Ишәле (Туҡ ҡушылдығы)
Ишәле | |
Ҡайҙа ҡоя | Туҡ |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 66,7 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 17 km |
Ишәле — Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районындағы йылға, Туҡ йылғаһы ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо- 17 км; бассейны майҙаны — 66,7 км²[2].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның башы Кла́ссен ере тип йөрөтөлгән урындан йыраҡ түгел ( Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы). Йылға инеше диңгеҙ кимәленән 174 м бейеклектә ятҡан ҡалҡыулыҡтан ағып төшә, Туҡ йылғаһының башынан 103 км алыҫлыҡта Чапаевка ере тигән урында Туҡҡа ҡушыла. Йылға тамағының бейеклеге— диңгеҙ кимәленән 83 м.
Ишәле- кеше исеме, антропоним.Бәлки йылға Ишәле тигән кеше исемен йөрөтәлер. Икенсе фараз- «ишәләнеү»- борғосланыу (извиваться).
Бассейны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Василько́вка инеше (оҙонлоғо — 1114 м)
- Ишәле быуаһы (Ишалка ҡасабаһы янында, йылға тамағына 7886 м ҡала;һыу өҫтө майҙаны— 126 300 м²)
- Ильи́нка йылғаһы (6238 м)
— Ильи́нский быуаһы (Ильинка ере тигән ерҙә, Ильинка йылғаһы тамағынан 3660 м алыҫлыҡта;һыу өҫтө майҙаны— 55 970 м²)
— Урта ялан (Средний дол) шишмәһе (3995 м)
— Ильи́нский шишмәһе (1138 м)
- Имәнлек шишмәһе (Дубовый) (1702 м)
— Уҫаҡлыҡ яланы (Осиновый дол) (597 м)
- Кла́ссен шишмәһе (818 м)
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан( Һамар һыу хужалығы участкаһы Сорочинск гидроузелынан алып Быҙаулыҡ районындағы Елшанка һыу үлсәгес посына тиклем). Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып Каспий диңгеҙенә тиклемге Волга йылғаһы бассейнына инә [2].
Иҫкәрәмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 «Река без названия, у с. Чапаевки» — информация об объекте в Государственном водном реестре
Топографик карталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лист карты N-39-119 Плешаново. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1992 г.