Егәнлек (Туҡ ҡушылдығы)
Егәнлек | |
Ҡайҙа ҡоя | Туҡ |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Корча[d] һәм Тирәкле (Егәнлек ҡушылдығы) |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 483 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 49 km |
Егәнлек — Ырымбур өлкәһендәге йылға, Туҡ ҡушылдығы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский, Александровский районындағы йылға. Туҡ йылғаһына уң яҡтан барып ҡушыла (Туҡтың башланған урынынан 180 км үрҙәрәк). Егәнлек йылғаһының оҙонлоғо- 49 км.
Башҡортса «екән»- күл, йылға буйҙарында үҫә торған үлән. «Екәнлек», йәки «егәннек»- екән, егән үҫкән урын. Топонимдарҙы тәү сиратта ерле халыҡ теленә бәйләп өйрәнеү зарур тип иҫәпләгән тикшереүселәр күпселекте тәшкил итә.
Ләкин был топонимды фин-уғыр телдәрендәге һүҙҙәр менән бәйләүселәр ҙә бар (хант телендә «ёхан» — «йылға», «инеш», мари телендә «йогы» — «ағым»)[2]).
Ҡушылдыҡтары: Сәйәпән (?) шишмәһе , Корча и Тирәкле.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Түбәнге Волга бассейны округына инә. Йылға һыу участогы — Сорочинск гидроузелынан алып Һамар йылғаһы Елшән һыу үлсәгес посына тиклем. Йылға ярымбассейны юҡ. Төп йылға бассейны —Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып, Каспийға ҡойғансы Волга йылғаһы[3].
Һыу ресурстары федераль агентлығының РФ биләмәһен һыу хужалығы буйынса районлаштырыу геоинформацион системаһы мәғлүмәттәре буйынса<ref name='МПР России'>Государственный водный реестр РФ: Зиганнек . Архивировано 21 август 2012 года.:
- Һыу объектының дәүләт һыу реестрындағы коды — 11010001012112100006884
- Гидрологик тикшереү буйынса коды (ГИ) — 112100688
- Бассейн коды — 11.01.00.010
- ГИ буйынса том һаны— 12
- ГИ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык, 2002, с. 51.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;МПР России
төшөрмәләре өсөн текст юҡ