Егауыҙы (тау)
Егауыҙы | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Егауыҙы — Урта Уралдың көньяғындағы тау. Екатеринбургтан 150 км алыҫлыҡта, Силәбе өлкәһенең төньяғында, Ҡыштым ҡалаһынан көнбайышта урынлашҡан. Һыуғомаҡ тауы менән берҙәм тау массивы төҙөй.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Егауыҙы тауы Һыуғомаҡ йылғаһының урта өлөшөндә һул яҡ ярында, Ҡыштым ҡалаһы эргәһендә, Екатеринбург — Силәбе тимер юлының Кувалжиха станцияһынан 2,5 км көнбайыш-көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Бейеклеге 608 м. Башлыса граниттан һәм сиениттарҙан тора. Ҡатнаш урман менән ҡапланған. Түбәһенән матур күренеш асыла. Итәгендә «Гора Егоза» тау саңғыһы үҙәге эшләй. Көнсығыш итәгендә «Егозинское Бунгало» һәм «На Тихих Прудах» исемле ҡунаҡ йорттары төҙөлгән. Күрше Һыуғомаҡ тауы менән бергә Ҡыштым ҡалаһының гербына ингән[2].
«ЕГОЗИНСКОЕ БУНГАЛО» ҡунаҡ йорто Екатеринбург — Силәбе тимер юлының Кувалжиха станцияһынан 2 км көньяҡта, «Гора Егоза» тау саңғыһы үҙәге эргәһендә урынлашҡан. 16 кешегә иҫәпләнгән. Мунса, һыбай йөрөү, ҡаргиҙәрҙә һәм квадроциклдарҙа Һыуғомаҡ мәмерйәһенә, тауға һәм Аракүл күленә экскурсиялар тәҡдим ителә[2].
Топонимикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атамаһы ек — «ер (тау) ярығы», «тау араһы» һәм ауыҙы — «инеү», «тамаҡ», «горловина», «ауыҙ», йәғни «вход в межгорье» (һүҙмә-һүҙ «тау араһы ауыҙы») һүҙҙәренән төҙөлгән башҡорт топонимын урыҫ теленә күсереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Түбән йылға үҙәне, ысынлап та тау массивтары системаһына асыҡ ишек булып тора. Аңлашылмаған Екауыҙ, Екаҙ, Егауыҙы тигән башҡорт исемдәре урыҫ күскенселәре тарафынан, тауыш оҡшашлығы буйынса, «Егоза» һүҙенә яҡынайтыла. 1931 йылғы СССР-ҙың торф фонды картаһында Ҡыштым ҡалаһы биләмәһендәге йылғаның һәм тимер юл разъезының Еказа исем формаһы осрай[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области (топонимика Челябинской области). Энциклопедия . 2012 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ГЛЦ «Гора Егоза»
- Гора Егоза. 3d панорама, снятая над вершиной горы — http://fly-ural.ru/gora-egoza/
- УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия