Еврипид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бюст, Еврипид, 330 до н. э.

Еврипи́д (Эврипи́д, бор. грек. Εὐριπίδης, лат. Euripides, б.э.т. яҡынса 480 й., Афина — б.э.т. 406 й., Македония), боронғо грек драматургы. 90-ға яҡын трагедия (17-һе һаҡланған) һәм «Киклоп» («Циклоп») сатирик драмаһы авторы. Рационалист һәм скептик булараҡ, Е. мифол., этик һәм традицион нормаларҙы шик аҫтына ҡуя. Әҫәрҙәрендә геройҙарҙың эске донъяһын һүрәтләүгә ҙур урын бирелә. «Медея» трагедияһы Х. Т. Бикҡоловтың башҡ. теленә тәржемәһендә 1990 й. Башҡорт драма театрында ҡуйыла (реж. О. Ш. Еркимбаева).

Еврипидтың атаһы Мнесарх хөрмәтле һәм бай кеше булған, әсәһе Клейто йәшелсә һатыу менән шөғөлләнгән. Бала саҡта Еврипид гимнастика менән мауыҡҡан. Малайҙар араһындағы ярышта еңгәс, Олимпия уйындарына эләгергә теләге булған, ләкин йәше буйынса үтмәгән. Еврипид бик яҡшы белем алған, күрәһең, уҡытыусыһы Анаксагор булған, шулай уҡ ул Продикты, Протагорҙы һәм Сократты белгән.

Йәмәғәт эштәренән Сиракузға (Сицилия) илселектә ҡатнашыуын атайҙар.

Тәүге пьесаһы «Пелиад» сәхнәгә б. э. т. 455 йылда сыҡҡан, әммә судьялар менән бәхәс арҡаһында еңмәгән. Оҫталыҡ өсөн беренсе бүләкте Еврипид б. э. т. 441 йылда алған һәм шул ваҡыттан алып вафатына тиклем ижад иткән.

Ғаилә тормошо уңышһыҙлыҡҡа тарыған. Беренсе ҡатыны Хлоиринанан өс улы тыуған, әммә бисәһенең хыянаты арҡаһында айырылған. Икенсе ҡатыны Мелитта ла тәүгеһенән яҡшыраҡ булмай сыҡҡан. Б. э. т. 408 й. Еврипид Афинанан Македонияға күсеп киткән. Үлеменең сәбәбен төрлөсә атайҙар. Хәҙерге заман версияһы буйынса, 75 йәшлек Еврипидтың организмы Македонияның ҡаты ҡышын күтәрә алмаған.

Сидящий Еврипид из Лувра, римская статуя II в.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.