Дирән быуа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дирән быуа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Карта


Тюринский пруд
Ил
РайонИшимбай 
Карта
Карта

Дирән быуа Ишембай ҡалаһына ингән Тирмән-Йылға ауылы һәм Нефтсе ҡасабаһы янында урынлашҡан. Шулай уҡ был һыу ятҡылығы Ишембай нефть эшкәртеү заводы быуаһы тигән исем аҫтында ла билдәле.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дирән быуаның тарихы бик үҙенсәлекле. Ишембай нефть эшкәртеү заводы етәкселеге Тирмән-Йылғаның иң тәрән (урындағы һөйләштә — дирән) урынына техник маҡсаттарҙа ҡулланыласаҡ һыу алыу өсөн быуа быуырға ҡарар итә[1]. Исеме лә шул «дирән» тигән һүҙгә бәйле килеп сыҡҡандыр ахыры. Дирән быуаны урыҫса Тюринский тип атай башлайҙар.

Быуа ҡуйы ағастар, ҡыуаҡлыҡтар менән уратып алынған, һыуы бик таҙа. Үтә тәрән булғанға бик һирәктәр генә был һыу ятҡылығында һыу төшөргә батырсылыҡ итә. Ә бына балыҡсылар унан өҙөлмәй. Йылдың төрлө миҙгелендә лә быуа өҫтөндә балыҡсыларҙы күрергә була. Нефть эшкәртеү заводы ябылғас, Дирән быуа хужаһыҙ ҡала[2]. Әлеге ваҡытта күл буйында «Фрегат» тип аталған ял базаһы урынлашҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Никулочкин Д. В. Санаторий «Чайка»: забвение или возрождение? (рус.) // Подметки+ : газ.. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — № 21. — ISSN 2220-8348.
  2. Резяпов Н. А. О завтрашнем дне нужно помнить всегда (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2009. — 6 ноября. — № 173—174.