Эстәлеккә күсергә

Димитрий Чуповский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Димитрий Чуповский
Тыуған көнө

8 ноябрь 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат булған көнө

29 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (61 йәш)

Ил

 Югославия

 Димитрий Чуповский Викимилектә

Димитрий Чуповский (макед. Димитрија Чуповски; 8 ноябрь 1878 йыл — 29 октябрь 1940 йыл) — македон йәмәғәт эшмәкәре, филолог һәм лексикограф. Македон теле дәреслеге авторы.

Димитрий Чуповский Ғосман империяһы (хәҙер Төньяҡ Македония) Папрадиште ауылында (хәҙер Чашка общинаһы составында) тыуған. Атаһын ул тыумаҫ элек үк үлтергәндәр. Чуповскийға 10 йәш булғанда, ауылы яндырыла, ғаиләләре әсәһенең тыуған ауылы Крушевоға килеп урынлашҡан. Сауҙа белгесе булып уҡып сыҡҡандан һуң, ул, ағай-энеһе менән эш эҙләп Софияға килгән. Яңы барлыҡҡа килгән Болғар Короллеге баш ҡалаһында Чуповский көн дауамында эшләгән һәм Дамян Груев, Петар Поп Арсов һәм башҡа студенттар ойошторған мәктәптә лә уҡыған.

Һуңынан уҡыуын Белградта һәм Санкт-Петербургта дауам иткән. Ул ваҡытта Санкт-Петербургта йәшәгән болғар көрәше яҡлы революционер Христо Шалдев Чуповскийҙы Рәсәй яҡлы кеше тип ҡылыҡһырлаған. Санкт-Петербургтағы йәшерен македон түңәрәге ағзаһы һәм Эске македон революцион ойошмаһы (ВМРО) Шалдев мәғлүмәте буйынса, Чуповский серб профессоры Стоян Новакович, Йован Цвиич һәм Александр Белич кеүек идеологтар йоғонтоһонда булған[1]. Бигерәк тә Новакович, Санкт-Петербургта 1902 йылда нигеҙ һалынған Македон әҙәби йәмғиәтенә һәм ул йәмғиәттең Чуповский кеүек ағзаларына таянып, идеяларын тормошҡа ашырыу маҡсатында, үҙенең Санкт-Петербургтағы дипломатик ролен файҙаланған[2][3].

1905 йылда Чуповский Велес ҡалаһында тәүге пан-македон конференцияһын ойоштороп маташҡан, уны Эске македон революцион ойошмаһының (ВРМО) урындағы етәксеһе Иван Наумов ҡаланан ҡыуған[4][5], хатта уға македон яҡлы булған һәм антиболғар идеялары өсөн үс алыу менән янағандар[6]. Блаже Ристовский был хәл урындағы болғар митрополитының интригалары һәм Чуповскийҙы серб агенты тип йөрөткән Шалдевтың эшмәкәрлеге арҡаһында килеп сыҡҡан тип раҫлаған[7], ә һуңғараҡ үҙенең мемуарҙарында Чуповскийҙың 1904 йылда яҙған хатындағы һүҙҙәрен «Македонияла сербской пропагандаһына һәм уның кешеләргә деструктив йоғонтоһона» ҡаршы сыҡҡан тип аңлатҡан[8]. Ҡайһы бер болғар тикшеренеүселәре шулай уҡ Чуповскийҙы маргиналь фигура һәм Рәсәй империяһының Сит ил эштәре министрлығына хеҙмәт иткән серб агенты тип иҫәпләй[9][10].

1912 йылда Балҡан һуғышы башланғандан һәм Ғосман Македонияһы территорияларын православие диненә ҡараған Балҡан Союзы армиялары яулап алғандан һуң, Чуповский 17 ноябрҙә Софияға килгән һәм, әллә ни уңыш ҡаҙанмаһа ла, македон эмиграцияһының ҡайһы бер вәкилдәре менән осрашҡан. 4 декабрҙә Чуповский Скопьеға килгән, ул бабай тейеш туғанында туҡтаған һәм шулай уҡ урындағы халыҡ менән осрашҡан. Уның македон яҡлы идеяларына ышандырырға тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа осраған, һәм хатта туғандары ла уның был ҡараштары менән килешмәгән[11].

Артабан ул Велесҡа киткән, унда пан-македон конференциюяһын ойошторған, был де-факто Эске македон революцион ойошмаһыныңның һул ҡанаты урындағы революционерҙарының осрашыуы булған. Чуповский уларҙы, Македонияның бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында, Лондон тыныслыҡ конференцияһына үҙ вәкилдәрен ебәреү кәрәклегенә ышандырырға маташҡан, әммә был эше лә уңышһыҙ тамамланған. Һуңынан Чуповский покинул Македониянан киткән һәм Петербургҡа ҡайтҡан, һәм Бөйөк Державаларға һәм Балҡан союзына ингән башҡа илдәргә Македонияның автономияһы тураһында меморандум инициаторы булған[12].

Ул Санкт-Петербургта 1902 йылда Македон әҙәбиәт йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм 1902-1917 йылдарҙа уның президенты булған. Чуповский - бик күп мәҡәләләр һәм рәсми документтар авторы, Македон колонияһы бюллетенен сығарған, күп кенә македон ойошмаларын ойошторған. Ул рус һәм македон телендә шиғырҙар яҙған. Ул шулай уҡ тәүге македон-рус һүҙлеге сығарған, македон грамматикаһы һәм Македония һәм македонлылар тураһында энциклопедик монографияһы сығарыу өҫтөндә эшләгән; Македонияның этник һәм географик картаһын төҙөгән.

1913-1914 йылдарҙа Чуповский һәм уның арҡаҙаштары «Македония Тауышы» («Македонский Голос») Петербург гәзитендә гректарҙан, болғарҙарҙан һәм сербтарҙан айырым македон халҡы барлығын нигеҙләгән мәҡәләләрен баҫтырған, бар көсө менән бойондороҡһоҙ Македония дәүләте идеяһын популярлаштырыу өҫтөндә эшләгән.

Беренсе Бөтөн донъя һуғышынан һәм Рәсәйҙәге Октябрь революцияһынан һуң Чуповскийҙың сәйәси әүҙемлеге туҡтап ҡалған. Ул Совет Рәсәйенә күскән (эмигрировал) һәм 1940 йылдың 29 октябрендә Ленинградта вафат булған. Чуповскийҙың һуңғы хеҙмәттәре 1942 йылда Ленинградты бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан.

Димитрий Чуповский македон милли хәрәкәтене иң әһәмиәтле эшмәкәрҙәренең береһе булып торған.

  1. Extracts from the memoirs of Hristo Shaldev, Macedonian revolutionary (1876—1962), Macedonian Patriotic Organization «TA» (Adelaide, Australia, 1993), 2.
  2. One hundred years Yugoslavia: the vision of Stojan Novaković revisited, The Journal of Nationalism and Ethnicity, Volume 39, Issue 6, 2011, Bojan Aleksov, pp. 997—1010.
  3. The national idea as a research problem Problems in European civilization, Instytut Slawistyki (Polska Akademia Nauk) Jolanta Sujecka, 2002, ISBN 838661949X, p. 279.
  4. We, the People: Politics of National Peculiarity in Southeastern Europe, Diana Mishkova, Central European University Press, 2009, ISBN 9639776289, p. 133.
  5. Blaže Ristovski, Вардар: научно-литературно и општествено-политичко списание на К.
  6. The Past in Question: Modern Macedonia and the Uncertainties of Nation, Keith Brown, Princeton University Press, 2003, ISBN 0691099952, p. 270.
  7. Blaže Ristovski, Столетија на македонската свест, Skopje: Kultura, 2001, p. 35
  8. Extracts from the memoirs of Hristo Shaldev: 2.
  9. Historical Dictionary of the Republic of Macedonia, Dimitar Bechev, Scarecrow Press, 2009, ISBN 0810862956, p. 52.
  10. Македонизмът и съпротивата на Македония срещу него. Коста Църнушанов, Унив. изд. «Св. Климент Охридски», София, 1992 г. p. 82.
  11. Македонизмът и съпротивата на Македония срещу него. Коста Църнушанов, Унив. изд. «Св. Климент Охридски», София, 1992 г. стр. 82.
  12. The Balkan Wars in the Eyes of the Warring Parties: Perceptions and Interpretations, Igor Despot, iUniverse, 2012, ISBN 1475947038, p. 242.

Ҡалып:Изолированная статья