Джон Бёрд
Джон Бёрд | |
John Bird | |
![]() | |
Эшмәкәрлек төрө: |
Социаль эшҡыуарлыҡ (эшҡыуар һәм менеджер) |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Лондон ҡалаһы |
Ил: | |
Балалары: |
3 |
Награда һәм премиялары: |
Джон Бёрд (ингл. John Bird; 30 ғинуар 1946) — Британия эшҡыуары һәм менеджеры, The Big Issue урам гәзитен ойоштороусы, уның етәксеһе һәм баш мөхәррире.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Джон Бёрд 1946 йылдың 30 ғинуарында Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондондоң Ноттинг-Хилл районында ярлы ирланд ғаиләһендә тыуған[1].
Ул алты малай араһында өсөнсөһө була[2].
Ата-әсәләренең ҡуртымға алған торлаҡтарына түләү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, биш йәшенән берәҙәк тормошта йәшәргә мәжбүр була,[2] ә ете йәштән алып ун йәшкә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә[3].
Үҫмер сағында урамда йәшәй, урлап донъя күрә һәм төрмәгә эләгә[3][2]. Төрмәнән сыҡҡас урамда йәшәй һәм тағын төрмәгә ултыра[3].
Полиция эҙәрләүенән Парижға (Франция) ҡаса, The Club (сәйәси төркөм) партияһына инә[2].
1970 сәйәсәттән китә һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай[3].
1991 йылда Анита Роддикменән Body Shop косметик бизнесынан табыш алғандан һуң, 50 000 АҠШ долларына The Big Issue нигеҙ һала[4][2], ә 1995 йылда фонд The Big Issue Foundation өйһөҙҙәргә ярҙам күрһәтә башлай[1].
The Big Issue Invest уңыштары өсөн, Джон Бёрд бер нисә бүләк ала: 1995 йылдың июнендә Британия империяһы ордены ағзаһы була, 1996 йылдың майында БМОның «Яҡшы тәжрибә» шорт-лист премияһын, 2004 йылдың октябрендәUN-Habitat Scroll of Honour Award премияһын ала, 2004 йылда BBC тарафынан «Лондон легендаһы» тип атала, ә 2006 йылда The Beacon Fellowship премияһын ала[5].
2007 йылда Бёрд Лондон мэрына үҙен бойондороҡһоҙ кандидат итеп ҡуям тип белдерә һәм үҙенең манифестын белдерә[6], әммә һуңыраҡ был уйынан баш тарта[7].
2008 йылдың октябрендә Ernst & Young Джон Бёрдты «Йыл социаль эшҡыуары» тип атай[8][9].
2009 йылда Бёрд социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күһәтеү өсөн, үҙенең The Big Issue Invest инвестиция фондын аса.
2013 йылдан Plymouth University хөрмәтле докторы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1049077 - THE BIG ISSUE FOUNDATION (инг.). Charity Commission. 6 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Nick Davies The big thing about the Big Issue (инг.) (1994-03). — The Guardian. 6 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 John Bird (инг.). National Literacy Trust (2007). 6 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ Boukhari, Sophie The Press Takes to the Street (инг.). UNESCO Courier (1999-02). 6 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ Beacon Fellows (инг.). beaconawards.org.uk. 6 май 2015 тикшерелгән. 2017 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
- ↑ Big Issue owner unveils manifesto (инг.). BBC (2007-05-01). 6 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ Big Issue founder targets poverty (инг.). BBC (2007-10-18). 6 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ Ernst&Young Entrepreneur 2008 award recipients
- ↑ Richard Harpin, CEO of Homeserve Plc, is Ernst & Young ‘UK Overall Entrepreneur Of The Year 2008’