Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улы
Уҡыу көйләүҙәре
Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған урыны | Әбйәлил районы |
Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улы (14 ноябрь 1972 йыл) — бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айтуған Әхмәт улы Дәүләткирәев 1972 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған.
Өфө хореография училищеһын (1991 йыл), Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетын (2000 йыл) тамамлаған. 1993 йылдан Сибай филармонияһында балет артисы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта 1995—2003 йылдарҙа балет репетиторы, 2003—2008 йылдарҙа «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе. Репертуарында «Еҙ үксә», «Замана Байығы», «Һунар сыҡтым, ҡуян һуҡтым» яңғыҙ, «Бүләк», «Дуҫлыҡ», «Һыу буйында осрашыу» һәм башҡа дуэт бейеүҙәре бар. «Матростар бейеүе», «Молдавандар бейеүе», «Татар йәштәре бейеүе» һ.б. бейеүҙәрҙе ҡуйыусы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
- Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы (2003)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.