Дерби индустрия музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Музей бинаһы

Де́рби индустрия музейы (ингл. Derby Industrial Museum, шулай үк «Дерби ебәк фабрикаһы» исеме менән билдәле, ингл. The Silk Mill) — сәнәғәт һәм Англияның Дерби ҡалаһы музейы. Музейҙа тимер юл тармағына Rolls-Royce plc фирмаһы продукцияһын яҡтыртауға, авияция һәс судно двигателдере етештереүсе компаниялар продукцияларын күрһәтеүгә баҫым яһала. Шулай уҡ тау эшкәртеү, керамика, металл ҡойоу сәнәғәтенә урын бирелә. Музейҙа ваҡытлыса күргәҙмәләр һәм уҡыу-уҡытыу программалары эшләгән [1].

Музей беренсе ебәк етештереүсе [2] Lombe’s Mill фабрикаһы бинаһында урынлашҡан. Был музей Бөйөк Британиялағы ЮНЕСКОның бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән иң көньяҡ нөктә. [3]. Фабрика в 1702 һәм1717 йылдарҙа Ломбе йылғаһы тирмәнендә төҙөлә. Джон Ломбе Италияла булған сағында ебәк иләү машиналары төҙөлөшөн күсереп ала һәм шундай машиналарҙы Дербиҙа төҙөй. Был беренсе сәәғәт шпионажы миҫалы булып тора.

Дерби ебәк комбинаты, 1900 — 1910 йылдар

Ғәҙәттә, өйҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар ебәк иләп ултырған. Ә фабрикалағы машиналар ҙур күләмдә ебәк иләй алған һәм Италия машиналарына конкурент була алған. һыу тирмәнендәге кеүек , һыу ҡуласаһы ҙур-ҙур ебәк иләү машиналарын хәрәкәткә килтергән. Был бик күп күләмдә ебәк иләргә мөмкинлек биргән.

Джон Ломбе 1722 йылда билдәһеҙ сәбәптәр менән вафат була. Итальяндар коммерсия серен урлаған өсөн ултергән тигән юрама бар. Фабрика менән уның ағаһы Томас Ломбе идара итә. Ул 1739 йылдың 2 июнендә, фабриканы Джондың тол ҡаты һәм ике ҡыҙына ҡалдырып, үлеп китә. Ебәк комбинаты туристар өсөн иҫтәлекле урынға әүрелә. Туристар эш шарттарына шаҡ ҡаталар. Торрингтон 1777 йылда эш шарттары тураһында былай тип яҙа: «еҫе, һаҫыҡ еҫ, тауыш». 1835 йылда Фэрхолт ярлы ғаиләләрҙән балалар эшләүе тураһында әсенеп яҙа. Комбинат сит ил туристарына ла күрһәтелә. Комбината ялланып эшләгән Уильям Хаттон оҙаҡ сәғәттәр буйынса эшләүе, түбән эш хаҡы, туҡмауҙары тураһында хәтерләй. Эш ҡоролоҡ ваҡытында, һалҡындарҙа һәм сеймал булмағанда ғына туҡтай.

1833 йылдың ноябрендә сәнәғәт сыуалыштары башлана. 1834 йылдың февралендә Бөйөк Милли профсоюз ойошмаһы барлыҡҡа килә. Тейлор бәхәс үҙәгендә булмаһа ла, профсоюз ағзаларын эшкә алмаҫҡа ризалығын белдерә. "The Derby Mercury" белдереүенсә, профсоюз ағзалары Дербиҙа башҡа эш таба алмай.

Тейлор ғаиләһе 1865 йылға тиклем комбината була, банкротлыҡ машиналарҙы һатырға мәжбүр итә. "The Derby Mercury" ошо уҡ йылда конкуренттарға бер нисә ебәк эшләү машинаһын һата, был иҡдисат түбәнәйеүенә килтерә. Дүрт йылдан һуң, Франция менән Колден килешеүе Британияның ебәк сәнәғәтен юҡҡа сығара.

1910 йылғы янғын. Alfred John Keene аквареле

1908 йылда бурыстар түләп бөтөрөлә, FW Hampshire and Company комбинаты һатып алырға килә. 1910 йылдың 5 декабрендә сәғ.5:00 күрше он тартыу тирмәнендә янғын сыға. Янғында ебәк комбинатының көнсығыш стенаһы зыян күреп емерелә. Янғын һүндереү бюроһы һәм Midland тимер юл компанияһы бинаны һаҡлау өсөн ҙур эш башҡара. Был бинаны бөгөн дә күреп була.

1920 йылдарҙа бина Electricity Authority милегенә күсә. Бинала магазин, оҫтаханалар, ашхана асалар. Бинала электростанция эшләгән йәмәғәтселек был турала онота. 1970 йылда электростанция емерелгәс, был урында Дерби индустрия музейы асырға ҡарар ителә. Музей 1974 йылдың 29 ноябрендә эшләй башлай.

Ябылыу һәм 2011 йылғы консервация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 3 апрелендә [4] элекке фабрика бинаһында урынлашҡан Дерби индустрия музейы (Дерби тарихы һәм сәнәғәте музейы), башҡа музейҙарға реконструкция үткәрергә аҡса бүлеү өсөн, Дерби ҡала советы ҡарары менән ябыла. Ябылыу сәбәптәрен аңлатҡан һәм асылыу датаһы тураһында отчетта аныҡ белдереү юҡ [5][6]. «Ҡаланың киләсегенә ыңғай тәҫир»ен иҫәпкә алып мезей тиҙҙән асыласаҡ, тип билдәләнә [1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 [https://archive.is/20110926173444/www.derby.gov.uk/LeisureCulture/MuseumsGalleries/Derby_Industrial_Museum.htm The Silk Mill
  2. History: Key Site: Introduction (ингл.). Derwent Valley Mills. Дата обращения: 7 май 2010. 2010 йыл 4 октябрь архивланған.
  3. Derwent Valley Mills (ингл.). ЮНЕСКО. Дата обращения: 7 май 2010.
  4. [1]Derby City Council Museum website, accessed 9th April2011
  5. Report of the Strategic Director of Neighbourhoods(недоступная ссылка) 26 October 2010, accessed 4 January 2011
  6. [2] 2012 йыл 27 май архивланған.This is Derbyshire 25 February 2011, accessed 9 April 2011