Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 25.06.1989 |
Урынлашыуы | Башҡортостан, Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы, К. Маркс ур., 1 |
Сайт | museum.ru/M1169 |
Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында урынлашҡан.[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылдың 25 июнендә райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ асыла. Музей 1‑се һәм 2‑се урта мәктәп музейҙары берләштерелеп ойошторола. Мәктәп музейҙары етәксәләре Р.С. Лотфуллина һәм И.И. Третьякова, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары йыйған экспонаттар район музей фонды нигеҙен тәшкил итә. Район музейен ойоштороуҙа К.С. Янбаев, М.С. Тулебаев, Л.В. Сафронов, Б.Д. Маһәҙиев, С.С. Мырҙабулатова, Н.Г. Бикбаев ҙур өлөш индерә. Музейҙың беренсе директоры булып Нәжметдин Танһыҡҡужа улы Хәсәнов тәғәйәнләнә.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары менән 1991 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы статусы бирелә[2].
2006 йылда Ейәнсура районы муниципаль район ҡарамағына ҡайтарыла һәм үҙ аллы юридик шәхес итеп теркәлә. Рәсми исеме — Муниципаль автоном мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы «Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы».
Музей директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 06.1989—06.1995 — Нәжметдин Танһыҡҡужа улы Хәсәнов. Башҡорт энциклопедияһы мәҡәләһендә директор булып 1985—1996 йылдарҙа эшләгән, тип күрһәтелә.[3]
- 06.1995-01.2007 — Илгиз Рафиҡ улы Фәйзуллин
- 01.2007-2008 — Иршат Бикбулат улы Ейәнбирҙин
- 05.2008-08.2009 — Тәнзилә Миннибай ҡыҙы Абдрахманова
- 09.2009-07.2010 — Гөлсиә Рәүил ҡыҙы Рәмова
- 08.2010 башлап — Гөлшат Минниғәле ҡыҙы Дүшәнбаева.
Уның декрет ялы ваҡытында 01.2019-082019 — Заһир Абдулла улы Ураҙаҡов, 10.2019 башлап — Миҙхәт Хаммат улы Асылбаев
Музей фонды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей фондында 2 меңдән ашыу экспонат — һаҡлау берәмеге бар. Район тарихын, географияһын, хайуандарын һәм үҫемлектәрен, урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен тасуирлаған экспонаттар, районы тупрағы һәм таштары өлгөләре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре һәм фоторәсемдәре коллекциялары һаҡлана. Улар араһында үҙешмәкәр рәссам Н. Х. Фәйрушиндың картиналары, таксидермист Ҡ. С. Янбаевтың хайуан, ҡош, балыҡ толоптары коллекцияһы, Эйек йылғаһы буйында табылған мамонт һөйәктәре бар.
Экспонаттар музейҙың биш тематик күргәҙмә залында урын алған.
- 1-се зал — «Тыуған яҡ тәбиғәте» күргәҙмәһе
- 2-се зал — «Ейәнсура районы тарихы» күргәҙмәһе
- 3-сө зал — «Хәрби Дан» күргәҙмәһе
- 4-се зал — «Районда йәшәгән халыҡтарҙың көнкүреше һәм хужалыҡ әйберҙәре» күргәҙмәһе
- 5-се зал — «Халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте» күргәҙмәһе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ейәнсура музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының ҡарары, 28.01.1991 йыл № 630.
- ↑ ХӘСӘНОВ Нәжметдин Танһыҡҡужа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ейәнсура музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Вконтанкте» социаль селтәрендә Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы сәхифәһе
- Ейәнсура районының мәҙәниәт бүлеге сайтында Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тураһында белешмә (рус.)
- «Музеи России» сайтында Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тураһында белешмә (2012 йылғы) (рус.)
- Музей асылыу тарихы Ютуб каналында һүрәтләмә. Авторы Лина Ҡылысбавеа.