Эстәлеккә күсергә

Дәүләтшин Ғамир Шәйех улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтшин Ғамир Шәйех улы
Тыуған көнө

1923({{padleft:1923|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылы

Вафат булған көнө

20 декабрь 1944

Вафат булған урыны

Чехословакия Кошице ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

шағир

Дәүләтшин Ғамир Шәйех улы (1923, Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылы — 20 декабрь 1944, Чехословакия, Кошице ҡалаһы) — шағир.

1940 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөләге тарих һәм география уҡытыусыларын әҙерләү ҡыҫҡа сроклы курстарға уҡырға инә. Уҡытыусы булып эшләй.

1941 йылда армияға саҡырыла. 1942 йылдың март айында Сарапул пехота училищеһын тамамлай, кесе лейтенант званиеһында фронтҡа инә. Алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Ғамир Дәүләтшин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлығы өсөн» миҙалы менән наградлана. Капитан дәрәженә тиклем күтәрелә. Батальон командиры Ғ. Дәүләтшин 1944 йылдың 20 декабрендә Чехословакияла Кошице ҡалаһы өсөн алыштарҙа батырҙарса һәләк була[1].

Мәктәптә уҡыған саҡта шиғриәт менән мауыға башлай, шиғырҙар яҙа. 1937 йылдан алып, 14 йәшендә, «Йәш төҙөүсе» («Молодой строитель»), «Йәш коммунар» («Молодой коммунар») гәзиттәре биттәрендә баҫыла. 1940 йылда «Пионер» журналында уның беренсе хикәйәһе донъя күрә — «Ғәрәби»[2].Уның ижадында мөхәббәт һәм пейзаж темалары ла үҙ урынын ала («Төн ҡараңғы», «Кискеһен», «Ҡар», «Улар аңлар ине»). Ғамир Дәүләтшиндың әҫәрҙәре кеше тормошоноң яҡты яҡтарын тасуирлай, яҡшылыҡҡа өндәй, Ватанға һөйөүҙе сағылдыра, халыҡтың үткәне өсөн ғорурлыҡ хистәрен уята, тыуған ерҙе данлай.

Башҡортостандағы Саҡмағош районының үҙәге Саҡмағош ауылында Дәүләтшин Ғамир урамы бар.

  • [1] Давлетшин Гамир Шаихович.
  • [2] Давлетшин Гамир.