Дәүләкән интернат-лицейы уҡытыусылары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостандың Дәүләкән районы Дәүләкән интернат-лицейының директорҙары, уҡытыусылары, тәрбиәселәр исемлеге. Исемлеккә мәктәптә кәмендә бер уҡыу йылы эшләгән директорҙар, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр инә.

Уҡытыусылары, тәрбиәселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Муллагилдин Хәлит Зиннәтулла улы 1956 йылдың 5 сентябрендә Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауылында тыуған. Башҡорт ләүләт педагогия институтының физика-математика факультетын 1979 йылда тамамлай. 1979—1999 йылдарҙа интернат-лицейҙа физиканан уҡыта. РСФСР мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә (1993).
  • Муллағолова (Яманғолова) Гөлсинә Ғәли ҡыҙы 1963 йылдың 7 февралендә Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый. 1985—1986 йылдарҙа Байназар мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1986 йылдан алып интернат-лицейҙа тәрбиәсе булып эшләй. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2015).
  • Разетдинова Вәрисә Лотфулла ҡыҙы 1953 йылдың 1 апрелендә Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. 1972 йылда Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, Иҫке Яппар ауылы мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. 1974—1975 йылдарҙа Ҡоръятмаҫ мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй. 1981 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлай. 1999—2007 йылдарҙа Дәүләкән интернат-лицейында директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була. 2007—2009 йылдарҙа биологиянан уҡыта. 2009—2015 йылдарҙа — тәрбиәсе. РСФСР мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә (1997).
  • Мәүлиәрова Раушания Миҙхәт ҡыҙы 1969 йылдың 7 майында Дәүләкән районы Яңы Аҡҡолай ауылында тыуған. 1984 йылда Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. 1987 йылда — Дүртөйлө урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы, 1995—2004 йылдарҙа Балалар спорт мәктәбендә инструктор булып эшләй. Интернат-лицейҙа 2004 йылдан. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының (2014 йыл), Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының (2014) Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
  • Матвеева Ирина Рәис ҡыҙы 1982 йылдың 11 июлендә Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Башҡорт дәүләт педагогия институтының ст телдәр факультетында юғары белем ала. Был уҡыу йортонда уҡыу осоронда һәм уны тамамлағас, Өфөлә Сит телдәрҙе өйрәнеү үҙәгендә эшләй. 2005 йылдан 2007 йылға тиклем Дәүләкән интернат-лицейында инглиз теленән уҡыта. 2007 йылдан башлап фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2015).
  • Миңлеғолов Ирек Хәмзә улы 1957 йылдың 1 ғинуарында Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуған. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай. 1979—1988 йылдарҙа Ҡаҙанғол урта мәктәбендә эшләй. 1988 йылдан алып интернат-лицейҙа география фәненән уҡыта. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (1996).
  • Аҡҡулова Рәсимә Әхтәм ҡыҙы 1955 йылдың 1 майында Әлшәй районы Ташлы ауылында тыуған. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1980—1994 йылдарҙа — Дәүләкән ҡалаһы интернат-мәктәбендә тәрбиәсе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1994—1999 йылдарҙа район мәғариф бүлегендә туған телдәр методик кабинет мөдире булып эшләй. 2000 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының (1993) Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)[1].
  • Муллагилдина (Ғайсина) Флүзә Ильяс ҡыҙы 1961 йылдың 1 февралендә Дәүләкән районы Исмәғил ауылында тыуған. 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Дәүләкән районы 2-се Ҡаҙанғол мәктәбендә башлай. 1992—2015 йылдарҙа Дәүләкән интернат-лицейында тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының (2007) Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
  • Аллағолова Хафиза Иншар ҡыҙы 1956 йылдың 6 авгусында Ейәнсура районы Этҡол ауылында тыуған. Ейәнсура районының Юлдаш һигеҙ йыллыҡ, Абзан урта мәктәптәрендә уҡый. 1985 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. 1983—1986 йылдарҙа — тәрбиәсе, ә 1986 йылдан интернат-лицейҙа математиканан уҡыта. Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы (1993).
  • Әхмәтова Гөлшат Йәҙгәр ҡыҙы 1981 йылдың 6 ғинуарында Яңы Аҡҡолай ауылында тыуған. 1998 йылда Дәүләкән интернат-лицейын тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында (ситтән тороп) уҡый. Хеҙмәт юлын Ҡаҙанғол урта мәктәбендә 2001 йылда башлай. Башланғыс кластарҙы уҡыта. 2006 йылдан Дәүләкән интернат-лицейында. 2013 йылда Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында «Иң яҡшы дәрес» номинацияһында еңеү яулай. XV, XVI республика йәш әйтешселәр конкурсында уҡыусыһы призер була. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының (2007) Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
  • Гәрәева Елена Даян ҡыҙы 1934 йылда Башҡорт АССР-ының Илеш районында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Иглин районында йүнәлтмә буйынса эш башлай. 1959—1970 йылдарҙа Дәүләкән мәғариф бүлегендә методик кабинет етәксеһе. 1970—2001 йылдарҙа Дәүләкән мәктәп-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1982).
  • Ғилманов Рифҡәт Мортаҙа улы 1934 йылдың 5 ғинуарында Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Дәүләкән педагогия училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлы Дәүләкән районы менән бәйле: РОНО инструкторы, мәктәп директоры, РОНО мөдире, Дәүләкән район Советы, Дәүләкән ҡала Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. «Хеҙмәт ветераны», «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • Миңлеғолова Сафия Мөхәмәтғәле ҡыҙы 1954 йылд 21 декабрендә тыуған. 1972—1974 йылдарҙа өлкән пионервожатый булып эшләй. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай һәм Ҡаҙанғол урта мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1988 йылдан алып интернат-лицейҙа биология һәм химиянан уҡыта. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2006), Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре (2011) исемдәренә лайыҡ була.
  • Минияров Рәүеф Килдейәр улы Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлай. Оҙаҡ йылдар мәктәптә физкультуранан уҡыта. Эш стажы — 34 йыл. Башҡортостан Республикаһының физик культура һәм спорт комитетының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
  • Абзалова Зәлифә Райман ҡыҙы (уҡытыусы)
  • Ахунова Эльвира Мидәт ҡыҙы (тәрбиәсе, уҡытыусы)
  • Байбулатова Алия Рауил ҡыҙы (уҡытыусы)
  • Вәлиева Гөлүзә Бикташ ҡыҙы (тәрбиәсе)
  • Ғәниев Фәрит Иршат улы (уҡытыусы)
  • Исмәғилева Руфина Рәүеф ҡыҙы (тәрбиәсе, педагог-психолог)
  • Ҡансурина Айгөл Ринат ҡыҙы (учитель)
  • Кәримова Альмира Рафиҡ ҡыҙы (тәрбиәсе)
  • Лоҡманова Гүзәл Ғүмәр ҡыҙы (тәрбиәсе, социаль педагог)
  • Муллағолова Флүзә Әмир ҡыҙы (тәрбиәсе)
  • Сәғитов Мөнир Рәүеф улы (уҡытыусы)
  • Сәғитова Роза Фаил ҡыҙы (уҡытыусы)
  • Сәфәрғәлина Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы (уҡытыусы)
  • Сәхәүединов Альберт Таһир улы (уҡытыусы)
  • Солтанов Азат Флүр улы (уҡытыусы)
  • Теникеева Зөлфиә Сабит ҡыҙы (уҡытыусы)
  • Фәхертдинова Эльвира Хәкимйән ҡыҙы (уҡытыусы)
  • Хәнәфина Гөлназ Таһир ҡыҙы (уҡытыусы)
  • Хисмәтуллина Гөлназ Минасип ҡыҙы (педагог-китапханасы)
  • Шәйхетдинова Эльвира Фаһим ҡыҙы (тәрбиәсе)
  • Шәрипова Гөлсәсәк Баязит ҡыҙы (учитель)
  • Шафиҡова Рүзилә Ринат ҡыҙы (география уҡытыусыһы)

Уҡытыусылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бында: Руководство. Педагогический (научно-педагогический) состав

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]