Джованни Пьерлуиджи Палестрина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джованни Пьерлуиджи да Палестрина
Giovanni Pierluigi da Palestrina
Төп мәғлүмәт
Тыуған

17 декабрь 1525({{padleft:1525|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Палестрина, Италия

Үлгән

2 февраль 1594({{padleft:1594|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (68 йәш)

Үлгән урыны

Рим

Һөнәрҙәре

композитор

Жанрҙар

месса, мотет, сиркәү музыкаһы

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Джованни Пьерлуиджи да Палестрина (итал. Giovanni Pierluigi da Palestrina; 17 декабрь 1525 йыл йәки 1526 йыл — 2 февраль 1594 йыл, Рим) — Италия композиторы, Ренессанс дәүеренең иң ҙур полифонисы. Рим музыкаһы мәктәбенең күренекле вәкиле.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палестринаның тыуыу датаһы һәм тыуған урыны аныҡ билдәле түгел. Гроувтың музыка һүҙлегенә ярашлы (2001), Джованни Пьерлуиджи да Палестринаның 1525 йылдың 3 феврале һәм 1526 йылдың 2 феврале араһында, (Рим ҡалаһы янындағы) Палестрина ҡаласығында[1] тыуыуы ихтимал. Һаҡланып ҡалған хаттарҙа ул Джованни Петралойзио тип ҡул ҡуйһа ла уның исеме ҡала атамаһынан килеп сыҡҡан тип иҫәпләнә. Бала саҡтан уҡ Палестрина сиркәүҙең малайҙар хорында йырлай башлай. Ул башта тыуған ҡалаһындағы хорҙа, ә 1537—40 йылдарҙа Рим ҡалаһының Санта-Мария-Маджоре сиркәүендә йырлай. Буласаҡ композитор 1544-49 йылдарҙа Палестрина ҡалаһындағы Изге Агапита сиркәүендә органсы һәм капельмейстер булып хеҙмәт итә. Шунда уҡ 1547 йылда Палестрина Лукреция Гориға өйләнә.

Үҙенең беренсе оло таянысы итеп Палестрина Юлий III папаһы йөҙөндә таба, һәм 1551 йылдан уның карьераһы Рим менән бәйле була. Папа Юлий Өсөнсөгә Палестрина дүрт тауышлы мессаларҙың 1554 йыйынтығын, үҙенең беренсе баҫтырып сығарылған әҫәрен бағышлай. 1551 йылдың сентябрендә Палестрина Изге Петр соборындағы Юлий капеллаһына йыр уҡытыусыһы һәм малайҙар хоры еткәсеһе вазифаһына саҡырыла. 1555 йылдың ғинуар айында Палестрина иң абруйлы Сикстин капеллаһының йырсыһы була, шул уҡ ваҡытта ул ғәҙәти булған ҡәтғи имтихандан азат ителә, (целибат ҡануны талап итеүе буйынса, уның ҡатыны һәм балалары булыуына ла иғтибар итмәйҙәр)[2].

1555 йылда Юлий Өсөнсөнө алмаштырған папа Марцелл II әле үҙе кардинал ғына булған сағында уҡ Палестринаға булышлыҡ иткән була. Марцелл II Ватиканды айҙан әҙерәк етәкләһә лә, уның исеме менән Палестринаның иң билдәле әҫәре — «Месса папы Марчелло» тип аталған әҫәре бәйле була. Марцелл II алмашҡа килеүсе, үҙенең консерватизмы менән билдәле булған папа Павел IV, Сикстин капеллаһы йырсыларынан целибатҡа буйһоноуҙы талап итә, һәм 1555 йылдың сентябрендә Палестрина урынын юғалта, уға күп булмаған пенсия тәғәйенләйҙәр[3]. 1555 йылдың октябрендә инде Палестрина Лютеран базиликаһының епископ сиркәүендә капельмейстер булып тәғәйенләнә һәи ошо вазифала 1560 йылға тиклем ҡала. 1561-65 йылдарҙа Палестрина Санта-Мария-Маджоре сиркәүе эргәһендәге йырсылар мәктәбе етәксеһе була, 1567-71 йылдарҙа Тиволиҙа кардинал Ипполит д’Эстеның йорт капеллаһын етәкләй. 1571 йылда папа Пий V янында, үҙенең коллегаһы һәм синыфташы Джованни Анимуччиҙың вафатынан һуң, Палестрина Сикстин капеллаһының капельмейстеры булып китә һәм был вазифаны 1586 йылға тиклем биләй; шунан һуң үҙенең вафатына тиклем Сикстин капеллаһында композитор бурыстарын башҡара һәм бер үк ваҡытта капеллаларҙың капельмейстер урынын биләй.

1572 һәм 1575 йылдарҙа Римдә башланып киткән эпидемиялар уның улдары Родольфо һәм Анджелоны һәм ҡустыһы Силланы яҡты донъянан алып китә. 1578 йылда Палестрина үҙе ҡаты ауырый һәм герцог Гульельмо Гонзаганан мессаға булған отошло заказды ҡалдырып торорға мәжбүр була. 1580 йылда ҡатыны Лукреция вафат була. Ҡайғығы батҡан композитор дини исем алырға ҡарар итә, әммә үҙен дингә бағышлауҙан алдынан ғына хәлле тол ҡатын Вирджиния Дормоли менән таныша һәм 1581 йылда ҡабаттан өйләнә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Палестрина музыка өлкәһендәге эшмәкәрлеген Рим тирә-яғында күсемһеҙ милекте һатыу менән шөғөлләнгән ҡатының бизнесына инвестициялар эҙләү менән уңышлы берләштереп алып бара[4].

1594 йылдың 2 февралендә Палестрина үҙенең йортонда вафат була һәм шул уҡ көндә Изге Петр соборындағы Яңы капеллала хөрмәтләп ерләнә. Уның ҡәбер ташындағы композитор тураһындағы тасуирламаһында бөтә донъяла таралыу алған «музыка кенәзе» тигән һүҙҙәр яҙылған. 1615 йылда соборҙы реконструкциялау ваҡытында Cappella Nova һүтелә, һәм Палестрина саркофагы (шулай уҡ беренсе ҡатыны Лукреция, ике улы һәм башҡа туғандарының ерләнгән урыны) юғала[5].

Композитор Джованни Пьерлуиджи да Палестринаның үҙе тере сағындағы данын күп факттар дәлилләй. 1565 йылда уҡ Ватикан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн уны папа Пий IV (папа композиторы)modulator pontificus тигән хөрмәтле исем менән бүләкләй, ә композиторҙың ғүмере аҙағында, 1592 йылда Палестрина хөрмәтенә маҡтау һүҙҙәре менән «Sacra omnium solemnitatum psalmodia vespertina» мотеттар йыйынтығы баҫылып сыға. Йыйынтыҡтың авторҙары араһында Дж. Азола, И. Баккузи, Дж. Кроче, Дж. Дж. Гастольди, П. Понтио, К. Порта, Л. Леони була[6]. Палестрина вафат булғандан һуң, 1613 йылда, Пьетро Чероне уның музыкаһын уға замандаш булған композиторҙарҙың музыкаһынан өҫтөн ҡуя.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палестрина тик вокал һәм күп тауышлы музыка тиерлек яҙа, күберәк мессалар (һәм башҡа сиркәү полифония жанрҙарының), мотеттар һәм «дини» мадригалдар (madrigali spirituali) авторы булараҡ билдәле.

Уның киң мираҫында 105-кә яҡын месса, «Гимны для всего церковного года» (Рим, 1589; католик гимндарҙың бөтәһе 72 эшкәртеүе, «бөтә сиркәү йылының офферториялары» (Рим, 1593; күләме һәм идеяһы буйынса уникаль цикл, 68 офферторийҙан тора, 140-ҡа яҡын мадригал һәм 300-ҙән ашыу мотет бар. Сиркәү полифонияһының башҡа жанрҙарынан (ысынында, шул уҡ мотеттар), 40-тан ашыу магнификат, 11 литаний бар.

Палестринаның (донъяуи) мадригалдарға мөнәсәбәте серле ҡала: 1584 йылғы «Canticum canticorum» мотеттар йыйынтығы инешендә ул музыкаға донъяуи текстарҙы һалыуға ҡаршы сыҡһа ла, ике йылдан һуң уның донъяуи мадригалдарының икенсе томы сыға (беренсе томы 1555 йылда донъя күрә). Палестринаның дини мадригалдары (башлыса биш тауышҡа) ике йыйынтыҡ төрөндә баҫылып сыға. Иң билдәле мадригалдары иҫәбенә биш тауышлылары «Io son ferito» (1561) һәм «Vestiva i colli» (1566) инә. Икенсеһенең популярлығы тураһында күп һанлы эшкәртеүҙәр һәм XVI—XVII быуаттарҙағы лютня, клавир һәм башҡа ҡоралдар өсөн вариациялар һөйләй.

1560 йылда Палестрина Пасха алдынан һуңғы аҙнаға тап килгән ипроперийҙары, антифондары һәм респонсориялары менән бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Уларҙың ябай, матур музыкаһы ҙур йоғонто яһай һәм сиркәү музыкаһында үҙгәрештәр индереүҙе кәрәк тип иҫәпләгән Тридент соборы Палестринаға һынау өсөн месса яҙырға мөрәжәғәт итә, ул сиркәү ғибәҙәтендә күп тауышлы музыканың мөмкинлеген раҫлар ине. Палестрина һәр береһе алты тауышҡа булған өс месса яҙа. Өсөһө лә иҫ киткес сифатҡа эйә була, әммә иң попруляр месса булып папа Марцелл II иҫтәлегенә яҙылған месса тора, ул шулай уҡ «Мессы папы Марцелла» исеме менән билдәле була (башҡа исеме — «Месса папы Марчелло», 1562 й. тирәһе)[7].

Джованни Пьерлуиджи да Палестринаның мессалары ваҡыт үтеү менән уның композиция стиленең үҙгәреүен күрһәтә. Уның Sine nomine мессаһы менән Иоганн Себастьян Бах ҡыҙыҡһына, ул уны өйрәнә һәм үҙенең месса си минорын яҙғанда ҡуллана. Палестринаның күп мессалары 1554—1601 йылдар дауамында ун өс томда баҫылып сыға, һуңғы ете томы уның вафатынан һуң баҫыла.

Джованни Пьерлуиджи да Палестринаның полифоник музыкаһының айырым һыҙаты — авторҙың аңлайышлылыҡҡа, тәбиғилеккә һәм тасуирлыҡҡа өлгәшеүе һәм шул уҡ ваҡытта ысын ғибәҙәт кәйефен булдыра алыуы. Палестрина тексҡа ҙур иғтибар бирә, уның дөрөҫ йырланышы тураһында хәстәр итә.

Үҙенең ижадында Палестрина үҙе эшләгән билдәле ҡағиҙәләргә буйһона. Уларҙы түбәндәгесә әйтеп бирәргә мөмкин:

  • музыка ағымы хәрәкәтһеҙ, йәки әҙ хәрәкәтле түгел, хәрәкәтсел булырға тейеш;
  • көйҙә ноталар араһында күп киҫкен күсештәр булырға тейеш түгел;
  • әгәр һикерештәр булһа, улар әһәмиәтһеҙ булырға тейеш һәм кире йүнәлештә тиҙ генә баҫҡыслы хәрәкәт менән компенсацияланырға тейеш;
  • диссонанстар ҡыҫҡа һәм көсһөҙ ноталар менән сикләнергә тейеш; уларҙың көслө өлөштәрҙә килеп сығыуы тиҙ генә консонансҡа әйләнергә тейеш[8].

Тик һуңғы ваҡытта ғына, элек билдәле булмаған йәки онотолған Яңырыу осоро музыка әҫәрҙәренең табылыуы һәм баҫылып сығыуы арҡаһында, Палестринаның ижадын тарихи контекста тейешле баһалау мөмкин була. Ул музыкала һуңғы Ренессанстың үҙенсәлекле һәм лайыҡлы вәкиле булһа ла, башҡа эшмәкәрҙәр уға ҡарағанда (миҫалға, Орландо ди Лассо йәки Уильям Бёрд), тикшеренеүселәр фекеренсә, үҙҙәренең ижадында күп яҡлыраҡ була. Хәйер, XX быуат һәм XXI быуат ғалимдары, үҙҙәренең эштәрендә Джованни Пьерлуиджи да Палестрина замандаштарының шулай уҡ музыканы ижад итеүҙә үҙ шәхси манераларының булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһалар ҙа, уның тураһында талантлы композитор тигән фекерҙе хуплай.

Палестрина стилендә музыканы Рим мәктәбе композиторҙары, Палестринаның уҡыусылары Джованни Нанино, Руджеро Джованелли, Арканджело Кривелли, Теофило Гаргари, Франческо Сориано һәм Грегорио Аллегри яҙыуын дауам итә. Палестринаның уҡыусылары булып шулай уҡ Сальваторе Сакко, һәм Латеранда San Giovanni сиркәүе янында капельмейстер булған Джованни Драгони тора.

Автор стиленең үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палестрина әҫәрҙәренең ике тулы баҫмаһы бар: Франц Ксавьер Хаберль редакцияһы аҫтында 33-томлыҡ баҫма һәм Роберто Казимири редакцияһы аҫтындағы егерменсе быуаттың икенсе яртыһында баҫтырылған 34-томлыҡ баҫма. Палестрина үҙ мессаларын яҙғанда тәү сиратта дүрт-биш тауышҡа иғтибар биреп ижад итә: дүрт тауышлы полифонияны ул 40 әҫәрендә ҡуллана, а биш тауышлы полифонияны — 38 әҫәрендә, шуны әйтергә кәрәк, композитор барлығы 105 месса ижад иткән. Әйткәндәй, Палестрина стиленә хас артыҡ күҙгә ташланып бармаған байтаҡ деталдәрҙе: музыканың тик вокал өлөшөндә ваҡыт-ваҡыт интонация модификацияларын, тауыштарҙың ҡапыл ғына һикерешен, фанфарҙарға оҡшаш юғары күтәрелеүсе фразаларҙы күҙәтергә мөмкин. Был деталдәр композитор музыкаһының дөйөм баланслылығына һәм эмоциональ тотороҡлоғона контраст булып тора.

Палестрина әҫәрҙәрендә ижад иткән образдарының һәм тематикаһының бөтөнлөгөнә өлгәшеү өсөн (бигерәк тә ҙур күләмле әҫәрҙәрендә) һәм музыка өлөштәренең интонацион бәйләнешлеген формалаштырыу өсөн, беренсенән, теге йәки был композиция мөмкинлектәрен файҙаланһа, икенсенән, техник алымдарҙың комплекслы берлеген булдыра. Һөҙөмтәлә композитор полифония техникаһын барлыҡ музыка жанрҙарында ла бик уңышлы ҡуллана; белгестәр әйтеүенсә, был техника ҡолаҡты ярып бармай, ә киреһенсә, эстетик ыңғай эмоциялар тыуҙыра.

Палестрина ижадында каноник мссалар бик күп(«Ad coenam Agni providi», йәки[Missa ad fugam], «Repleatur os meum» һәм исемһеҙ месса (Missa sine nomine).

Палестрина менән бәйле Нидерланд полифония мәктәбе үҙ тормошонда һәр саҡ модаллекте еңергә ынтыла. Полифония саф көйөнсә композиторҙар әҫәрҙәрендә күп күҙәтелмәй, сөнки ладтар модаль системаһы григориан монодияһы менән ныҡ бәйле булған була. Шунлыҡтан классик сиркәү ладтарының үҫешә барыуы композиторҙарҙың эстетик маҡсаттарына яуап бирмәй, сөнки горизонталь мелодия һыҙыҡтары (минор) менән бер рәттән вертикаль һыҙыҡтар ҙа (мажор) үҙенең кәрәклеген һиҙҙерә. Палестрина классик сиркәү ладтары менән генә музыка ижад итеүгә ҡаршы тора, ләкин тулыһынса мажор-минор ладтар системаһына күсмәй ҡала.

Палестрина үҙ әҫәрҙәрендә специфик контрастарҙы имитация-полифоник һәм аккорд элементтары ярҙамында ижадына индергән. Композитор, ошо алымды ҡулланып, контрастарҙы тәрәнерәк күрһәтә алған. Композиторҙың контрастарҙы ҡулланыуы Палестрина ижадының художество-эстетик әһәмиәтен арттырып тора.[17].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Palestrina // The New Grove Dictionary of Music and Musicians. L.; N.Y., 2001.
  2. Marvin C. Giovanni Pierluigi da Palestrina: a research guide. New York: Routledge, 2002, p. 2.
  3. Marcellus was succeeded by the intransigent Giampietro Carafa, Paul IV, whose rigorous enforcement of the chapel’s rule on celibacy brought about the dismissal of Palestrina and two other married singers in September 1555, though they were given modest pensions. In: Lockwood L., O’Regan N., Owens J.A. Palestrina // The New Grove Dictionary of Music and Musicians. Vol. 18. N.Y.; L., 2001.
  4. Lockwood L., O’Regan N., Owens J.A., op. cit.
  5. Pehl A. Rom: Eine musikalische Entdeckungsreise. Darmstadt: Lambert Schneider, 2014, S.9-10 2017 йыл 5 август архивланған..
  6. Библиографическое описание, текст хвалебного предисловия и содержание сборника
  7. Три мессы решили участь многоголосной церковной музыки. Папа Пий IV, услышав эту музыку, воскликнул: «Здесь Иоанн (то есть Палестрина) в земном Иерусалиме дает нам предчувствие того пения, которое святой апостол Иоанн в пророческом экстазе слышал в небесном Иерусалиме».
  8. Johann Joseph Fux, The Study of Counterpoint (Gradus ad Parnassum). Tr. Alfred Mann. W.W. Norton & Co., New York, 1965. ISBN 0-393-00277-2

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иванов-Борецкий М. В. Палестрина. — Москва, 1909.
  • Копылова Е. Б. Из истории русской палестринианы. — М., 1999
  • Русская книга о Палестрине. Составитель Т. Н. Дубравская. — Москва, 2002.
  • Baini G. Memorie storico-critiche della vita e delle opere di Giovanni Pierluigi da Palestrina. Roma, 1828.
  • Иванов-Борецкий М. В. Палестрина. Москва, 1909.
  • Jeppesen K. The style of Palestrina and the dissonance. Copenhagen, 1946.
  • Jeppesen K. The Recently Discovered Mantova Masses of Palestrina // Acta Musicologica 22 (1950), pp. 36–47.
  • Jeppesen K. Pierluigi da Palestrina, Herzog Guglielmo Gonzaga und die neugefundenen Mantovaner-Messen Palestrina's. Ein ergänzender Bericht // Acta Musicologica 25 (1953), S.132-179.
  • Reese G. Music in the Renaissance. New York, 1954; 2nd ed., ib., 1959 (большая глава о Палестрине, с пронумерованным списком месс)
  • Hermelink S. Dispositiones modorum: die Tonarten in der Musik Palestrinas und seiner Zeitgenossen. Habilitationsschrift. Heidelberg, 1959; (книга) Tutzing, 1960.
  • Fellerer K.G. Palestrina. Leben und Werk. Düsseldorf: Schwann, 1960.
  • Hohlfeld Ch., Bahr R. Schule musikalischen Denkens. Der Cantus-firmus-Satz bei Palestrina. Wilhelmshaven, 1994.
  • Heinemann M. Giovanni Pierluigi da Palestrina und seine Zeit. Laaber, 1994.
  • Stewart R. An introduction to sixteenth-century counterpoint and Palestrina’s musical style. New York : Ardsley House, 1994. ISBN 978-1-880157-07-7.
  • Bianchi L. Iconografia palestriniana. Giovanni Pierluigi da Palestrina: immagini e documenti del suo tempo. Lucca, 1994.
  • Lüttig P. Der Palestrina-Stil als Satzideal. Tutzing, 1994.
  • Bianchi L. Palestrina nella vita, nelle opere, nel tempo. Palestrina, 1996.
  • Schlötterer R. Der Komponist Palestrina. Grundlagen, Erscheinungsweisen und Bedeutung seiner Musik. Augsburg: Wissner, 2002. 321 SS. ISBN 3-89639-343-X.
  • Marvin C. Giovanni Pierluigi da Palestrina: a guide to research. New York: Routledge, 2002. XVI, 478 p. ISBN 978-0-8153-2351-8 (содержит подробный список сочинений, отсортированных по инципитам, обширную библиографию и дискографию)
  • Русская книга о Палестрине. Составитель Т. Н. Дубравская. Москва: Московская гос. консерватория, 2002.
  • Japs J. Die Madrigale von Giovanni Pierluigi da Palestrina. Genese — Analyse — Rezeption. Augsburg: Wißner, 2008. ISBN 978-3-89639-524-5.
  • Лебедев С.Н. Палестрина // Большая российская энциклопедия. Т.25. М., 2014, с.149-150.

Оффертории Палестрины[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Dahlhaus C. Untersuchungen über die Entstehung der harmonischen Tonalität. Kassel, 1968, S. 181—185.
  • Dahlhaus C. Zur Tonartenlehre des 16.Jahrhunderts // Die Musikforschung 29 (1976), S. 300—303.
  • Powers H. Modal representation in polyphonic offertories // Early Music History 2 (1982), p. 43-86.
  • Meier B. Zu den in mi fundierten Werken aus Palestrinas Offertoriums-Motettenzyklus // Die Musikforschung 37 (1984), S. 215—220.
  • Mangani M., Sabaiano D. Tonal types and modal attributions in late Renaissance polyphony: new observations // Acta musicologica 80 (2008), p. 231-250.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]