Джакомо Пуччини

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Джакомо Пуччини
Giacomo Puccini
GiacomoPuccini.jpg
Төп мәғлүмәт
Исеме

итал. Giacomo Antonio Domenico Michele Secondo Maria Puccini

Тулы исеме

Джакомо Антонио Доменико Микеле Секондо Мариа Пуччини

Тыуған

22 декабрь 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Лукка, Тоскана Бөйөк Кенәзлеге

Үлгән

29 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (65 йәш)

Үлгән урыны

Брюссель, Бельгия

Ил

Королевство Италия (1861—1946) Италия короллеге

Һөнәрҙәре

композитор

Жанрҙар

опера

Автограф
Автограф
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

Джа́комо Анто́нио Доме́нико Мике́ле Секо́ндо Мари́а Пуччи́ни (итал. Giacomo Antonio Domenico Michele Secondo Maria Puccini; 1858 йылдың 22 декабрендә Луккала донъяға килә — 1924 йылдың 29 ноябрендә, Брюссель) — итальян опера композиторы, музыкала «веризм» йүнәлешенең сағыу вәкилдәренең береһе. Вердиҙан ҡала икенсе урында торған опера композиторы[1]. Джакомо Пуччини вафатынан һуң Италия операһы беренселекте юғалта.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пуччини Лукка ҡалаһында музыканттар ғаиләһендә тыуған. Пуччини ғаиләһендә музыканттар династияһына Луккала ҡарт олатаһы Джакомо (1712—1781) һәм уның аҙашы нигеҙ һала[2][3]Атаһы үлгәндән һуң, 5 йәшлек Пуччиниҙы Фортунато Маджи тигән туғанына уҡырға ебәрәләр. Ағаһы баланы тәртипһеҙ, һәләтһеҙ тип һанай һәм һәр яңылыш нота өсөн балтырына тибә торған була. Артабан ғүмере буйына, яңылыш нота ишеткәндә, композиторҙың балтыры ауырта торған була[4]. Һуңғараҡ Пуччини сиркәү органсыһы һәм хормейстер булып хеҙмәт иткән.

«Аида» операһын ишеткәндән һуң, опера композиторы булырға ҡарар итә.

Пуччини Милан консерваторияһында 4 йыл уҡый. 1882 йылда бер актлы операһын нәширәт йорто башлығы, партитуралар баҫтырыусы Джулио Рикорди ишетеп ҡала һәм яңы операға заказ бирә. Шул рәүешле «Эдгар» операһы ижад ителә.

«Манон Леско» тигән өсөнсө операһы (1893) ҙур уңыш ҡаҙана.

«Богема» операһы Пуччиниҙы донъяға таныта. Шул уҡ роман буйынса һәм шул уҡ исем аҫтында бындай операны писал Руджеро Леонкавалло ла яҙған була, шул арҡала ике композитор күҙегешәтһәм аралашмай башлай.

«Тоска» операһында төп героиняны уйнаған Ла Скала йырсыһы Дарклэ талабы буйынса, уның өсөн генә ария яҙа, хәҙер уны бар донъя «Висси d’Arte» тип белә һәм яратып тыңлай. 1900 йылда операның премьераһы була.

1904 йылдың 17 февралендә Милан театры "Ла Скала"ла Джакомо Пуччини «Мадам Баттерфляй» (Чио-чио-сан) («Мадам Баттерфляй», Давид Беласко пьесаһы буйынса) тигән яңы әҫәрен ҡуя. Спектакль халыҡҡа оҡшамай. Дуҫтары Пуччиниға әҫәрҙе яңыртып яҙырға һәм төп партияға Соломея Амвросиевна Крушельницкаяны ҡуйырға күндерә. 29 майҙа Брешианың «Гранде» театрында яңыртылған «Мадам Баттерфляй» ҡуйыла, былюлы — триумфҡа өлгәшә. Публика актёрҙарҙы һәм композиторҙы алҡыштарға күмә, ете тапҡыр сәхнәгә саҡырып сығара.

1903 йылда автомобиль аварияһына эләгә. 1909 йылда ҡатыны Эльвира, хеҙмәтсе ҡатын Дория Манфредиҙан көнләшеп, тегеһе үҙенә ҡул һала. Хеҙмәтсе ҡатындың туғандары Пуччиниҙы хөкөмгә тарттыра, һәм композитор ҙур штраф түләй.

1910 йылда Пуччини «Көнбайыш ҡыҙы» операһын тамамлай һәм уны үҙенең иң килеп сыҡмаған әҫәре тип һанай. Франц Легар һәм Имре Кальман башында килгән оперетта яҙыу теләге уңышһыҙ тамамлана. 1917 йылда Пуччини ошо опереттаһын «Ласточка» операһы тип үҙгәртә.

1918 йылда «Триптих» операһын ҡуя. Өсөнсө өлөшө — «Джанни Скикки» фарсы танылыу яулай.

1923 йыл аҙағында тоскан сигаралары һәм сигареттарын тартыра яратҡан Пуччини тамаҡ төбөндәге өҙлөкһөҙ ауыртыуҙарға зарлана башлай. Уға тамаҡ яман шеше диагнозы ҡуйыла, һәм табиптар яңы эксперименталь дауалау, радиотерапия, тәҡдим итә. Дауалау Брюссель ҡалаһында үткәрелә.

Композиторҙың һуңғы операһы «Турандот»тың һуңғы акты тамамланмай ҡала. Опера аҙағының бер нисә варианты бар, Франко Альфано яҙған версияһы йышыраҡ башҡарыла. Пуччини 1924 йылда вафат була. Операциянан һуңғы өҙлөгөү — туҡтатып булмаған ҡанау миокарда инфарктына һәм композиторҙың үлеменә килтерә.

Иртә карьераһы һәм беренсе опералары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пуччини Милан консерваторияһы өсөн тезис композицияһы сифатында Capriccio sinfonico исемендәге оркестр пьесһын яҙа. Пуччиниҙың уҡытыусылары Пончиелли һәм Бацциниға был эш яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра һәм әҫәр 1883 йылдың 14 июлендә Милан консерваториһында Франко Фассио етәкселегендәге студенттар концертында башҡарыла. Пуччиниҙың эше Миландың Perseveranza баҫмаһында ыңғай баһа ала, ошо мәлдән Пуччини Милан музыка даирәләрендә йәш композитор репутацияһына эйә була.

Стиле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫ киткес моңға һәләтле Пуччини музыка һәм ваҡиға операла айырылғыһыҙ булырға тейеш тип уйлай. Ошо сәбәп арҡаһындалыр, нигеҙҙә, Пуччини операларында увертюралар юҡ. «Пуччини октавалары» тип аталған — оркестровканың яҡшы танылған ысулы, көйҙө төрлө регистрҙарҙа төрлө ҡоралдар башҡара (йәки бер оркестр төркөмө сиктәрендә). Композиторҙың гармониялы стиле бик ҡыҙыҡлы, композитор өсөн типик булған алымдар бар, мәҫәлән, тоника урынына доминантаның субдоминантала сиселеше, параллель квинталар һ.б. Импрессионистар музыкаһы йоғонтоһо сағыу тембраль сиселештәрҙә һәм оркестр яңғыраштары менән даими уйнауҙа ишетелә. «Тоске» операһында күп үлсәмле арауыҡ иллюзияһын булдырыусы акустик эффектар оҫта ҡулланыла. Пуччини мелодикаһы бигерәк тә матур. Көйҙәрҙең байлығы арҡаһында, Пуччини опералары, Верди һәм Моцарт опералары менән бер рәттән, донъяла иң йыш башҡарылған опералар булып тора[5].

Эйәрсендәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пуччини көйөнөң йоғонтоһо ҙур. Уның эйәрсендәрен музыка тәнҡитсеһе Иван Соллертинский пуччинистар тип атай, һәм был хәрәкәттең асыҡ вәкиле Имре Кальман, тип билдәләй. «Пуччиниистарға» шулай уҡ Франц Легар һәм Исаак Дунаевский ҡарай. Дмитрий Шостакович әҫәрҙәрендә ҡайһы берҙә Пуччини стиле йоғонтоһо һиҙелә. Башлыса был кантиленаның оҡшаш хисенә һәм оркестрлаштырыуҙың колористик алымдарына ҡағыла.

Пуччини замандаштарының ҡайһы бер баһалары һәм фекерҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1912 йылда бер бик билдәле итальян тәнҡитсеһе, Пуччини операларының береһенең постановкаһы менән бәйле, үҙенең мәҡәләһендә былай тип яҙа: «Йәнәһе итальян музыкаһы — башлыса, иҫке ҡарашлы көйсөнөң әҫәрҙәренән генә тора, тип бөтә донъяның уйлауы бөтөнләй хурлыҡ, шул уҡ ваҡытта Италияла Ильдебрандо Пиццетти кеүек композитор-интеллектуалдар бар».

Икенсе тәнҡитсе, Карло Берсезио, «Богема» премьераһынан («La gazetta» гәзитендә) үҙенең тәьҫораттарын былай тип тасуирлай: «„Богема“ опера театры тарихында бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмаясаҡ. Был операның авторына үҙ әҫәрен хата тип иҫәпләү зарур».

Нәшриәтсе Рикорди, «Богема» операһының беренсе репетициялары ваҡытында композиторҙы ғазаплаған шик-шөбһәләр тураһында ишетеп, уға былай тип яҙа: «Әгәр һеҙ был опера менән тап нөктәгә эләкмәһәгеҙ, маэстро, мин һөнәремде алмаштырасаҡмын һәм салями һата башлаясаҡмын».

Либретто яҙыусы Иллика Пуччиниға яҙа: «Һеҙҙең менән эшләүе, Джакомо, — тамуҡта йәшәгән кеүек. Иов үҙе был ғазаптарҙы күтәрә алмаҫ ине».

2021 йылда «Богема» операһы үҙенең йөҙ ҙә егерме биш йыллығын билдәләне. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында ул донъяла иң күп башҡарыла торған бишәү араһында урын ала һәм шунан алып был бишәү рәтенән сыҡмай.

Пуччини хөрмәтенә Меркурий планетаһындағы кратеры атала.

Сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вердиҙан айырмалы рәүештә, Пуччини илдең сәйәси тормошонда ҡатнашмай, тип яҙа биограф[6]. Икенсе биограф, әгәр Пуччини үҙ сәйәси фәлсәфәһенә эйә булһа, ул монархист булыр ине, тип яҙа[7]

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Пуччиниҙың көнүҙәк мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынмауы кире роль уйнай. 1914 йылдың йәйендә Пуччиниҙың Италия немец ойошҡанлығынан отор ине тигән иҫкәрмәһенән һуң, Тосканини менән дуҫлығы оҙайлы тиҫтәләрсә йылға өҙөлә[6]. Пуччини 1914 йылда, Италия һәм Австро-Венгрия дошманлашып киткәндә лә, 1913 йылда уға Австрия театры заказ биргән La rondine операһы өҫтөндә эшләүен дауам итә (контракт һуңыраҡ өҙөлә). Пуччини һуғыш ваҡытында йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҡатнашмай, әммә һуғыштан зыян күргән ғаиләләргә һәм кешеләргә шәхси ярҙам итә[6].

1919 йылда Пуччини Италияның Беренсе донъя һуғышында еңеүе хөрмәтенә Фаусто Сальватори[it] одаһына музыка яҙыу буйынса заказ ала. Был Inno a Roma («Гимн Риму»)[8] әҫәрҙең премьераһы, 1919 йылдың 21 апрелендә, Рим ҡалаһының нигеҙ һалыныуы йыллығының байрамында ҡуйылырға тейеш була. Нисек кенә булмаһын, премьера 1919 йылдың 1 июненә тиклем кисектерелә һәм еңел атлетика буйынса ярыш асыу тантанаһында башҡарыла[9]. Римға Гимн фашистар өсөн яҙылмаһа ла, ул урам парадтары ваҡытында һәм итальян фашистары үткәргән йәмәғәт тантаналарында киң ҡулланылған[10]. Ғүмеренең һуңғы йылында Пуччиниҙың Бенито Муссолини һәм Италия фашистар партияһының башҡа ағзалары менән бер нисә контакты була, һәм Пуччини хатта ул партияның почётлы ағзаһы була[11]. Итальян сенаты йола буйынса ил мәҙәниәтенә индергән өлөшө күҙлегенән сығып бер нисә ағза индерә. Пуччини был хөрмәткә лайыҡ булырына өмөтләнә (уға Верди лайыҡ булған кеүек) һәм ошо маҡсат менән үҙенең бәйләнештәрен йәлеп итә. Абруйлы сенаторҙар тауыш биреү хоҡуғына эйә булһа ла, Пуччиниҙың был тәғәйенләнеш өсөн тауыш хоҡуғын ҡулланыуы тураһында раҫлауҙар юҡ. Пуччини үҙе тыуған Виареджо ҡалаһында милли театр булдырыу тураһында хыяллана, һәм был проект өсөн уға хөкүмәтт ярҙамы кәрәк була. Пуччини Муссолини менән ике тапҡыр осраша, 1923 йылдың ноябрендә һәм декабрендә. Театрға нигеҙ һалынмаһа ла, Пуччини вафатынан бер нисә ай элек сенатор титулын ала (senatore a vita)[6]. Пуччини Муссолини менән осрашҡан ваҡытта, тегенеһе премьер-министр вазифаһында бер йыл тирәһе булған, әммә уның партияһы парламент өҫтөнән әле тулы контроль алып өлгөрмәгән була. Муссолини депутаттар палатаһына мөрәжәғәт иткән телмәрендә 1925 йылдың 3 ғинуарында, композиторҙың вафатынан һуң, идара итеүҙең вәкәләтлек стилен туҡтатыуҙы һәм фашист диктатураһының башланыуы тураһында иғлан итә[12]

Опералары[13][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Виллисы» (итал. Le Villi), 1884. 1 актлы операһының премьераһы 1884 йылдың 31 майында Миланда, Verme театрында була. Альфонсо Карраның һыу ҡыҙҙары-вилиялар тураһындағы хикәйәһе буйынса.
  • «Эдгар» (итал. Edgar), 1889. Операның 4 шаршауҙан торған премьераһы 1889 йылдың 21 апрелендә Ла Скала, Милан театрында була. Пьесаһы нигеҙендә - Альфред де Мюссеның «La Coupe et les lèvres» пьесаһы нигендә яҙыла.
  • «Манон Леско» (итал. Manon Lescaut), 1893. Аббат Превоның шул уҡ исемле романы буйынса яҙылған операның премьераһы 1893 йылдың 1 февралендә Турин ҡалаһындағы Regio театрында була.
  • «Богема (опера)|Богема]]» (итал. La bohème), 1896. Анри Мюрженың «Scènes de la vie de Bohème» китабы буйынса яҙылған операның премьераһы 1896 йылдың 1 февралендә Турин ҡалаһындағы Regio театрында була.
  • «То́ска» (итал. Tósca), 1900. Викторьен Сардуҙың «La Tosca» пьесаһы буйынса операның яңы ҡуйылышы 1900 йылдың 14 ғинуарында Рим ҡалаһындағы Costanzi театрында уҙғарыла.
  • «Мадам Баттерфляй» (итал. Madama Butterfly), Дэвид Беласконың шул уҡ исемдәге пьесаһы буйынса ижад ителгән операның премьераһы 1904 йылдың 17 февралендә Миландағы Ла Скала театрында була. Рәсәйҙә опера шулай уҡ «Чио-Чио-сан» исеме менән билдәлелек алған.
  • «Девушка с Запада» (итал. La fanciulla del West), 1910. Д. Беласконың «The Girl of the Golden West» пьесаһы буйынса яҙылған операның премьераһы 1910 йылдың 10 декабрендә була.
  • «Ласточка» (итал. La rondine), 1917. Опера премьераһы 1917 йылдың 27 мартында Монте Карло ҡалаһының Opéra театрында була.
  • Триптих: «Плащ», «Сестра Анджелика», «Джанни Скикки» (итал. Il Trittico: Il Tabarro, Suor Angelica, Gianni Schicchi), 1918. Операның премьераһы 1918 йылдың 14 декабрендә Нью-Йорк ҡалаһының Metropolitan Opera театрында уҙа.
  • «Турандот» (итал. Turandot). К. Гоцци пьесаһы буйынса ижад ителгән «Турандот» операһының премьераһы 1926 йылдың 25 мартында Милндағы Ла Скала театрында уҙа. Композитор вафат булыу сәбәпле, тамамланмай ҡалған әҫәрҙе 1926 йылда Ф. Альфано тамамлап ҡуя.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ravenni, Gabriella Biagi and Michele Girardi, Giacomo (Antonio Domenico Michele Secondo Maria) Puccini (ii) in Grove Music Online, accessed 9 August 2012. — введение
  2. Dry, Wakeling. Giacomo Puccini (билдәһеҙ). — London & New York: John Lane, 1905.
  3. Catedrale di S. Martino. Centro di Studi Giacomo Puccini. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 май 2013. 3 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  4. Julian Budden. Puccini: His Life and Works — Oxford University Press US, 2002. — P. 5. (инг.)
  5. Цодоков Е. Мировая оперная статистика. operanews.ru. 2 февраль 2015 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Phillips-Matz, Mary Jane (инг.)баш. Puccini: A Biography (билдәһеҙ). — Boston: Northeastern University Press (инг.)баш., 2002. — ISBN 1-55553-530-5.
  7. Fairtile, Linda Beard. Giacomo Puccini: A Guide to Research (билдәһеҙ). — Psychology Press, 1999. — ISBN 0-8153-2033-7.
  8. Гимн Риму, перевод на русский
  9. Weaver, p. 301
  10. Puccini biography Архивная копия от 2 июль 2011 на Wayback Machine prepared by San Francisco Opera Company
  11. Wilson (2007), 192
  12. Pugliese, Stanislao G. Fascism, Anti-Fascism, and the Resistance in Italy: 1919 To the Present (инг.). — Lanham, MD: Rowman & Littlefield Publishers, 2004. — ISBN 0-7425-3122-8.
  13. Carner, Mosco: Puccini: A Critical Biography (2nd ed.) Duckworth, 1974.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ashbrook W.[en], Powers H. Puccini’s Turandot: The End of the Great Tradition, Princeton Univ. Press, 1991.
  • Author unknown, Hampton’s Magazine Vol. 26 No. 3, March 1911.
  • Author unknown, "The Stage, " Munsey’s Magazine Vol. 44 p. 6., 1911.
  • Author unknown, "New York Acclaims Puccini’s New Opera, " Theatre Magazine, Vol. 13 No. 119, January 1911.
  • Berger, William, Puccini Without Excuses: A Refreshing Reassessment of the World’s Most Popular Composer, Random House Digital, 2005, ISBN 1-4000-7778-8.
  • Budden, Julian[en], Puccini: His Life and Works, Oxford University Press, 2002 ISBN 978-0-19-816468-5
  • Carner, Mosco[en], Puccini: A Critical Biography, Alfred Knopf, 1959.
  • Centro di Studi Giacomo Puccini, «Catedrale di S. Martino», Puccini.it, Retrieved 3 November 2012.
  • Checchi, Eugenio, in Nuova Antologia, Francisco Protonotari. ed (in Italian), December 1897, pp. 470—481.
  • Dry, Wakeling Giacomo Puccini, London & New York: John Lane, 1905.
  • Eaton, W.P., "Where We Stand in Opera, " American Magazine, Vol. 71 No. 5, March 1911.
  • Espinoza, Javier, «Revealed: the identity of Puccini’s secret lover», The Guardian (London), 29 September 2007.
  • Fisher, Burton D., Puccini’s IL TRITTICO, Miami: Opera Journeys Pub., 2003, ISBN 0-9771455-6-5.
  • Kendell, Colin (2012), The Complete Puccini: The Story of the World’s Most Popular Operatic Composer, Stroud, Gloucestershire: Amberley Publishing, 2012. ISBN 9781445604459 ISBN 1-4456-0445-0
  • Keolker, James, «Last Acts, The Operas of Puccini and His Italian Contemporaries», 2001.
  • Gervasoni, Carlo, Nuova teoria di musica ricavata dall’odierna pratica (New theory of music distilled from modern-day practice) Milano: Blanchon, 1812.
  • Phillips-Matz, Mary Jane (инг.)баш. Puccini: A Biography (билдәһеҙ). — Boston: Northeastern University Press (инг.)баш., 2002. — ISBN 1-55553-530-5.
  • Montgomery, Alan, Opera Coaching: Professional Techniques And Considerations, New York: Routledge Taylor and Francis Group, 2006, ISBN 9780415976015.
  • Mourby, Adriano, "Scandalissimo! Puccini’s sex life exposed, " The Independent, 6 July 2008.
  • Osborne, Charles[en], The Complete Operas of Puccini: A Critical Guide, De Capo Press, (1982).
  • Randall, Annie J. and David, Rosalind G., Puccini & the Girl, Chicago: University of Chicago Press ISDN 0226703894
  • Ravenni, Gabriella Biagi and Michele Girardi, Giacomo (Antonio Domenico Michele Secondo Maria) Puccini (ii) in Grove Music Online, accessed 9 August 2012.
  • Siff, Ira, "Puccini: La Fanciulla del West, " Opera News, Vol. 77 No. 1, July 2012.
  • Sadie, Stanley; Laura Williams Macy, The Grove Book of Operas.
  • Sadie, Stanley (ed.), The New Grove Dictionary of Music and Musicians, London: Macmillan/New York: Grove, 1980, ISBN 1-56159-174-2.
  • Smith, Peter Fox. A Passion for Opera. Trafalgar Square Books, 2004. ISBN 1-57076-280-5.
  • Streatfield, Richard Alexander, Masters of Italian music, C. Scribner’s Sons, 1895.
  • Weaver, William, and Simonetta Puccini, eds. The Puccini Companion, W.W. Norton & Co., 1994 ISBN 0-393-029-30-1
  • Wilson, Alexandra, The Puccini Problem: Opera, Nationalism, and Modernity, Cambridge University Press (2007)