Эстәлеккә күсергә

Дортмунд опера театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дортмунд опера театры
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Дортмунд
Хеҙмәтләндереүсе Theater Dortmund[d]
Смежное здание Schauspielhaus Dortmund[d]
Рәсми сайт theaterdo.de
Карта
 Дортмунд опера театры Викимилектә

Дортмунд опера театры (нем. Opernhaus Dortmund) 1966 йылда асыла һәм Дортмунд Театры ойошмаһы ҡарамағында тора. Хәҙерге бинаһы 1904 йылда асылған һәм Беренсе донъя һуғышында емерелгән бинаның алмашына төҙөлгән.

Архитекторҙар Генрих Роскоттен һәм Эдгар Триттхарт модернистик стилдә театр төҙөлөшөн проектлаған[1]. Үҙ эсенә сәхнәне һәм техник зоналарҙан торған сәхнә йортон (нем. Bühnenhaus), башлыса тура мөйөшлө һәм раковина формаһындағы таяу-тышлыҡ аҫтында урынлашҡан айырым тамаша залын индерә.

Опера театрының яңы бинаһы 1966 йылдың 3 мартында асыла һәм опера, балет, концерт һәм постановкалар ҡуйыр өсөн тәғәйенләнгән бина. Уның стеналарында 1911 йылда Рихард Штраустың Рауза кавалеры опера спектакле беренсе тапҡыр башҡарылған. Вильгельм Шюхтер Дортмундтың Филармония оркестрына дирижёрлыҡ иткән[2]. Тереза Жилис-Гара Октавиан, саҡырылған артистка Элизабет Грюммер — Маршальша һәм Курт Бёме — барон Окс партияларын башҡарған. Миҙгелдең ҡалған ҡыҫҡа өлөшөндә театр сәхнәһендә Азучена ролен Федора Барбьери уйнаған Джузеппе Вердиҙың Трубадуры, Моцарттың Тылсымлы флейтаһы, Хиндемиттың Рәссам Матис һәм Иоһанн Штраустың Сиған бароны ҡуйыла.

Брехт һәм Беккеттың Галилей тормошо йәки Жан Ануйҙың Аллаһы хөрмәтенә Ҙур йорттоң (нем. Großes Haus) тәүге постановкалары булған. ГДР-ҙың Росток ҡалаһындағы Халыҡ театры унда Петер Вайстың Марат/Баҡса пьесаһын күрһәткән, һәм был «тимер шаршау» дәүерендә ғәҙәти булмаған күренеш тип ҡабул ителгән.

1973 йылдан алып 1979 йылға саҡлы театрҙың генераль музикдиректоры Марек Яновский, булған унан һуңынан был вазифаны Моше Ацмон (1996—2000) , Антон Марик, Артур Фаген, 2008 йылдан алып 2013 йылға тиклем — Стин Як биләгән. 2002 йылдан Дортмунд Филармонияһы Опера театрын концерттар өсөн файҙаланған. Йенс-Даниэль Һерцог 2011 йылдың авгусынан театры директоры[3].

Донъя премьералары һәм репертуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылда Вильгельм Шюхтер, Дортмунд ҡалаһы заказы буйынса Нелли Закс[4] драмаһы мотивтары буйынса Вальтер Штеффенстың Илаи операһы премьераһында дирижёрлыҡ иткән[5].

  1. Dortmund Opera House. structurae. Дата обращения: 4 февраль 2019.
  2. Celebrating 100 Years of Theatre Dortmund. Theater Dortmund (2004). Дата обращения: 4 февраль 2019. 2012 йыл 21 апрель архивланған.
  3. Nadine Albach. "Wir sind eine Oper für alle" (билдәһеҙ). derwesten.de (14 апрель 2010). Дата обращения: 4 февраль 2019. 2012 йыл 13 август архивланған.
  4. Walter Steffens Werke / Works (билдәһеҙ). Walter Steffens (2010). Дата обращения: 4 февраль 2019.
  5. Reinhard Febel / Werke. Casa Ricordi (2011). Дата обращения: 4 февраль 2019.