Эстәлеккә күсергә

Джулия Бек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джулия Бек
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция[1]
Тыуған көнө 20 декабрь 1853({{padleft:1853|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[5] (81 йәш)
Вафат булған урыны Вокрессон[d]
Атаһы Франц Бек[d]
Һөнәр төрө рәссам, каллиграф
Уҡыу йорто Королевская художественная академия[d][6]
Академия Жюлиана[d]
Констфак[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1935[5]
Ҡатнашыусы Salon of 1880[d][6]
Ойошма ағзаһы Колония Грез[d]
Жанр портрет[d], автопортрет[d] һәм пейзаж[d][6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Почётного легиона
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Julia Beck
 Джулия Бек Викимилектә

Юлия Бек (20 декабрь 1853 йыл — 21 сентябрь 1935 йыл) — Швеция рәссамы һәм каллиграфы[7].

Юлия Бек — Швецияла, Стокгольм ҡалаһында тыуған, бухгалтер Франц Бек ҡыҙы. Швед короле нәфис сәнғәт академияһында (1872—1878), аҙаҡ — Парижда, Жюлиан Академияһында (1883—1884) уҡыған, унда педагогтары француз рәссамдары Леон Бонн һәм Жан-Леон Жером була. Артабан Францияла йәшәй, ҡалған ғүмеренең күп өлөшөн шунда үткәрә[8]. Күпмелер ваҡытҡа рәссамдар Харриет Бакер, Хильдегард Торелль (Thorell Hildegard) һәм Анна Мунт-Норстедт менән бергә Парижда студияны ҡуртымға алалар, шулай уҡ Гре-сюр-Луэнда рәссамдар колонияһында йәшәй.

Юлия Бек, профессиональ рәссам булараҡ, финанс сәбәптәр буйынса портреттарҙа махсуслаша һәм үҙ быуыны швед ҡатын-ҡыҙ-рәссамдары араһында үҙенең финанс үҙаллылығы булған бик әҙҙәрҙең береһе була. Әммә, уның яратҡан жанры пейзаж була. Юлия Бек үҙенең импрессионистар стилендә, тоноҡ палитрала яҙылған пейзаждары менән билдәлелек ала.

Ул 1934 йылда Франция почетлы легион ордены менән бүләкләнә.

Юлия Бек 1935 йылда Францияла, Вокрессонда вафат була.

Әлеге ваҡытта уның хеҙмәттәре музей коллекцияларында, шул иҫәптән Швеция Милли музейында һаҡлана. 20122013 йылдарҙа рәссамдың эштәре Швецияла, Мура ҡалаһының Зорн музейында һәм Стокгольмда, Свен-Гарри художество музейында ретроспектива үткән.

Тере сағындағы күргәҙмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салон, Гран-Пале, Париж, 1880.
  • Union des Femmes Peintres et Sculpteurs, Palais de l’Industrie, Париж, 1893.
  • Салон, Гран-Пале, Париж, 1905.
  • Vaucresson, 1925.
  • Beck, Julia (2013). Brev från Julia Beck / [sammanställda av] Kåa Wennberg; [foto: Susanne Berger …]. Saltsjö-Boo: Kåa Wennberg. Libris 14229093. ISBN 9789197461238
  • Wennberg, Kåa (2012). Julia Beck / [foto: Lars Berglund …]. Malmö: Arena. Libris 13499447. ISBN 978-91-7843-381-0
  1. 1,0 1,1 http://kulturnav.org/c3b7ae84-4dd3-4a43-bf56-394e80a0a26b — 2016.
  2. https://rkd.nl/explore/artists/269749
  3. Julia Beck (нидерл.)
  4. Julia Beck (фр.)ministère de la Culture.
  5. 5,0 5,1 RKDartists (нидерл.)
  6. 6,0 6,1 6,2 Julia Augusta Lovisa Beck
  7. Swedish Encyclopedia, Malmö, 1939.
  8. Elgán, Elisabeth, and Irene Scobbie. Historical Dictionary of Sweden, 3rd ed. Rowman & Littlefield, 2015, p. 34.