Клаус Мартин Шваб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Клаус Мартин Шваб
Klaus Martin Schwab
ғинуар 2007, Давос
ғинуар 2007, Давос
Тыуған көнө

30 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны

Равенсбург

Ғилми даирәһе

иҡтисад

Награда һәм премиялары

Дэн Дэвид премияһы (2004)

Клаус Мартин Шваб (нем. Klaus Martin Schwab; 30 март 1938 йыл) — Швейцария иҡтисадсыһы, 1971 йылдан алып Давос ҡалаһында уҙғарылған Бөтә донъя иҡтисади форумының нигеҙләүсеһе һәм алыштырғыһыҙ президенты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клаус Мартин Шваб 1938 йылдың 30 мартында Германияның Равенсбург ҡалаһында тыуған. Уның атаһы фабриканың директоры була. Гимназияла уҡыған.

Клаус Шваб Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбендә белем алған, машиналар төҙөүҙе өйрәнгән. Юғары мәктәпте тамамлағас, Шваб инженер дипломын ала. 1965 йылда Клаус Шваб техник фәндәре докторы (Dr. sc. techn.) дәрәжәһен алыуға ирешә. Шулай уҡ Шваб Швейцарияның Фрайбург ҡалаһы университетында уҡый, бында сәнәғәт иҡтисадын өйрәнә. 1967 йылда иҡтисад докторы (Dr. rer. pol.) дәрәжәһен ала. Тағы ла Клаус Шваб Гарвард университетын тамамлай һәм дәүләтте идара итеү магистры (Master of Public Administration) дәрәжәһен ала.

1971 йылдан алып 2002 йылға тиклем Женева университетының профессоры була. 1972 йылдан алып шул уҡ университетта эш менән етәкселек итеүҙе уҡыта. Гарвард университетының һәм Массачусетс технологик институтының академик тормошонда әүҙем ҡатнаша. Джордж Сорос һымаҡ Карл Поппер идеяларын дауам итеүсе булып тора.

1971 йылда Клаус Шваб Европа менеджмент конференцияһын ойоштора, унда иҡтисади үҫештең иң яңы концепциялары хаҡында фекер алышалар һәм уларҙы үрләтәләр. 1979 йылдан алып Шваб «Global Competitiveness Report» йыллыҡ баҫмаһын баҫтырып сығара башлай, унда бөтә донъялағы иҡтисад, конкуренция һәм эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе тураһында мәҡәләләр баҫылып сыға. Клаус Шваб ойошторған фонд алдынғы сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар һәм интеллектуалдар менән глобаль мәсьләләр тураһында фекер алышыу өсөн берләштереүсе платформаға әүерелә. 1987 йылда был берекмә Бөтә донъя иҡтисади форумы (ингл. World Economic Forum) тип атала.

1998 йылда үҙенең ҡатыны менән «Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды»на (ингл. «Schwab Foundation for Social Entrepreneurship») нигеҙ һала, ә 2004 йылда Клаус Шваб «Глобализацияның йәш лидерҙары форумы» (ингл. The Forum of Young Global Leaders) фондын ойоштора.

Клаус Шваб күп кенә попечителлек советтары һәм төрлө предприятиеларҙың директорҙар советтары ағзаһы булып тора. Ул байтаҡ дәүләт бүләктәре менән бүләкләнгән һәм күп университеттарҙың почётлы профессоры булып тора.

Ғаилә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клаус Шваб 1971 йылдан алып никахта тора, ике балаһы бар. Женева ҡалаһы янында йәшәй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]