Эстәлеккә күсергә

Винокуров Евгений Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Евгений Винокуров битенән йүнәлтелде)
Винокуров Евгений Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 декабрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы

Винокуров Евгений Александрович (15 декабрь 1946 йыл) — рәссам. 1992—2004 йылдарҙа Өфө сәнғәт галереяһы директоры урынбаҫары. 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы.

Евгений Александрович Винокуров 1946 йылдың 15 декабрендә Өфөлә тыуған.

Өфөнөң 2-се Балалар сәнғәт мәктәбенең киске бүлегендә һынлы сәнғәт техникаһына уҡый (А. Э. Тюлькин исемендәне мәктәп).

Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы А. Э. Тюлькиндың эйәрсене булараҡ билдәле, әммә шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси һәм танылған алымына эйә.

1969 йылдан Өфө предприятиеларында рәссам булып эшләй, 1986—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ҡарамағындағы Тарих һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса комиссия рәйесе, 1992—2004 йылдарҙа — Өфө сәнғәт галереяһы директоры урынбаҫары. 80-се йылдар аҙағынан — Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы. Аксаков фондының идара ағзаһы.

Евгений Александрович — «Инйәр» ижади төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе, (1991).

Рәссамдың эштәре Башҡорт дәүләт художество музейында, Өфө сәнғәт галереяһында, Нижневартовск картиналар галереяһында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Каруанһарайһы һүтеүгә ҡаршы өмәләрҙә һәм һаҡлау акцияһында ҡатнаша, шунда уҡ Элеонора менән таныша, уларҙың ҡыҙы Дарья бар (1992 йылда тыуған). Винокурова Светлана менән беренсе никахтан ҡыҙы Ольга булған (1970 йылда тыуған) һәм ейәнсәре София (2001 йыл тыуған) бар.

Александрович Евгений Винокуров — 1974 йылдан күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, 2001 йылдан — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә.

1974 йылдан төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙең әүҙем экспоненты. Улар иҫәбендә — «Слова о полку Игореве» әҫәренең 400- йыллығына «Памятники Отечества» (1986), «Вояж» («Инйәр» төрөкөмө һәм Мәскәү-Париж-Нью-Йоркта «Март» , 1992), Христос Раштыуаһының 2000-йыллығына (Мәскәү, 2000), Башҡортостан Республикаһының рәссамдары әҫәрҙәре беренсе концептуаль күргәҙмәһе «Сияние лун» (Өфө, 2001), Өфөлә өс тапҡыр"Акварельная весна" Республика күргәҙмәһе, шулай уҡ Белорет, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Парижда.

Ҡалаларҙа шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1981, 1993, 1996, 1999, 2004, 2010, 2016), Мәскәү (1991, 1992), Бәләбәй (1996), Нефтекама, Белорет (1998), Стәрлетамаҡ (2000), Ырымбур, Орск (икеһе лә — 2005), Златоуст, Магнитогорск (2006).

«Золотые холмы» (1978), «Пора зелёных трав» (1982), «Уфа. Весна на окраине» (1983), «Ника» (1982), «Уральский букет» (1987), «Оклад» (1996), «Монастырь» (1992), «Курган на Волхове» (1996), «Напутствие» (1986), «Вознесение» (1988), «Курган на Волхове» (1997), «На краю Европы» (2000), «Мост», «Ямской слободе».

Өфөлә «Эре панеллы йорттар төҙөү» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (1972) биналары фасадында мозаикалы панно һәм «Баштехинформ» комплексы (1974); Ҡурсаҡ театры өсөн шәмдәлдәр һәм декоратив сәғәттәр (1981), Никах һарайы залында семәрле ишектәр (1986), «Нур» театры өсөн шәмдәл һәм шаршау эскиздары (1999).

Ағастан биҙәктәр буйынса — «Берегини» декоратив күләменә триптих (1997).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (22 май 2014 йыл) — өлгәшкән хеҙмәт ҡазаныштары, Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешенә, Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуға зур өлөш кертеүе, гуманитар өлкәләге ҡазаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге[1]өсөн.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997)
  1. Указ Президента Российской Федерации от 22 мая 2014 года № 356 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йыл 23 май архивланған.