Эстәлеккә күсергә

Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды
Тип

коммерцияға ҡарамаған фонд

Нигеҙләү йылы

1998

Нигеҙләүселәр

Клаус һәм Шваб Хильда

Урыны

Женева, Швейцария

Төп фигуралар

Памела Хартиган

Веб-сайт

schwabfound.org

Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (ингл. Schwab Foundation for Social Entrepreneurship) — Швейцариялағы коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара фонд, социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эш иткән кешеләргә һәм ойошмаларға булышлыҡ итеү һәм финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн асылған[1].

Клаус Шваб

«Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды» 1998 йылда швейцар иҡтисадсыһы, Давостағы Бөтә донъя иҡтисад форумын нигеҙләгән һәм уның алыштырғыһыҙ президенты булып торған Клаус Шваб һәм уның ҡатыны Һилде Шваб тарафынан «донъяның танылған социаль эшҡыуарҙары берләшмәһенә» булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған[2][3]. Эшмәкәрлегенең маҡсаты — "социаль инновацияларҙың һәм прогрестың тиҙләткесе булараҡ социаль эшҡыуарлыҡты һәм социаль эшҡыуарҙар берләшмәһен үҫтереү "[3].

«Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фондының» штаб-фатиры Женевала (Швейцария) урынлашҡан.

2015 йылдың апреленә Фонд идараһына түбәндәгеләр инә ине: Һилде Шваб, Клаус Шваб, Рик Аубри, Пауло Коэльо, Дэвид Герген (АҠШ президенттары советнигы), Бельгия королеваһы Матильда, Зенель Мбеки (КАР-ҙың элекке президентының ҡатыны), Мөхәммәт Юныс[4].

«Шваб фонды» етәксеһе — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының элекке юғары вазифалы чиновнигы Памела Хартиган.

2000—2010 йылдарҙа «Шваб фонды» социаль эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүсе иң ҙур ойошмаларҙың береһе булып танылды[1][2].

2007 йылға «Шваб фонды» бөтә донъянан 72 социаль эшҡыуарға финанс һәм башҡа ресурстарға юл астырға, уларҙың идеяларын таратырға өлгөрҙә.

Фонд йыл һайын «Йылдың социаль эшҡыуары» глобаль конкурсы сиктәрендә 20-25 социаль эшҡыуарҙы билдәләй[3].

«Шваб фонды» Женевала йыл да социаль эшҡыуарҙар осрашыуҙарын, төбәктәрҙә иҡтисад конференциялары үткәрә, шулай уҡ үҙ ағзаларының Давостағы Халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡатнашыуына бағыусылыҡ күрһәтә[1][2][3].

Джеру Биллимория

Эре халыҡ-ара корпорациялар хужалары һәм етәкселәре, шулай уҡ юғары вазифалы чиновниктар менән социаль эшҡыуарҙарҙың «Шваб фонды» ойошторған осрашыуҙары уртаҡ проекттар барлыҡҡа килеүгә этәргес бирә[2].

Мәҫәлән, 2003 йылғы Бөтә донъя иҡтисад форумы барышында Һиндостан эшҡыуары [ Джеру Биллимория] Халыҡ-ара электр элемтәһе союзының генераль секретары урынбаҫары Роберто Блуая менән таныша[2]. Был танышлыҡ һөҙөмтәһендә Халыҡ-ара балалар ышаныс телефондары ассоциацияһын ойошторорға ҡарар ителә[2].

Шулай уҡ «Секем» ойошмаһы (Ибраһим Әбүләйеш) "Шваб фонды"ның таныуын яулай[5].

  1. 1,0 1,1 1,2 Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Дэвид Борнстейн. Как изменить мир: Социальное предпринимательство и сила новых идей. — Москва: Альпина Паблишер, 2012. — 499 с. — ISBN 978-5-9614-1741-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Schwab Foundation for Social Entrepreneurship (about) (ингл.). Schwab Foundation for Social Entrepreneurship. Дата обращения: 21 апрель 2015. 2015 йыл 23 апрель архивланған.
  4. Schwab Foundation for Social Entrepreneurship (foundation board) (ингл.). Schwab Foundation for Social Entrepreneurship. Дата обращения: 21 апрель 2015. 2014 йыл 24 сентябрь архивланған.
  5. Инга Пагава. Фонд Шваба: лучшие практики. Новый Бизнес (12 февраль 2008). Дата обращения: 22 апрель 2015.