Джейн Чен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Джейн Чен
Jane Marie Chen, 2012 (cropped).jpg
Тыуған ваҡыты:

5 декабрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (40 йәш)

Гражданлығы:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Белеме

Гарвард университеты; Стэнфорд университеты

Компания

Embrace Innovations

Вазифа

башҡарма директор

Commons-logo.svg Джейн Чен на Викиһаҡлағыста

Джейн Мэри Чен (ингл. Jane Marie Chen; 5.12.1978) — Америка эшҡыуары, медицина ҡорамалдары етештереүсе Embrace Innovations һәм Embrace компанияларын нигеҙләүселәрҙең береһе, Embrace Innovations’тың башҡарма директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джейн Чен, американка, сығышы менән Тайвандән, 1978 йылда тыуған. Мәктәпте Калифорния штатындағы Аллендта тамамлай, артабан Помон колледжында, Гарвардта һәм Стэнфордта уҡый. Үҫеш илдәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шул иҫәптән Клинтон фонды менән хеҙмәттәшлек итә.

Стэнфордта уҡығанда бер төркөм студенттар, шул иҫәптән Чен, Рахул Паникер, Линус Лиан һәм Нагананд Мурти уҡытыусы ҡушыуы буйынса үҫештәге илдәрҙең фәҡир төбәктәре өсөн балалар инкубаторы эшләй[1]. Инкубатор бик ябай була, электрһыҙ ҙа эшләй ала һәм һатыуҙа булған ошондай ҡоролмаларға ҡарағанда күпкә арзан була. Бер йылдан команда — Embrace, һуңыраҡ Embrace Innovation компанияһын аса. Беренсеһе — коммерцияға ҡарамаған ойошма, ул үтә фәҡир төбәктәрҙе инкубаторҙар менән түләүһеҙ тәьмин итә, икенсеһе — социаль эшҡыуарлыҡ буйынса коммерция ойошмаһы, ҡоролмаларҙы һатып алырға мөмкинлеге булған клиникаларға һата һәм килемдең бер өлөшөн Embrace'ға күсерә[2]. 2012 йылда асылғандан алып Чен Embrace Innovations’дың башҡарма директоры булып эшләй[3].

2013 йылда Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды Ченды Йыл социаль эшҡыуарҙарының береһе тип тапты[4], Forbes журналы уны донъяның төп 30 социаль эшҡыуары иҫәбенә индерҙе[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Shilpa Kannan The low cost technology saving premature babies' lives  (инг.). BBC News (2013-08-26). 12 май 2015 тикшерелгән.
  2. Raina Assainar Embracing new born lives in a warm cuddle, Embrace Innovations  (инг.). Social Story (2013-06-12). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  3. Jane Chen Should Your Business Be Nonprofit or For-Profit?  (инг.). Harvard Business (2013-02-01). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  4. Social Entrepreneurs of the Year 2013  (инг.). Schwab Foundation (2013-03-20). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. Impact 30  (инг.). Forbes. 12 май 2015 тикшерелгән.