Дерби ебәк фабрикаһы
Дерби ебәк фабрикаһы, Ломбе фабрикаһы (ингл. Lombe’s Mill) — ебәк етештереү буйынса беренсе фабрика[1] һәм 2001 йылда Бөйөк Британияның Дервент йылғаһы үҙәнендәге Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индерелгән иң көньяҡ нөктә[2]. Фабрика 1702 һәм 1717 йылдарҙа, Джон Ломбе (John Lombe) Пьемонттан ебәк иләү машиналары (filatoio һәм torcitoio) һәм итальян оҫталарын алып ҡайҡас төҙөлә [3]; архитекторы — Джордж Сороколд (George Sorocold).
Урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу тирмәне кеүек эшләгән Ломбе фабрикаһы Дервент йығаһының көнбайыш ярында,Томас Колчет тирмәненән йыраҡ түгел урынлаша. Хәҙерге көндә был фабрика урынында плотина төҙөлгән. Был урында йылға ағышы көслө булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был Англияла уңышлы эшләгән беренсе ебәк фабрикаһы һәм донъяла беренсе механизацияланған фабрика була. 1704 йылда һыу көсө менән эшләгән Thomas Cotchett -тың беренсе фабрика эшләй алмай, шуға ла Джон Ломбе 1716 йылда Пьемонттан ебәк эшләү машиналарын алып ҡайта. Был беренсе сәнәғәт шпионажы миҫалы була. Ул Дербиға өйрәнеп һәм бер төркөм итальян белгестәрен алып ҡайта. Джон һәм уның 1685 йылғы ағаһы Томас архитектор Джордж Сороколдҡа яңы машиналар менән йыһазландарылған фабрика төҙөргә задание бирә. Томас Ломбе үҙенең машиналарын һаҡлау өсөн 14 йылға патент ала. Сарбиния короле был һорауҙы ыңғай ҡабул итмәй һәм ебәк өсөн яраҡлы сеймал экспортлау туҡтатыла. Ул, алты йыо элек, 1722 йылда ҡустыһы Джон Ломбены үлтереүҙә яуаплылыҡты үҙенә алырға тәҡдим итә. 1732 йылда патент осоро тамамланғас бизнесты Томас Ломбе үҙенә ала. Патент осоро тамамланғас Стокпорт һәм Маслесфельдта (Stockport and Macclesfield) яңы фабрикалар төҙөлө. 1739 йылда фабриканы Томас Уилсон (Thomas Wilson) һатып ала, ул үҙгәрткән ҡорамалдар әле лә һаҡлана.
2011 йылдың 3 апрелендә [4] элекке фабрика бинаһында урынлашҡан Дерби индустрия музейы (Дерби тарихы һәм сәнәғәте музейы), башҡа музейҙарға реконструкция үткәрергә аҡса бүлеү өсөн, Дерби ҡала советы ҡарары менән ябыла. Ябылыу сәбәптәрен аңлатҡан һәм асылыу датаһы тураһында отчетта аныҡ белдереү юҡ [5][6]. «Ҡаланың киләсегенә ыңғай тәҫир»ен иҫәпкә алып мезей тиҙҙән асыласаҡ, тип билдәләнә [7].
Итальян етештереүханаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ебек иләү етештереүханаһы һыу тирмәненә оҡшаш була. Яҙма сығанаҡтарға ҡарағанда, ул дүрт мөйөшлө, биш ҡатлы, оҙонлоғо 33,5м, киңлеге 12м бина була. Дервент һыуы таштан эшләнгән аркалар аша аҡҡан. Тирмән бейеклеге 17м. Машиналар икенсе ҡатта урынлашҡан. Ебәк иләү машиналары өсөнсө ҡатта урынлаша. Бөтә машинаналарҙа 7м диаметрлы һәм 2м киңлегендәге һыу ҡуласаһы менән тоташҡан. Беренсе ҡаттан өҫкө ҡаттарға әйләнеү көсөн тапшырған күсәрҙең майҙаны 0,45 кв.м. Һыу ҡуласаһынан алған әйләнеү көсөн вертикаль вал горизонталь валға тапшыра. Torcitoios һәм filatoios ебәк иләу машиналары ошо әйләнеү көсө менән эшләй. Ебәк етештереүҙә йылытыу ҡулланылған станокка 1718 йылда патент алына. Ломбе йылы һауа өрҙөрөү өсөн янғын һүндереү машинаһының пар двигателен ҡуллана.
Иҫкәртмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ History: Key Site: Introduction (ингл.). Derwent Valley Mills. Дата обращения: 7 май 2010. 2010 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Derwent Valley Mills (ингл.). ЮНЕСКО. Дата обращения: 7 май 2010.
- ↑ Callendine 1993
- ↑ [1] 2009 йыл 21 февраль архивланған.Derby City Council Museum website, accessed 9th April2011
- ↑ Report of the Strategic Director of Neighbourhoods(недоступная ссылка) 26 October 2010, accessed 4 January 2011
- ↑ [2] 2012 йыл 27 май архивланған.This is Derbyshire 25 February 2011, accessed 9 April 2011
- ↑ The Silk Mill 2009 йыл 21 февраль архивланған.
Дерби ебәк фабрикаһы Викимилектә |