Дәүләкән интернат-лицейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләкән интернат-лицейы
Нигеҙләү датаһы июль 1965
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дәүләкән
Рәсми сайт davlinter.edusite.ru

Дәүләкән интернат-лицейы (тулы атамаһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән муниципаль районы Дәүләкән районы дөйөм белем биреү лицей-интернаты муниципаль бюджет учреждениеһы, рус. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение лицей-интернат муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән ҡалаһындағы уҡыу йорто

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләкән мәктәп-интернаты 1965 йылдың июлендә асыла, уҡытыу процесы 1966 йылдың ғинуарында башлана. Беренсе директоры — Сөләймәнов Ш. С. Интернатта Башҡортостандың 21 районынан һәм Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 10 милләт балалары уҡый. Дөйөм алғанда, интернатҡа етем, ярым етем, ата-әсә ҡарауынан ҡалған, күп балалы ғаилә балалары туплана.

1968/1969 уҡыу йылына тиклем уҡытыу башҡорт һәм рус телдәрендә параллель кластарҙа алып барыла. Башҡорт телендә уҡытыуға күсеү эҙмә-эҙ бара һәм 1975 йылда рус телендә белем алған һуңғы класс сығарыла. 1994/1995 уҡыу йылында уҡыу йорто урта (тулы) дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә.

2006 йылда интернаты булған уҡыу йорттары араһында республика конкурсында 3-сө урын яулай. 2009 йылда, эксприменталь майҙансыҡ уңышлы тамамланғас, инновацион уҡыу йорто статусы — лицей-интернат статусы бирелә.

Мәктәп Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән хеҙмәттәшлек алып бара.

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сөләймәнов Ш. С.
  • Аҡҡулова Рәсимә Әхтәм ҡыҙы (2000—2016)
  • Солтанов Артур Шәйғәрдән улы (2016 йылдан)

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]