Деметриада

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Деметриада
Культура Боронғо Греция
Дәүләт Flag of Greece.svg Греция
Административ-территориаль берәмек Волос[d]
Урынлашыу Фессалия[d]
Эра Боронғо Греция
Мираҫ статусы археологический памятник Греции[d]
Описан на сайте odysseus.culture.gr/h/2/…
Commons-logo.svg Деметриада Викимилектә

Деметриада (бор. грек. Δημητριάς) ― боронғо грек антик Магнезияның ҡалаһы , Фессалия төбәге (хәҙер ― көнсығыш һәм үҙәк Греция). Пагаситикос ҡултығына ингән ерҙә, хәҙерге замандағы Волос ҡалаһы янында урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Луврҙа Деметриаданан килтерелгән ерләү стелаһы

Б. э. тиклемге 294 йылда Деметриадаға Деметрий I Полиоркет тарафынан нигеҙ һалына. Бында ул Нелия, Пагасы, Ормениум, Рхиза, Сепиас, Олизон, Боэб һәм Иолк халҡын күсереп ултырта, был халыҡ уның буйһоноусылары була[1]. Тиҙҙән Деметриада Македонияның сәйәси үҙәгенә һәм македония батшаларының резеденцияһына әйләнә, сөнки ҡаланың урынлашҡан ере бик уңайлы урын була: бынан Фессалияның эске эштәре һәм күрше яр буйы территориялары менән идара итеү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа була. Батша Филипп V Македонский: «Деметриада ― Грецияның өс бығауының береһе, ике башҡа бығауҙары ― Халкида һәм Коринф» — тип әйткән[2][3].

Б. э. тиклем 196 йылда римлеләр Киноскефал янындағы алыштарҙа Филипп V-те еңәләр. Бынан бер йыл алда ул Деметриаданы баҫып ала һәм бында үҙ гарнизонын урынлаштыра[4][5]. Дүрт йылдан Этолия союзы ғәскәрҙәре, ҡаланы һаҡлаусыларға көтөлмәҫтән һөжүм итеп, Деметриаданы үҙ ҡулына төшөрә. Этолиялылар ул заманда римлеләргә ҡаршы һуғышҡан Селевкидтар династияһынан сыҡҡан <a href="./Антиох_III_Великий" rel="mw:WikiLink" data-linkid="36" data-cx="{&quot;adapted&quot;:false,&quot;sourceTitle&quot;:{&quot;title&quot;:&quot;Антиох III Великий&quot;,&quot;pagelanguage&quot;:&quot;ru&quot;,&quot;thumbnail&quot;:{&quot;source&quot;:&quot;https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/b6/Antiochos_III.jpg/54px-Antiochos_III.jpg&quot;,&quot;width&quot;:54,&quot;height&quot;:80},&quot;description&quot;:&quot;один из выдающихся правителей Империи Селевкидов (241 — 187 до н. э.)&quot;}}" class="cx-link" id="mwHg" title="Антиох III Великий">Антиох III</a> менән берләшә. Антиох һуғышта еңелә[6]. Б. э. тиклем 191 йылда Антиох Азияға ҡайтып китә, ә Деметриада Филипп ғәскәренә баш эйә. Филипп Римдән был территория менән идара итергә рөхсәт ала[7]. Б. э. тиклем 169 йылда Пидна янындағы һуғышта Македония монархияһы ҡолағанға тиклем Деметриада Филипп һәм уның вариҫтары ҡулында ҡала[8]

Рим империяһы идаралыҡ иткән осорҙа Магнесийҙың үҙәге булып тороуға ҡарамаҫтан, ҡала үҙенең элекке әһәмиәтен юғалта. Христиандар заманында бында күҙгә салынырлыҡ матур биналар төҙөлә, беренсе сиратта ― ике сиркәү: береһе порттың төньяғында ― Дамократия базиликаһы һәм икенсеһе ― ҡаланан көньяҡҡа табан зыярат базиликаһы булараҡ билдәле. Император Бөйөк Константин идара иткән йылдарҙа(306—337) ҡала епископ тәхете урыны булып тора. Хәҙерге көндә лә ул католик сиркәүҙең титуллы тәхет урыны булып һанала[9].

Прокопий Кесарийский (De Aedificiis, 4.3.5) раҫлауы буйынса, Деметриада Юстиниан I (527—565 йылдар) ваҡытында үҙгәртеп төҙөлә, әммә башҡа мәғлүмәттәрҙә «элеккесә ҡала тормошо, моғайын,VI быуат башында уҡ бөтөрөлә» тип (Т. Е. Григорий) Деметриадала VI быуатта йәшәгән Иерокл күрһәтә[10]. Яҡын-тирәләге территорияла славяндарҙың велегезит ҡәбиләләре VII―VIII быуаттарҙа йәшәгән, ә 901/2 йылдарҙа улар сарациндарҙан һәм 1040 йылда Петр Делян етәкселегендәге ихтилалдың баш күтәреүселәре тарафынан таланған[11].

Дүртенсе тәре походынан һуң Деметриада үҙ ҡалаһынан ситкә һөрөлгән византия императоры Ефросиния Дукини Каматираға биләмәгә бирелә, ә 1210 йылда уның вафатынан һуң ― Фессалония короле Бонифаций Монферраскийҙың тол ҡалған ҡатыны Маргарита Венгерскаяға бирелә. Ҡала Мануил Дук Комнин власы аҫтына эләгә, әммә де-факто Мелиссиндар династияһы тармаҡтарының контролендә була. 1270 йылда Деметриада янында византиялылар венициялылар һәм Эвбейҙың ломбардлы барондары өҫтөнән ҙур еңеү яулай[11].

Каталон компанияһы 1310 йылда ҡаланы талай һәм 1381 йылдарға тиклем үҙ контроле аҫтында тота. 1333 йылдан башлап ҡала халҡы күрше Волос ҡалаһына күсенә башлай. 1393 йылда Деметриада тулыһынса Ғосман империяһы тарафынан баҫып алына[11].

Археология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Деметриада Айвалиотик исеме аҫтындағы урында (Αϊβαλιώτικα) торған, ул Волос ҡалаһының периферияһына ҡарай[12][13].

Боронғо ҡала емереклектәре археолог Уильям Мартин Лик һүрәтләгән яҙмала бар. Мартин XIX быуат башында бында булған.

Деметриада Волостан көньяҡтараҡ яҡынса 3 км тирәһендә урынлашҡан. XIX быуат аҙағынан алып бында археологик ҡаҙыуҙар алып барыла. Беҙҙең көндәргә тиклем ҡала стенаһының (оҙонлоғо яҡынса 11 км.) һәм ҡаланың төньяҡ-көнбайышында иң бейек урында торған акрополь емереклектәре һаҡланып ҡалған. Шулай уҡ театр емереклектәре, герон (театр өҫтөндәге ғибәҙәтхана), һыу үткәргес, изге агора (ҡорам һәм ҡаланың административ үҙәге) һәм анакторон (батша һарайы) ҡаланан көнсығышҡа табан уба түбәһендә табылған, улар б. э. тиклемге икенсе быуат уртаһына тиклем римлеләр тарафынан зыярат сифатында ҡулланылған[14][15].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Strabo. Geographica. ix. p.436. Refer Casaubon’Page to ' s numbers Isaac edition of those.
  2. Polybius. The Histories. 17.11
  3. Livy. Condita Libri Urbe Ab (History of Rome). 32.37.
  4. Polybius. The Histories. 18.28.
  5. Livy. Condita Libri Urbe Ab (History of Rome). 33.31.
  6. Livy. Condita Libri Urbe Ab (History of Rome). 35.34, 43.
  7. Livy. Condita Libri Urbe Ab (History of Rome). 36.33.
  8. Livy. Condita Libri Urbe Ab (History of Rome). 44.13.
  9. 2013 Annuario Pontificio (2013 Editrice Vaticana Libreria
  10. Hierocles. Synecdemus. p. 642, ed. Wesseling.
  11. 11,0 11,1 11,2 Gregory, Timothy E. (1991), "Demetrias", in Kazhdan, Alexander, The Oxford Dictionary of Byzantium, Oxford and New York: Oxford University Press, pp. 603–604, ISBN 978-0-19-504652-6 
  12. Lund University. Digital Atlas of the Roman Empire.
  13. Richard Talbert, ed. (2000). Barrington and the World of Greek Roman Atlas. Princeton University Press. p. 55, and notes accompanying directory.
  14. Archaeological Site of Demetrias - GTP. 24 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  15. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. .

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]