Эстәлеккә күсергә

Долесова Евдокия Митрофановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Долесова Евдокия Митрофановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 3 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Днепр, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 3 ғинуар 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Днепропетровск[d]
Һөнәр төрө оператор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Долесова Евдокия Митрофановна (3 март 1926 йыл — 3 ғинуар 2007 йыл) — СССР-ҙың ҡара металлургия сәнәғәте алдынғыһы. 1946—1974 йылдарҙа Днепропетровск өлкәһе Ленин исемендәге Днепропетровск торба заводының йөйһөҙ торбалар цехы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).

Евдокия Митрофановна Долесова 1926 йылдың 3 мартында Днепропетровск ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда мәктәптә уҡыуын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немец илбаҫарҙары оккупациялаған территорияла йәшәй. 1943 йылдан алып 3642-се эвакогоспиталдә һуғыш тамамланғанға тиклем ялланып эшләй.

Днепропетровск ҡалаһына 1946 йылда ҡайта. Ленин исемендәге торба заводында йөйһөҙ торбалар етештереү цехында ябай эшсе булып эшләй. 1950 йылда үтәләй тишеп тегеүсе стан операторҙары әҙерләү курстарында уҡыуын тамамлай. Был һөнәре буйынса эшләй башлай. Даими рәүештә алдынғы етештереүселәр иҫәбендә була.

1960 йылдың 7 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡара металлургияла юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрамы хөрмәтенә Долесова Евдокия Митрофановнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Герой 1974 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем заводта эшләүен дауам итә.

Днепропетровск ҡалаһында йәшәй. 2007 йылдың 3 ғинуарында вафат була, Комсомольский зыяратындағы Геройҙар Аллеяһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шевченко С., Кучеров Е., Дорошев С. Трудовая слава Днепропетровщины. - Днепропетровск, 2013.