Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы
Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы.jpg
Тыуған ваҡыты:

1961({{padleft:1961|4|0}})

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

19832013

Театр:

Мәжит Ғәфури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)

Сайт:

http://bashdram.ru/troupe/dilmuxametova.html

Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (1961) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы 1961 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе Әнисә Дилмөхәмәтова — артист һәм драматург. Атаһы Ишмулла Дилмөхәмәтов — йырсы һәм ҡурайсы. Мәктәпте тамамламаҫ борон уҡ Шәүрә Ишмулла ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек бүлегендә уҡый башлай һәм бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона инә. 1983 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Рифҡәт Исрафилов) тамамлай. Институтты тамамлағас Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклендә Зөбәржәт, М. Ғиләжевтең «Һөйәм, һағынам» спектаклендә — Бибибаныу, С. Әбүзәрҙең «Хыялый»ында Шәрифә, «Шамбала» спектаклендә Туяна, Клара («Мәмерйә», Ғ. Шафиҡов), Варька («Бесталанная», Карпенко-Ҡарый), Анна («Ричард III», В. Шекспир), Фәйрүзә («Айғырыңды биреп тор!», Р. Кинйәбаев), Хәҙисә («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәгем», С. Айытматов), Ҡафия («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», М. Кәрим), Люся («Әсәйем, рапорт бирәм!»

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1991)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]