Эстәлеккә күсергә

Диваевтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Диваевтар
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Уҫы даруғаһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр

Диваевтар (Деваевтар) — дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ди(е)вай Неваев (1679—1756).

Диваевтар нәҫеле тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диваевтарҙың сығышы — Уҫы даруғаһы мишәрҙәренән. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы (1738).

Дивай Неваевтың улы — Сөләймән Диваев (1718—14.2.1757, Санкт‑Петербург) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын, 1747 йылғы ихтилалды, 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы.

1739 йылда Уҫы даруғаһының мишәр старшинаһы. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Әжәк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) йәшәй.

1756 йылдың авгусында Әжәктә Батыршаны әсир итә һәм Ырымбур ҡалаһына илтә, көҙөн Санкт‑Петербургҡа оҙатып бара. 1756—1757 йылдарҙың ҡышында императрица Елизавета Петровна тарафынан ҡабул ителә.

Ишмөхәммәт Сөләймән улы Диваев (Ишмөхәммәт Сөләймәнов булараҡ билдәле) — яҡынса 1744, Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Әжәк ауылы — 1798), 1792 йылдан поручик.

Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—1775) баҫтырыуҙа ҡатнашҡан.

XVIII быуаттың 50—70‑се йылдарында 5 йөҙлөк команда сотнигы, старшина булып хеҙмәт иткән.

1769 һәм 1773 йылдарҙа башҡорт-мишәр командаһы башында Себер сик һыҙығында хеҙмәт иткән.

1781—89 йылдарҙа Өфө провинцияһының почта комиссары.

1796 йылдан алып 2‑се мишәр кантонының 2‑се йорто старшинаһы.

1773 йылдың декабре — 1774 йылдың мартында баш күтәреүселәр ҡулында әсирлектә була.

1774 йылдың яҙы — көҙөндә властарға тоғро мишәрҙәрҙән отряд ойоштора һәм уға етәкселек итә.

Августа уның отряды И. К. Рылеев етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре составында Өфөнө обороналауҙа, сентябрҙә Йәлдәк улусы Тимошкин ауылы (хәҙер был ауыл юҡ) һәм Себер даруғаһы Ҡыр-Танып улусы Нөркә ауылы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Балтас районы) эргәһендә баш күтәреүселәргә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Властарға Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров, Ҡәнзәфәр Усаев һ.б. отрядтарының хәрәкәте турваһында мәғлүмәт еткереп тора.

1775 йылда һәм 1778 йылда «башҡорт депутацияһы» составында Санкт‑Петербургта императрица Екатерина II тарафынан ҡабул ителә.

1762 йылдан башлап — Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы Боҙаяҙ ауылында (Ҡырмыҫҡалы районы), 1775 йылдан алып шул уҡ улустың Туҡай ауылында (Ауырғазы районы) йәшәй.

1776 йылда Алтын миҙал, исемле ҡылыс менән бүләкләнгән.


Ишмөхәммәт Сөләймәновтың улдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллатиф Ишмөхәммәт улы Диваев — поход старшинаһы, дистанция начальнигы.

Ғөбәйҙулла Ишмөхәммәт улы Диваев (1767—1846), зауряд-сотник.

Фәйрушат Ишмөхәммәт улы Диваев (1768—1819) — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1816—1819 йылдарҙа 2‑се мишәр кантоны начальнигы.

Сәйфулла Ишмөхәммәт улы Диваев (1775—1838) — поход старшинаһы.

Сәйфетдин Ишмөхәммәт улы Диваев (1785—1852) — зауряд-сотник.

Фәйрушат Ишмөхәммәт улы Диваевтың улы — Шаһиморат Фәйрушат улы Диваев (1804, Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы Туҡай ауылы — 1857, шунда уҡ) — поход старшинаһы.

Әхмәтйән Шаһиморат улы Диваев (1828, Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы Туҡай ауылы — 1880, шунда уҡ) — топограф. Неплюев кадет корпусында уҡыған. XIX быуаттың 40—70‑се йылдарында Башҡорт ғәскәрендә башҡорт кантондары попечителе тәржемәсеһе булараҡ, артабан Башҡорт ыҙан комиссияһында хеҙмәт итә.

Әхмәтйәәндең улы — Ә.Ә. Диваев.

Р. М. Диваев та шулай уҡ Диваевтар нәҫеленә ҡарай.

  • Нығытмалы сик һыҙыҡтары
  • Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936.