Доломан тыҡрығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Доломан тыҡрығы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ленин районы
Оҙонлоҡ 2,7 километр

Доломан тыҡрығыДондағы Ростовтың Ленин районындағы урам

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыҡрыҡтың исеме ҡала тарихы менән бәйле. 1749 йылда бында Темерник таможняһы ойошторола, ә 12 йылдан һуң Изге Дмитрий Ростов ҡәлғәһе төҙөлә башлай. Тик 1763 йылда ғына ҡәлғәнең һәм уның тирә-яғының беренсе планы төҙөлә, унда Һалдат һәм Доломан форштадтары билдәләнә. . «Доломан», В.И.Даль һүҙлегенә ярашлы, венгр һүҙенән сыҡҡан, әммә төрөктәргә лә билдәле була. Төрөктәрҙән ул казактарға эләгә, казактар төрөктәр менән донъяуи эштәрҙә лә, шулай уҡ хәрби мөнәсәбәткә лә эйә була. Шулай итеп, был һүҙ Донда барлыҡҡа килә[1]

Тыҡрыҡ үҙенең баштағы исемен үҙгәртмәй. Октябрь революцияһына тиклем был ҡаланың ситке урамы була, унда, башлыса, ярлылар йәшәй. 1914 йылда тыҡрыҡта өс белем биреү учреждениеһы: медицина докторы И. Ткачев исемендәге мәктәп, Ломоносов исемендәге 4-се ир-аттар гимназияһы һәм 5-се ҡатын-ҡыҙҙарҙың Кирилл-Мефодий училищеһы урынлаша[1]

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыҡрыҡтың оҙонлоғо — 2720 метр[2]. 5-се Дон корпусы майҙанынан башлана, Темерницкая, Серафимович, Социалистик, Оло Баҡса, Согласие, Пушкин, Максим Горький, Красноармейская, Малюгина, Варфоломеев, Катаев, Черепахин, Халыҡ Ополчениеһы, Текучёв, Нефедов урамдарын киҫеп үтә һәм Мечников урамы киҫелешендә тамамлана. Артабан Доломан тыҡрығының дауамы булып Подтёлков урамы тора.

Объекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • З. В. Блюм йорто — Доломан, 29.
  • П. И. Степаненконың килем йорто— Доломан, 31.
  • Ростов финанс-иҡтисад колледжы — Доломан, 53.
  • «Гвардия» бизнес-үҙәге — Доломан, 70Д.
  • 5-се янғын һүндереү часы — Доломан, 132.
  • Дон МЧС музейы — Доломан, 132Б.
  • Беренсе уҡытыусыға һәйкәл — Красноармейская урамы киҫелешендә
  • Е.Е. Скордианың килем йорто (Евстафьевна Екатерина Скордиа) — Оло Баҡса урамы менән киҫешкән урында

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Доломан

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]