Ибраһим Әбүләйеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ибраһим Әбүләйеш
Ibrahim Abouleish
Ibrahim Anouleish 20071120 1.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

химик, эшҡыуар һәм менеджер

Тыуған көнө:

23 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны:

Маштуль-эс-Сук

Гражданлығы:

Мысыр Мысыр

Вафат булған көнө:

15 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (80 йәш)

Вафат булған урыны:

Мысыр, Каир[d], Ҡәһир

Commons-logo.svg Ибраһим Әбүләйеш Викимилектә

Ибраһим Әбүләйеш[2] (إبراهيم أبو العيش, Ibrahim Abouleish; 1937 йылдың 23 марты, Мәштүл-әс-Суҡ, Мысыр) — мысыр химигы, эшҡыуары һәм менеджеры, үҙе асҡан һәм етәкселек иткән «Секем» (ингл. SEKEM) холдингы аша социаль эшҡыуарлыҡ принциптарын тормошҡа ашыра[3][4][5][6][7].

2003 йылда «Дөрөҫ йәшәү рәүеше өсөн» премияһына лайыҡ булған[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибраһим Әбүләйеш 1937 йылдың 23 мартында Мәштүл-әс-Суҡ тигән мысыр ҡалаһында (Шәрҡиә моһафазаһы) тыуған[5].

1956 йылдан Австриялағы Грац университетында химия һәм медицина өйрәнә, 1969 йылда фармакология өлкәһендә докторлыҡ дәрәжәһе ала[4][5].

1960 йылда өйләнә; ике ҡыҙы тыуа[5].

Австрияла фармацевтик тикшеренеүҙәр тармағында етәксе вазифаларҙа эшләй[5].

1977 йылда Мысырға сәфәре ваҡытында ватанының ауыр хәлдә булыуын күрә — илде иҡтисад көрсөгө, мәғарифтың артта ҡалғанлығы, халыҡ һанының үтә күплеге, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы кеүек ауыр проблемалар баҫҡан[5][7].

Тыуған иленең мөшкөл хәле уға бик көслө тәьҫир яһай һәм ул, Австрияла 20 йыл йәшәгәндән һуң, ғаиләһе менән Мысырға ҡайтып төпләнә[7].

1977 йылда Ибраһим Әбүләйеш «Секем» (ингл. SEKEM) социаль венчурлыҡ предприятиеһын аса, уның маҡсаты «ерҙе һәм кешеләрҙе һауыҡтырыу» була[6][7][8].

«Секем» тигән беренсе ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаһирәнән төньяҡ-көнсығышта 70 акр сүл ерендә ойошторола[5].

Күп йылдарға һуҙылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә Әбүләйеш асҡан һәм етәкселек иткән холдинг тәбиғи продукттар һәм шифалы үҫемлектәрҙән эшләнгән дарыуҙар баҙарында лидерға әүерелә[5]. Компания ауыл хужалығын алып барыуҙың биодинамик ысулдарын файҙаланыу яҡлы. Ауыл хужалығы культураларына, айырыуса мамыҡҡа, зарар килтереүсе ҡоротҡостар менән көрәштең экологик нигеҙләнгән сараларын ҡулланыуҙы пропагандалай[5].

Ибраһим Әбүләйеш Мысырҙа ғына түгел, донъяла күренекле социаль эшҡыуар булыраҡ танылыу яулай — ул белем биреү программалары эшләй, мәктәптәр, медицина үҙәге, Ҡулланма сәнғәттәр һәм фәндәр академияһы, шәхси университет аса[5].

2003 йылда «XXI быуат моделе эшләнмәһе» һәм «һөйөү иҡтисады» ярҙамында иҡтисади уңышлылыҡ һәм йәмғиәттең социаль һәм мәҙәни үҫеше интеграцияһы моделе эшләнмәһе өсөн «Дөрөҫ йәшәү рәүеше өсөн» премияһына лайыҡ була[3][5].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, Хелми (Helmy, 1961) һәм Мона (Mona, 1963) исемле ике ҡыҙы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.elyomnew.com/news/24hours/2017/06/15/70040
  2. Төрлө сығанаҡтарҙа, төрлө телдәрҙә исеменең яңғырашы төрлө: Абулиш, Абулеиш, Абоулиш, Абоулеиш, Аболейш.
  3. 3,0 3,1 3,2 Sekem / Ibrahim Abouleish (2003, Egypt)  (инг.). The Right Livelihood Award (2003). 22 апрель 2015 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Dr. Ibrahim Abouleish (Councillor Biographies)  (инг.). World Future Council. 22 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 Ibrahim Abouleish  (нем.). chemie.de. 22 апрель 2015 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Ангелина Горбунова Пять мифов о социальном предпринимательстве  (рус.). Частный Корреспондент (2014-12-14). 29 апрель 2015 тикшерелгән.
  8. «ерҙе һәм кешеләрҙе йылытыу».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]