан тыш Олимпия уйындарында гректар ирекле көрәштән грек-рим көрәшен өҫтөнлөккә сығарып, ирекле көрәште, үҙҙәренә таныш булмағанлыҡтан, уйын прогоаммаһынан алып ташлай.

Артабан ирекле көрәш даими рәүештә, бары тик 1912 йылда Стокгольмда үткәрелгән ярыштарҙан башҡа ғына, һәр Йәйге Олимпия уйындары программаһына индерелә.

1904-1996 йылдар дауамында американлылар Олимпия уйындарында 99 олимпия миҙалын яулай — был башҡа илдәр яулаған миҙалдар һанынан байтаҡҡа артыҡ була.

Шуны ла әйтергә кәрәк, 1904 йылда АҠШ тарафынан «рекорд» ҡуйыла: был илдән башҡа бер илдән дә Олимпия уйындары ваҡытында көрәшселәр булмай һәм төрлө дәрәжәле барлыҡ олимпия миҙалдарын да АҠШ көрәшселәре генә яулай.

1912 йылда Стокгольмдағы Йәйге Олимпия уйындары башланыр алдынан Халыҡ-ара көрәшселәр союзы ФИЛА ойошторола(нем. Internationaler Ring Verband). Уның беренсе рәсми конгресы (Швециялағы йыйылышты иҫәпләмәгәндә) 1913 йылдың июнендә Берлиндә үтә.

Конгреста Германия империяһы, Бөйөк Финляндия кенәзлеге, Дания, Швеция, Рәсәй империяһы, Венгрия, Австрия, Богемия (Чехия), Бөйөк Британия[2] делегаттары ҡатнаша.

1904—1912 йылдарҙа ярышта ҡатнашасаҡ бер ауырлыҡҡа ҡараған категориялы спортсыларҙың һаны сикләнмәгән була. 1920—1924 йылдарҙа бер үк ауырлыҡтағы категорияға ҡараған спортсыларҙың һаны һәр бер илдән ике кешенәң артыҡ булмаҫҡа тейеш була.

1920 йылғы Антверпенда үткән Йәйге Олимпия уйындарында Халыҡ-ара олимпия комитеты һәр бер спорт төрө буйынса бойондороҡһоҙ федерация барлыҡҡа килтереүҙе тәҡдим итә.

Киләһе йылда Халыҡ-ара олимпия комитетының Лозаннала үткән конгресында һөнәрмәндәр көрәшенең Халыҡ-ара федерацияһы(ингл. International Amateur Wrestling Federation, IAWF) барлыҡҡа килә.

1928 йылда Парижда Европаның көрәш буйынса беренсе чемпионаты үткәрелә[1] . 1928 йылдан алып төрлө ауырлыҡ категорияһында һәр бер илдән бер спортсы ғына ҡатнашырға хоҡуҡлы була ала. Олимпия турниры кәмеү (еңелгәндән һуң уйындан сығарылыу) системаһы менән алып барыла башлай.

1951 йылда бар көрәш төрҙәренең Халыҡ-ара федерацияһы (ФИЛА ойошторола франц. FILA). Шул йылдан алып был ойошма көрәш буйынса донъя чемпионаты (FILA Wrestling World Championships) үткәрә башлай.

1980-сы йылдарға табан донъяла ҡатын-ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса ярыштар танылыу таба. Һөҙөмтәлә 2004 йылда был көрәш төрө Йәйге Олимпия уйындары программаһына индерелә. Һәм ул, дзюдо һәм тхэквондонан ҡала, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡапма-ҡаршы бергә-бер көрәшеүҙең өсөнсө төрө булып китә.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы был көрәштең дебюты 2004 йылда Афинала үткәрелә[3].

Тренировкаларҙың (күнекмәләрҙең) спецификаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирекле көрәш һығылмалылыҡтың һәм көстөң ике яғы, тандемы булып тора. Көрәштең спецификаһы(үҙенсәлеге) булып күнекмәләр ваҡытында «күпер» яһарға өйрәнеү тора.

Быны эшләгәндә атлетҡа, арҡаһын дуға кеүек бөгөп, бары тик ҡулдары һәм үксәләре менән генә келәмгә тейеп торорға, ҡайһы саҡта маңғайы, эйәге менән дә келәмгә тейеп торорға рөхсәт ителә.

Һығылмалылыҡты үҫтереү өсөн билдәле акробатик күнегеүҙәр йыйылмаһы: тәкмәс атыу, тәгәрмәс, фляк, рондат, алға һәм артҡа сальто яһау , ғәрәп сальтоһы, ҡулдарҙа баҫып тороу һәм йөрөү, бөгөлгән арҡанан турайыу- ҡулланыла.

Ныҡ һәм эластик быуындар, ҡан тамырҙар булмайынса һәм лимфа системаһынан башҡа көрәшсе еңеүгә өлгәшә алмай. Шунлыҡтан ул бик ентекләп йығылыу һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау техникаһын үҙләштерергә, үҙендә барлыҡҡа килтерергә тейеш булаһың.

Тын алыу системаһы һәм дөйөм сыҙамлылыҡ алыҫ дистанцияға йүгереү һәм хәрәкәтле уйындар, регби уйыны ҡағиҙәләре буйынса баскетбол уйнағанда барлыҡҡа килә һәм ныҡ үҫешә.

Техник хәрәкәттәрҙе көрәш менән шөғөлләнеүсе спортсылар башта манекен (ҡурсаҡ, толоп) менән күнегеп, аҙаҡ партнёр менән эшләп нығыта. Төрлө уҡыу күнекмәләре яһағанда көрәшсенең техникаһы һәм махсус сыҙамлылығы үҫешә. Көрәш техникаһын өйрәнгәндә сыҙамлылыҡты нығытыу төп урында тора.

Көстө төрлө снарядтарҙа (перекладина, брусья, шулай уҡ ауырлыҡтар өҫтәп йәки өҫтәмәйсә күнегеуҙәр (тәҡдим ителә — сүкәйеү, тәнде тура ҡатырып тотоу, штанганы ятып һәм тороп күтәреү, пауэрлифтинг/бодибилдинг/ауыр атлетика), жгут менән күнегеүҙәр арҡаһында барлыҡҡа килтерәләр. Жгут менән гимнастик стенкала күнегеүҙәр эшләү, янбашты яртылаш бороуҙар ҙа спортсыларға тәҡдим ителә.

СССР һәм Рәсәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тапҡыр Рәсәйҙең ирекле көрәш спортсылары 1952 йылғы Олимпия уйындарында СССР йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Команда СССР ирекле көрәш спортсылары был Олимпия уйындарында беренсе урынды яулай, ә грузин Арсен Мекокишвили һәм Давид Цимакуридзе олимпия чемпиондары була. 1952—2008 йылдарҙа СССР/Рәсәй ирекле стиль көрәшселәре олимпия уйындарында (алтын — көмөш— бронза) миҙалдар яулай:

  • 1952 — 2 + 1 + 0 (8 категорияла)
  • 1956 — 1 + 1 + 4 (8 категорияла)
  • 1960 — 0 + 2 + 3 (8 категорийяла)
  • 1964 — 2 + 1 + 2 (8 категорияла)
  • 1968 — 2 + 1 + 0 (8 категорияла)
  • 1972 — 5 + 2 + 1 (10 категорияла)
  • 1976 — 5 + 3 + 0 (10 категорияла)
  • 1980 — 7 + 1 + 1 (10 категорияла)
  • 1984 — ҡатнашмайҙар
  • 1988 — 4 + 3 + 2 (10 категорияла)
  • 1992 — 3 + 2 + 2 (10 категорияла)
  • 1996 — 3 + 1 + 0 (10 категорияла)
  • 2000 — 4 + 1 + 0 (8 категорияла)
  • 2004 — 3 + 0 + 2 (7 категорияла)
  • 2008 — 3 + 1 + 2 (7 категорияла)
  • 2012 — 1 + 1 + 2 (7 категорияла)
  • 2016 — 2 + 1 + 0 (6 категорияла)

Ирекле стиль көрәше буйынса иң дәрәжәле спортсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрт тапҡыр олимпия чемпиондары:

  • Каори Итё — дүрт тапҡыр олимпия чемпионкаһы, 10 тапҡыр донъя чемпионы

Өс тапҡыр олимпия чемпиондары:

  • Саори Ёсида — өс тапҡыр олимпия чемпионкаһы, Олимпия уйындарының көмөш призеры, 13 тапҡыр донъя чемпионы.
  • Александр Медведь — өс тапҡыр олимпия чемпионы, ете тапҡыр донъя чемпионы
  • Бувайсар Сайтиев — өс тапҡыр олимпия чемпионы, алты тапҡыр донъя чемпионы
  • Артур Таймазов — өс тапҡыр олимпия чемпионы, Олимпия уйындарының көмөш призеры

Ике тапҡыр олимпия чемпиондары һәм алты тапҡыр донъя чемпиондары

  • Фрэнк Готч — Америка чемпионы, донъяның беренсе чемпионы
  • Сергей Белоглазов
  • Арсен Фадзаев

Ике тапҡыр олимпия чемпиондары:

  • Иван Ярыгин — донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы
  • Леван Тедиашвили — дүрт тапҡыр донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы, самбо буйынса донъя чемпионы
  • Сослан Андиев —дүрт тапҡыр донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы
  • Махарбек Хадарцев — биш тапҡыр донъя чемпионы, дүрт тапҡыр Европа чемпионы
  • Мавлет Батиров — донъя чемпионы, Европа чемпионы
  • Хитоми Обара(Сакамото) — олимпия чемпионкаһы, 8 тапҡыр донъя чемпионы
  • Мустафа Дагистанлы — өс тапҡыр донъя чемпионы
  • Джон Смит — дүрт тапҡыр донъя чемпионы
  • Брюс Баумгартнер — өс тапҡыр донъя чемпионы
  • Ёдзиро Уэтаке

СССР чемпиондары:

Сәнғәттә ирекле көрәш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинематограф

1. «Легендарный» фильмы(оригин.атамаһы «Legendary»), АҠШ, 2010 й.

2. «Хэмилл/Молот» фильмы (оригин. атамаһы «Hamill/The Hammer»), АҠШ, 2010 й. Фильм реаль ваҡиғалар тураһында һәм унда һаңғырау спортсы Мэтт Хэмиллдың ғәжәйеп яҙмышы төшөрөлгән.

3. «Рожденный четвертого июля» фильмы (оригин. атмаһы «Born on the Fourth of July»), АҠШ, 1989 й. Фильмдың төп геройы Рон Ковик йәшлегендә ирекле көрәш менән шөғөлләнә

4. Охотник на лис (англ. Foxcatcher) фильмы — америка биографик фильмы, Беннетт Миллером тарафынан төшөрөлгән, төп ролдә Ченнинг Татум. Фильмдың премьераһы Канн кинофестивалендә 2014 йылдың 19 майында була. Был фильм өсөн Миллер иң яҡшы режиссура өсөн приз яулай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список олимпийских чемпионов по борьбе
  • Весовые категории в борьбе

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]