Девичье полелағы клиник ҡаласыҡ
Девичье полелағы клиник ҡаласыҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1880 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Хамовники[d] |
Обитатель | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27603079? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Большая Пироговская улица, 2-6, Абрикосовский переулок, 1, улица Еланского, 2 |
Девичье полелағы клиник ҡаласыҡ Викимилектә |
Девичье полелағы клиник ҡаласыҡ — рус. Клинический городок на Девичьем поле — 1885 йылда Девичье поле районында Мәскәү университетының медицина факультетына яңы университет клиникалары төҙөү өсөн бүленгән 18 гектар майҙанда төҙөлгән ҡаласыҡ.
1887 йылдың 22 сентябрендә Клиник ҡаласыҡ нигеҙен һалыу тантанаһы уҙа. 1897 йылда Клиник ҡаласыҡ тулыһынса төҙөлгән һәм йыһазландырылған. Факультет һәм госпиталь клиникалары — терапия һәм хирургия, пропедевтик, нерв һәм күҙ ауырыуҙары; анатомо-патология, суд медицинаһы, дөйөм патологияһы, оператив хирургия, фармакология һәм гигиена хирургияһы; балалар өсөн төрлө йоғошло ауырыуҙар барактары төҙөлә. Бөйөк Рәсәй гражданы, табип, педагог Н. И. Пироговҡа һәйкәл асыла.
В центре Европы создан центр науки, который и по направлениям, и по рангу своих представителей принадлежит одному из лучших, какой только может показать нация… Учитесь у русских. |
Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1860—1870 йылдарҙа Мәскәү университетының медицина факультеты үҙенең уҡыу-уҡыту һәм фәнни-тикшеренеү базаһын киңәйтеүгә һәм яңыртыуға ихтыяж кисерә. Медицина факультеты өсөн яңы клиникалар булдырыу зарурлығын бер нисә тапҡыр Н. В. Склифосовский, А. Я. Кожевников, И. Н. Новацкий, М. П. Черинов, Л. Л. Левшин.күрһәткән. Профессор И. Н. Новацкий университет клиникаларын киңәйтеү һәм уларҙы яңы урынға күсереү тураһындағы 1873 тәҡдимен финанс тәртибе ауырлыҡтары арҡаһында Мәскәү университеты Советы кире ҡаға. Ошо проектҡа кире ҡайтыу мөмкинлеге меценаттар ярҙамы менән 1880-се йылдар башында тәҡдим ителә. 1882 йылда Мәскәү университетына В. Морозов һәм Е. В. Пасхаловаға[2]акушер һәм психиатрия клиникалары төҙөүгә ҙур суммалар түләү тураһында мөрәжәғәттәр килгән. Мәскәү университетының попечителе П. А. Капнист Мәскәү ҡалаһы думаһы алдына клиникалар төҙөү өсөн ер бүлеү тураһында мәсьәләне күтәрә. Мәскәү ҡала думаһы университеттың яңы клиникалар һәм институттар төҙөү өсөн ер участкаһын биреү үтенесе менән ҡәнәғәтләндерә[3] (1884). Ҡала бүләге шарттары ҡуйып бирелә: клиникалар яҡындағы 5 йыл эсендә 600-ҙән кәм булмаған урын менән төҙөлөргә тейеш, уларҙың бер өлөшө каникул ваҡытында ла эшләргә тейеш.
Медицина факультеты деканы Н. В. Склифосов етәкселегендә ойошторолған комиссия 1886 йылдың февраленә буласаҡ клиника ҡаласығының план-проектын әҙерләй.
Уны әҙерләгәндәсит ил һәм илебеҙҙәге бындай ҡоролмаларҙың яңы тәжрибәһе иҫәпкә алынған. Проекттың дөйөм хаҡы 2 миллион 500 мең һум самаһы тәшкил итә (ҡаҙнан аҡса күләме 2 миллион 150 мең һум самаһы тәшкил итә)[4]. Яңы клиникалар һәм институттар нигеҙен һалыу тантанаһы 22 сентябрҙә (4 октябрҙә) үтә22 сентябрь (4 октябрь) 1887
1887 йылда психиатрия клиникаһы төҙөлгән. [⇨].
1889 йылда акушерлыҡ[⇨] һәм гинекология [⇨]клиникалары төҙөлгән.
1890 йыл ҡаласыҡта төҙөлгән һәм йыһазландырылған клиникалар:
- факультет терапевтик клиникаһы [⇨],
- факультет хирургия клиникаһы [⇨],
- нерв ауырыуҙары клиникаһы [⇨],
- пропедевтик терапевтик клиника [⇨].
1890 йылда тәүге ғилми институттар төҙөлгән, уларҙың эшмәкәрлеге медицина факультетының тейешле кафедраларында уҡытыу менән тығыҙ бәйләнгән булған.
1892 йылда Нервопатология клиникаһы ҡарамағындағы профессор А. Я. Кожевников иғәнәһенә ошо йүнәлештәге белгестәр әҙерләү эшендә мөһим ҡорал булған неврология музейы асылған.
Дөйөм алғанда, XX быуат башына Мәскәү университетының медицина факультетында 13 клиника һәм 12 институт иҫәпләнә. Мәскәү дәүләт университеты менән булдырылған клиника ҡаласығы медицина өлкәһенең төрлө өлкәләрендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, студенттар менән дәрестәрҙең кимәлен күтәреү һәм ойоштороу өсөн нигеҙ була[5].
1930 йылда Мәскәү дәүләт университетының медицина факультеты И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетына әүерелә, ул Клиник ҡаласыҡ биналарында урынлаша.
Девичье полелағы Клиник ҡаласыҡ планы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дөйөм клиник амбулатория [⇨]
- Акушерлыҡ һәм гинекология клиникаһы [⇨]
- Факультет клиникаһы (терапевтик һәм хирургия) [⇨]
- Госпиталь клиникаһы (терапевтик һәм хирургия) [⇨]
- Балалар ауырыуҙары клиникаһы [⇨]
- Патологик анатомия институты бинаһы, суд медицинаһы, оператив хирургия һәм топографик анатомия [⇨]
- Йоғошло ауырыуҙар өсөн бина
- Күҙ клиникаһы һәм пропедевтик [⇨]
- Аш корп [⇨]
- Фармакология институты бинаһы, дөйөм гигиена һәм патология [⇨]
- Архангел Михаил Сиркәүе [⇨]
- Нервы ауырыуҙары клиникаһы [⇨]
- Психиатрия клиникаһы [⇨]
- Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ ауырыуҙары клиникаһы [⇨]
- Тире ауырыуҙары клиникаһы [⇨]
- Преподобный Дмитрий Прилуцкий ҡорамы
- Яман шештәр институты [⇨]
- Медицина факультеты студенттары өсөн ятаҡ [⇨]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 176 от 20.02.1995
- ↑ Е. В. Пасхалова пожелала пожертвовать университету 70 тысяч рублей (потом сумма была удвоена) на строительство акушерской клиники (1882).
- ↑ Осенью 1884 года Городская дума постановила «уступить университету в полную его собственность принадлежавший городу участок земли, обнимающий более 4000 кв. саженей (19 га)», к которому был присоединён, участок земли площадью 6 гектаров, подаренный университету В. А. Морозовой.
- ↑ Здания и земля в центре Москвы на Рождественке, достались Московскому университету от Московской Медико-хирургической академии, закрытой в 1845 году.
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 329
- ↑ В настоящее время: Большая Пироговская
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Девичье поле // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Московский университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Императорский Московский университет: 1755-1917 : энциклопедический словарь / Андреев А. Ю., Цыганков Д. А.. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 327—329. — 894 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Бранденбург Б. Ю., Татаржинская Я. В., Щенков А. С. Архитектор Иван Машков. — М.: Русская книга, 2001. — С. 12. — 136 с. — 1500 экз. — ISBN 5-268-00413-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клинический городок на Девичьем поле . Русская линия. Дата обращения: 6 декабрь 2017.
- Девичье поле в Москве . Узнай Москву. Дата обращения: 14 февраль 2018. 2018 йыл 15 февраль архивланған.
- Архитектурное наследие К. М. Быковского в Москве . issuu.com. Дата обращения: 14 февраль 2018.
- Девичье поле . Пешеград. Дата обращения: 15 февраль 2018.
- Миллионерша и доктор. Как в Москве возникла первая лор-клиника . АиФ. Дата обращения: 18 февраль 2018.