Ейәнсура музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ейәнсура тарих-крайҙы өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 25.06.1989
Урынлашыуы Башҡортостан, Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы, К. Маркс ур., 1
Директор Душанбаева Гульшат Миннигалиевна
Сайт museum.ru/M1169

Ейәнсурв музейы — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында урынлашҡан музей. 1989 йылда 1‑се һәм 2‑се урта мәктәп тарих уҡытыусылары һәм уҡыусылар йыйған экспонаттар нигеҙендә башта ике мәктәптә, һуңғараҡ был мәктәп музейҙары берләштерелеп, райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола.

19912006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалына әйләнә. Музей фондында 2 меңдән ашыу экспонат — һаҡлау берәмеге иҫәптә тора. Улар араһында үҙешмәкәр рәссам Н. Х. Фәйрушиндың картиналары, таксидермист Ҡ. С. Янбаевтың хайуан толоптары коллекцияһы, Эйек йылғаһы буйында табылған мамонт һөйәктәре бар. Музейҙың 4 залында тәбиғәт, этнография, халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм район тарихы экспозицияларынан торған бүлектәр эшләп килә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]