Демпинг
Де́мпинг (ингл. dumping — ташлау) — тауарҙы тышҡы һәм эске баҙарҙа ташламалы, яһалма рәүештә килешенгән, донъя баҙарындағы уртаса ваҡлап һатыу хаҡына ҡарағанда ла кәметеп, кайһы ваҡыт үҙ ҡиммәтенән дә арзаныраҡ хаҡҡа һатыу. Тауар, валюта, социаль демпингтар айыпып ҡарала. Тауар демпингы сит илгә тауар сығарыуҙы киңәйтеү, конкуренттарҙы баҙарҙан кыҫырыҡлап сығарыу юлы менән баҙарға үтеп кереү өсөн үткәрелә. Баҙарҙа тотроҡло хәлгә ирешкән осраҡта ла, ағымдағы зыянды ҡаплауға иҫәп тотоп, дәүләт һәм компанияләр тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Конкуренттарын кыҫырыҡлап сығарғансы йәки улар менән килешүҙәр төҙөүгә ирешкәнсе фирмалар һәм дәүләт йыш ҡына, бер тапҡыр булһа да, ҡыҫҡа вакытлы демпинг сараһы ҡуллана. Демпинг шулай уҡ кәрәкле аҡса һәм валюта средстволарын тиҙерәк алыу ысулы булараҡ та файҙаланыла. Демпинг объекты булып торған илдәрҙә милли сәнәғәтте үҫтереүҙә ҡыйынлыҡтар күҙәтелә.
Демпинг нәтижәһендә Рәсәйҙә еңел сәнәғәт фабрикалары, ҡошсолоҡ фабрикалары үҙ продукцияларын һата алмайынса, етештереү күләмен ҡыҫҡартырға йәки бөтөнләй түҡтатырға мәжбүр була. Илдең сәнәғәтен яҡлау өсөн, донъя күләм иҡтисади практикала демпингға ҡаршы закондар, махсус пошлиналар керетеү һ. б. каралган. Рәсәй тауарҙарына ҡарата 2002 йылда Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы тарафынан керетелгән 126 демпинг сикләүенең 15-кә яҡыны көкөртлө нефть, нефть продукттары, тире һәм күн әйберҙәр, авиация техникаһы сығарыу һ. б. ҡағыла.
Демпинг төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валюта демпингы ваҡытында сит илгә тауар сығарыу донъя хаҡтарынан түбәнерәк хаҡҡа махсус кәметелгән валюта курсы менән ғәмәлгә ашырыла, сит илгә тауар сығарыусы илдең эске баҙарында аҡса ҡиммәте тышҡы баҙарҙағы валюта хаҡына ҡарағанда тиҙерәк төшә.
- Социаль демпинг, илдә эш хаҡының түбән булыуын иҫтә тотоп, сит илдән түбән хаҡ менән тауар тәҡдим ителгән ваҡытта барлыҡҡа килә. Күп кенә илдәр сит илгә тауарсығарғандағы юғалтыуҙарҙы айырым тауарҙарға ғына түгел, бәлки сәнәғәттең һәр тармағын, гөмөмән, иҡтисадты субсидиялаү юлы менән ҡаплай. Ауыл хужалығы продукцияһын сит илгә демпинг буйынса сығарған осраҡта, дәүләт дотацияһын бүлгәндә, етештереүсегә туранан-тура субсидия биреү юлы киң таралған.
Уҙ илдәрендәге етештереүҙе яҡлау өсөн, бер төркөм Европа илдәре тарафынан шул илдәр араһында сығарыла һәм керетелә торған тауарҙың хаҡын көйләүсе тариф килешүе төҙөлә.
Бер үк төрҙәге оҡшаш продукция етештереүсе фирмалар һәм компаниялар араһында конкуренция ваҡытында демпинг буйынса тауар һатыу эске баҙарҙа да ғәмәлгә ашырылырга мөмкин.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БСЭ. 3 изд. М., 1972. Т. 8; Экономическая энциклопедия. М., 1999.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Определение демпинга 2014 йыл 26 апрель архивланған.
- Антидемпинговые процедуры 2007 йыл 21 декабрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)