Эстәлеккә күсергә

Тәнәй (Һамар ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәнәй
Ҡайҙа ҡоя Һамар (Волга ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 20 km
Карта

Тәнәй (рус. Танеевка) — Рәсәйҙәге йылға, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ районы биләмәләрендә аға. Һамар йылғаһының уң ҡушылдығы.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәнәй — башҡорт телендә:1.сабый бала, бәпес; 2. йәшкә кесе туған; 3 ҡәйнеш[1]. Шулай уҡ антропонимдан булыуы ихтимал.

Санскритта : tanu — тело (1.есем; 2.кәүҙә, тән), лицо (бит, йөҙ; сырай, ҡиәфәт), особа (бер кеше); tanu-ja — сын (ул кеше, малай), tәnu-ja — дочь (ҡыҙ бала); tanaya, tana — потомство, дитя (тоҡом, нәҫел, бала).

Быҙаулыҡ районы сайтынан: Ҡайһы бер боронғо географик карталарҙа Тонеевка тип күрһәтелгән. «Тоня, тоненье» (балыҡ тотоу урыны) һүҙенән алынған тигән версия бар. Балыҡ ҡармаҡлау өсөн сәстән үрелгән ҡармаҡ ебен дә «Тонька» тигәндәр. Аҡылдау һөйләше йоғонтоһонда фонетик яҡтан үҙгәреп, Танеевкаға әйләнгән, тип фаразлана[2].

Тәнәй йылғаһы башы Лисья Поляна ҡасабаһынан көнбайышыраҡ ята. Төньяҡ-көнбайыш тарафтарына, һуңғараҡ көньяҡҡа борола һәм артабан урмандар аша аға. Чуфарово ауылы тирәһендә ҡарағай урманы эсенән ағып үтә. Йылға тамағы Палимовка ауылынан төньяҡтараҡ һаҙлыҡтарға инеп юҡҡа сыға. Йылға оҙонлоғо 20 км, бассейны майҙаны — 73,9 км²[3].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Түбәнге Волга бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һамар йылғаһы, Елшанка ауылы янындағы Сорочинск гидроузеленән һыу үлсәү посына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Волга Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлыгы мәғлүмәттәре буйынса:[4]

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100007379

— Гидрологик өйрәнү (ГӨ) буенча коды — 112100737

— Бассейн коды — 11.01.00.010

— ГӨ буйынса һаны — 12

— ГӨ буйынса сығарылышы — 1

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 445-се бит.
  2. НАЗВАНИЯ НА БУЗУЛУКСКОЙ КАРТЕ 2020 йыл 19 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 «Танеевка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. РФ су реестры мәгълүматлары: Танеевка.