Дәүләт (Платон)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дәүләт (грек телендә — Πολιτεία) — Платондың китабы.

Платон йәмғиәттең һау-сәләмәт һәм бәхетле йәшәүе өсөн кәрәкле дәүләт моделен аңлата. Хәҙерге дәүләт фәлсәфәһе өсөн нигеҙ ташы булыуы менән мөһим. Шул уҡ ваҡытта бәхет фәлсәфәһе тураһында ла яҙылған.

Сәяси өлкәлә Платон йәмғиәттең өс ҡатлауҙан тороуы тураһындағы теорияһын дәлилләргә тырыша. Уныңса, философтар дәүләт менән идара итә; һуғышсылар дәүләтте эске һәм тышҡы дошмандарҙан һаклай; крәҫтиәндәр менән һөнәрселәр — дәүләтте материаль яҡтан тәъэмин итеүселәр. Платон дәүләттең килеп сығуы тураһында ла иғтибарға лайык фекер күтәрә. Дәүләттең ойошоу сәбәбе — ихтыяж, ти ул. Был, әлбәттә, материализм уҡ түгел, шулай ҙа идеализмдың да иң сик варианты түгел. Платон дәүләт менән идара итеүҙә өс форманы атай:

Ошо өс форманың һәр ҡайһының эсендә ул икешәр вариантты — барлығы алты вариантты күрә. Мәҫәлән, монархия ул — бер кешенең хакимлеге. Ошо форманың бер варианты — законлы монархия (батша), икенсе варианты — көсләү ысуллы монархия (тиран). Аристократия иһә — бер нисә (бер төркем) кешенең хакимлеге. Уның варианттары: яҡшы кешеләрҙең һәм насар кешеләрҙең (олигархия) хакимлеге. Демократия — күптәрҙең хакимлеге. Ул шулай ук ике варианттан торорға мөмкин: законлы һәм законһыҙ (һуңғыһы көсләү ысулы менән). Ошо формаларҙың иң ғәҙеле, Платонса, аристократия. Монархия тураһында шундай фекер әйтелә: батшалар философ булырға, философтар батша булырга тейештәр… Платон һәр саҡ бик ныҡ асыулы, ярһыулы «ҡара халыҡҡа» ҡаршы сыға. Һуғышсыларҙы ла ул, «өсөнсө ҡатлау кешеләре» тип ҡарамаһа ла, уларҙың «игелеген» идара итеүсе философтарга баш эйеп, бойһоноп хеҙмәт итеүҙә күрә. Платондың был ҡарашын K. Маркс үзенең «Капитал» тигән хеҙмәтендә тәнҡит итә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. К. Маркс. Капитал.— T. 1.— M., 1955.— C. 375

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философияның нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек.  (тат.)