Эстәлеккә күсергә

Демократик коалиция (Венгрия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Демократик коалиция
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 22 октябрь 2011
Логотип
Етәксе Ференц Дьюрчань[d]
Дәүләт  Венгрия
Ағзалар һаны 10 876[1]
Сәйәси спектрҙағы урыны һул урталыҡ (центризм)[d] һәм центризм[d]
Сәйәси идеология социал-либерализм[d] һәм проевропеизм[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Будапешт, Венгрия
Алдағы Венгрия социалистик партияһы[d]
Hex-код цвета 3A5FCD
Рәсми сайт dkp.hu
 Демократик коалиция (Венгрия) Викимилектә

Демократик коалиция (венг. Demokratikus Koalíció, DK) — Венгрияның элекке премьер-министры Ференц Дьюрчань тарафынан 2011 йылдың 22 октябрендә булдырған Венгрия һул урталыҡ партияһы. Элек ул Венгрия социалистик партияһы фракцияһы була, әммә 2011 йылдың 22 октябрҙә унын айырыла һәм үҙаллы партия булып китә[2]. Венгрия Милли йыйылышында әлеге партияның 4 депутаты һәм Европарламентта 2 депутаты эшләй. Партия урталыҡта өсөнсө юл идеологияһын тота, шулай уҡ социал-либерализ ҡанундары яҡлы һәм Венгрияның Евроинтеграцияһы өсөн сығыш яһай.

Социалистик партияһы өлөшө

2010 йылдың 5 октябрендә Ференц Дьюрчань партия етәкселегенә «Демократик коалиция» исеме аҫтында яңы платформа булдырыуы тураһында иғлан итә, әлеге платформа 1989 йылғы революцион ваҡиғалар идеалдарын яҡын күреүселәр өсөн төҙөлә. Партияның ҡайһы бер вәкилдәре Дьюрчандең бындай башланғысы менән ҡәнәғәт булмай[3]. Демократик коалицияһының беренсе ултырышы 2010 йылдың 22 октябрендә Изге Иштван паркында көндөҙгө сәғәт икелә уҙғарыла (Будапешттың 13-сө округында). Социалистар партияһы рәйесенең урынбаҫары Андраш Балог «Népszava»ға биргән интервьюһында, партия Дьюрчань кабинеты хаталары өсөн һайлауҙарҙа еңелә һәм коррупция арҡаһында тулыһынса тарҡатыла[4].

2011 йылдың майында Венгрия социалистик партияһы платформалары дебаттар үткәрә, был бәхәстәрҙә һул партиялар менән хеҙмәттәшлекте дауам итеү кәрәклеге тураһында һүҙ бара, шулай уҡ хакимлыҡ иткән «Фидес»ҡа альтернатива булдырыу өсөн центристар һәм уңдар менән компромисҡа барыу мәсьәләһе ҡуйыла. Икенсе идәяны Демократик коалиция ғына хуплай, ҡалған 7 платформа соуциалистарға команда лидеры (юлбашсы түгел) кәрәклегендә килешәләр һәм Социал-демократик платформаһы лидеры Иштван Хиллер Дьюрчандең либералдар менән консерваторҙар союзы буйынса идеяһын тәнҡит утына тота һәм уны партия өсөн ҡоротҡос эшмәкрлек тип атай[5].

2011 йылдың 22 октябрендә Дьюрчань партиянан сығыуы һәм про-көнбайыш һул хәрәкәтен төҙөүе тураһында иғлан итә. Үҙенең китеүен ул социалистарҙың үҙгәрмәүе менән аңлата. Ул яңы конституцияны легитим түгел тип таный һәм бөтә хөкүмәт һәм Венгрия суды Виктор Орбанға ғына буйһона, тип белдерә[6]. Ул булдырға партия «Демократик коалиция» исемен ала, ә Ференц Дьюрчань 2011 йылдың 6 ноябрендә уның лидеры булып китә[7]. Пресс-конференцияла ул Тамаш Бауэра, Йожеф Дебрецени, Чабу Молнаа һәм Петер Нидермюллерҙарҙы үҙенең урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләй һәм, бөтә кандидаттарҙы партия съездарында рәсми рәүештә тәҡдим итергә һәм партия ағзалары араһында тигеҙлек һаҡларға вәғәҙә итә. Яңы партияға ағзалыҡҡа 3800 ғариза бирелә[8].

2011 йылдың 7 ноябрендә Демократик коалицияға Венгрия Парламентында 2012 йылдың яҙына тиклем фракцияларҙы булдырыу тыйыла, шулай итеп, коалициянан депутаттар Венгрия Парламентында бойондороҡһоҙ булыуы таныла[9], әммә 2012 йылдың апрелендә «Фидес» партияһы Демократик коалицияһының парламент төркөмөн булдырыуҙы бөтөнләй тыя, йәнәһе, төркөмгә алдағы һайлауҙарҙа партия исемлеге буйынса ингәндәр генә булдыра ала. Дьюрчань быларҙың бөтәһендә лә Орбанды ғәйепләй, ә Чаба Молнар Европа судтарына мөрәжәғәт итеү менән янай[10].

2013 йылда сентябрендә Венгрия социалистик партия Ференц Дьюрчаньдең Демократик коалицияһы һәм Габор Фодорҙың Венгрия либераль партияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тарта. Аттила Мештерхази ATV телеканалына биргән интервьюһында, социалистарға үҙ яғына үҙ ҡарашын билдәләмәгән һайлаусыларҙы үҙ яғына ауҙарырға тура киләсәк, ә Дьюрчань менән хеҙмәттәшлек уларҙы социалистар ярҙамынан этәрәсәк, тип белдерә. Дьюрчань, үҙ сиратында, Венгрия социалистик партияһы Демократик коалицияһы менән 9 пункттан 4 пунктын буйынса ғына хеҙмәттәшлек итеүгә ризалаша. Улай ғына түгел, Демократик коалицияға һайлау алды исемлегендә бары тик 4 % урын ғына бирелә, Дьюрчангә һайлауҙа ҡатнашырға тыйыла һәм үҙ платформаһын булдырырға рөхсәт ителмәй. Дьюрчань, партия бындай сикләүҙәрҙе ҡабул итмәне, тип белдерә[11]. 2014 йылдың 14 ғинуарында оппозицион һул урталыҡ партиялар 2014 йылғы парламент һайлауҙарында ҡатнашыу өсөн дөйөм һайлау алды исемлеген төҙөйҙәр. Исемлеккә премьер-министр булырға йыйынған, Венгрия социалистарының лидеры Аттила Мештерхази, артабан Гордон Байнаи (Бергә 2014) һәм Ференц Дьюрчань инәләр (исемлектә — өсөнсө). Дүртенсе урында — либерал Габор Фодор, ә бишенсе урынды — Тимеа Сабо (Венгрия өсөн диалог) биләйҙәр. 56-е һәм 58-е урындарҙы Венгрия либераль партияһы вәкилдәре ала[12]. «Фидес» парламент партияһы рәйесе Антал Роган быға шикләнеп ҡарай һәм оппозиция альтернатива йәки ниндәйҙер яңы кешене тәҡдим итмәне, тип белдерә[13]. 2014 йылғы Европарламент һайлауҙарында Демократик коалиция 9,76 % тауыш ала һәи ике кешене делегат итеп ебәрә[14]. 2014 йылдың 24 майында Молнар Социалистар һәм демократтарҙың прогрессив альянсына ағзалыҡҡа партия ғариза бирҙе, тип белдерә[15].

  1. http://nol.hu/belfold/kezd-osszeesett-az-mszp-a-part-hallgat-a-tagletszamrol-1625233
  2. Political Handbook of the World 2014 (билдәһеҙ) / Tom Lansford. — SAGE Publications (инг.)баш., 2014. — С. 612. — ISBN 978-1-4833-3327-4.
  3. Gyurcsány to form Socialist faction. Дата обращения: 29 май 2017. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2016 года.
  4. Gyurcsány’s new faction forms today 2016 йыл 23 декабрь архивланған. (инг.)
  5. Socialist platforms discuss future strategy. Дата обращения: 29 май 2017. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2016 года.
  6. Gyurcsány announces departure from the MSZP, formation of new «Western, civic center-left» party 2015 йыл 14 февраль архивланған.
  7. Political Handbook of the World 2015 (билдәһеҙ) / Tom Lansford. — SAGE Publications (инг.)баш., 2015. — С. 2651. — ISBN 978-1-4833-7155-9.
  8. New Democratic Coalition party officially elects former PM Gyurcsány as first leader. Дата обращения: 29 май 2017. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2017 года.
  9. Parliamentary committee tells Gyurcsány to wait until April to form new faction. Дата обращения: 29 май 2017. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2017 года.
  10. Parliamentary caucus rule change deals new blow to party of former PM Gyurcsány. Дата обращения: 29 май 2017. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2016 года.
  11. Opposition DK-Socialist election talks break down (10 сентябрь 2013). Дата обращения: 12 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2016 года.
  12. Opposition leaders agree on joint list for general election (14 ғинуар 2014). Дата обращения: 14 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 15 ғинуар 2014 года.
  13. Quotable: Antal Rogan on the opposition coalition (14 ғинуар 2014). Дата обращения: 14 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2014 года.
  14. Emjk
  15. Архивированная копия. Дата обращения: 29 май 2017. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2015 года.