Двин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Двин (Армения)
Red pog.png
Двин
Ҡаланың географик локаллеге

Двин, Востан Двин (әрм. Դվին; ғәр. دبيل‎دبيل‎ (Дабиль), фарс. دويندوينфарс. دوين (Двин), бор. грек. Δούβιος йәки бор. грек. Τίβιον) — ҙур ғына һөнәрселек-сауҙа ҡалаһы, боронғо Әрмәнстандың баш ҡалаһы һәм Айрарат провинцияһындағы шул уҡ Двин исемен йөрөткән төп ҡала (Востан Двно йәки Востан Хайоц).

Тарихи очерк[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

335 йылда Бөйөк Әрмәнстан батшаһы Хосров III төҙөткән. Ҡаланың атамаһы урта фарсы теленән тәжемә иткәндә «уба»[1][2] тигәнде аңлата. IV быуатта бында әрмән батшаларының Аршакид династияһының резиденцияһы урынлашҡан була. 428 йылда Әрмән батшалығы бөтөрөлгәндән һуң, Двин башта фарсы, ә 702 йылдан Арминийа (ғәр. ارمينيّة‎) өлкәһенең ғәрәп хакимдары резиденцияһына әйләнә, ул үҙ составына, әрмән ерҙәренән тыш, шулай уҡ Картли, Арран һәм баб әл-Абваб (Дербент) ерҙәрен дә ала. Баш ҡалаға әйләнгәс, Двин Азияла халҡы иң күп булған ҡалаларҙың береһенә әйләнә һәм үҙенең байлығы буйынса ул ваҡыттағы донъяның башҡа күп кенә ҡалалары менән ярыша алған. Ләкин ул муллыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай. Беренсе һөжүмде ғәрәптәр яһай. Себеос һәм Иоанн Драсханакертци яҙмаларына ярашлы, Двинды баҫып алыу Констант II (641—668) һәм католикос Езра (628—640) заманында була. Шул ваҡыттан алып, бер нисә тапҡыр ҡалдан-ҡулға күсе-енә ҡарамаҫтан, IX быуат баштарында Двин сәскә атыуын дауам итә. Илбаҫарҙарҙың ҡыҫырыҡлауына йыш ҡына ҡабатланып торған ер тетрәүҙәр ҙә ҡушыла, һәм X быуат башына ҡала тарҡалыш хәленә етә. Ғәрәп географтары һәм тарихсылары әлеге дәүер тарихы тураһында мөһим мәғлүмәттәр һаҡлағандар.

X быуат ғәрәп авторы Әл-Истахри: «Дабиль ҡалаһының: тирә-яғындағы өлкәләрҙә әрмәнсә һөйләшәләр», — тип хәбәр итә. Ҡала тураһында шулай уҡ ошондай мәғлүмәт тә бирелә:

Дабиль — Әрмәнстандың баш ҡалаһы һәм унда Ашуттың улы Санбат, . Ҡала һәр саҡ абруйлы христиандар ҡулында, ә христиандар Әрмәнстанда, уны тағы"Арман батшалығы".тип тә йөрөтәләр, күпселекте тәшкил итә.

Двин халҡы тураһында X быуатта йәшәгән тағы бер ғәрәп авторы — Ибн Һәүкәл дә яҙа:

Әрмәнстан һәм башҡа яҡын урынлашҡан ил халҡының байтаҡ төркөмдәренең башҡа телдәр ҙә бар <фарсы һәм ғәрәп телдәренән тыш>, әрмән теле — Дабилдә һәм Дабиль өлкәһе халҡы өсөн, ә Берда’а халҡы арранса һәйләшә[3]

.

Шул уҡ дәүерҙең тағы бер ғәрәп географы Әл-Мукаддаси: «Дабиль — ҙур ҡала; унда яҡын барып булмаҫлыҡ ҡәлғә һәм оло ниғмәттәр .Ниндәй генә дәрәжәләре булһа ла, унда христиандар күберәк, хәҙер килеп, уның халҡы кәмей һәм ҡәлғәһе емерелеп бөттө»

Двина. Ҡаланың үҙәк өлөшө. Алғы планда — собор, уңда артҡы планда — базилик сиркәүе (VI быуат), һулдан — католикос һарайы (v быуат). Реконструкция. А. Патрик һүрәте (Г. Кочоян һыҙмалары нигеҙендә).

Әрмәндәр менән бергә бында тағы фарсылар һәм йәһүдтәр ҙә йәшәй. Ғәрәп полководецы Хәбиб ибн Маслама һәм Двин араһында төҙөлгән килешеү былай ти:

Мәрхәмәтле һәм мәрхәмәтле Алла хаҡына! Дабил ҡалаһы христиандарына, күрәҙәселәренә, һәм йәһүдтәренә, бында булғандарына ла, булмағандарына ла Хәбиб ибн Маслама тарафынан мин һеҙҙең үҙегеҙҙең һәм мөлкәтегеҙҙең, сиркәүҙәрегеҙҙең һәм ғибәҙәтханаларығыҙҙың, шулай уҡ һеҙҙең ҡала диуарҙарығыҙҙың именлеген / ҡағылһыҙлығын/ белдереүсе грамота тапшырам. Һеҙгә хәүеф янамай, беҙ һеҙҙең менән төҙөлгән килешеүҙе һеҙ үҙегеҙ уны үтәгәнгә ҡәҙәр һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алыусы иң ышаныслыһы Аллаһ булғанда һәм харадж, джиз индерелгән осраҡта беҙ ҙә һеҙҙең менән килешеү йөкләмәләрен үтәйәсәкбеҙ![4]

951 йылдар тирәһендә ҡордтарҙың Шаддадид династияһы вәкиле Мөхәммәт ибн Шаддад, боронғо әрмән ҡалаһы Двинға ныҡлап баш булып ала.[5]. Әммә ҡаланың быға тиклемге башлығы Мусафирид ҡаланы кире үҙ ҡулына төшөрөүгә өлгәшә. Һуңыраҡ Шаддадидтар Двинда үҙ хакимлығын кире ҡайтара[6].

992 йылда Әрмән апостол сиркәүенең патриарх тәхете Двинанан Ани ҡалаһына күсерелә. 893 йылда, икенсе ер тетрәү ваҡытында, унда 70 мең самаһы кеше һәләк була.

1064 йылда Әрмәнстанды сельджуктар яулап ала. 1161—1162 йылдарҙағы грузин батшаһы Георгий III 1173 йылда икенсе тапҡыр оҙаҡҡа булмаһа ла, уларҙан ҡаланы тартып ала. 1201—1203 йылдарҙа, грузин батшабикәһе Тамара идара иткәндә, Двин тағы ла Грузияға ҡушыла.

1236 йылда монголдар ҡаланы тулыһынса юҡҡа сығара.

1937 йылдан Двинда системалы алып барылған ҡаҙыныу эштәре V—XIII быуаттарҙағы Әрмәнстан мәҙәниәте тураһында бай материал бирә. Ҡәлғәлә Әрмәнстан хакимдары һарайҙары харабалары табыла, улар 893 йылдан һуңғы ер тетрәүҙән һуң (улар аҫтында IV—IX быуаттарҙағы һарай ҡоролмаларының емереклектәре), вазифалы кешеләрҙең торлаҡ йорттары һәм X—XIII быуаттағы балсыҡтан әүәләү оҫтаханалары табыла. Ҡала үҙәгендә — базилик мәжүсиҙәренең III быуаттағы ғибәҙәтханаһынан төҙөлгән VII быуат сиркәү ҡалдыҡтары, католикстар һарайы (V быуат), базилик сиркәүе (VI быуат), ҙур каруан-һарай бинаһы (VI быуат) һәм башҡалар.

Двин элекке баш ҡала — Мецамор йылғаһы ярында урынлашҡан Арташаттан төньяҡҡараҡ, хәҙерге Еревандан 35 саҡрым көньяҡтараҡ ятҡан була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. James R.Russell Zoroastrianism in Armenia — Harvard University, 1987. — P. 26.
  2. Encyclopaedia Iranica.
  3. Караулов Н.Н. А. X һәм XI быуаттар ғәрәп яҙыусылары тураһында мәғлүмәттәр Р. Хр. буйынса Кавказ, Әрмәнстан һәм Әзербайжан тураһында.]
  4. Юзбашян Армянские государства эпохи Багратидов и Византия IX-XI вв. — М.: Наука, 1988.
  5. V. Minorsky. Studies in Caucasian History — Cambridge University Press, 1953. — P. 104.
  6. Босворт К.Э. Мусульманские династии — М.: Наука, 1971.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Арутюнян В. «Архитектурные памятники Двина». «Известия Академии наук Армянской ССР». 1947, № 8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]