Эстәлеккә күсергә

Екатеринослав тау институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Екатеринослав тау институты
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Днепр

Екатеринослав тау институтының — рус. Екатеринославский горный институт — Рәсәй империяһының Екатеринослав юғары тау училищеһы базаһында ойошторолған юғары уҡыу йорто[1].

1884 йылда Кривой Рог һәм Донбассты тоташтырған Екатерина тимер юлын файҙаланыуға тапшырыу Днепр буйы сәнәғәтенең үҫеше өсөн ҡеүәтле этәргес биргән.

1896 йылдың 26 ғинуарында Ҡала Думаһы гласныйҙары Екатеринославта тау институты асыу тураһында мәсьәлә күтәрә. Оҙаҡ хәл ителмәй ятҡандан һуң 1899 йылдың 4 июнендә Екатеринослав Юғары тау училищеһы тураһында «Положение» раҫланған: Петербургта ил көньяғына институт түгел, ә ғәмәли белгестәр әҙерләүсе училище кәрәк тип тапҡандар.

1899 йылдың 30 сентябрендә (12 октябрҙә) Потёмкино һарайында Екатеринослав юғары тау училищеһын асыу тантанаһы уҙа. Училищеның шәхси биналаһы булмай әле, Дворяндар йыйылышы училищеға тәүге ике уҡыу йылына һарайҙың биналарын биреп тора. 1900 йылдың апрелендә училищеның уҡыу корпустары төҙөлә башлай

Әммә башҡаларҙан айырмалы рәүештә Рәсәй Екатеринослав тау училищеһы Юғары училище тип атала. Училищеға инеү өсөн урта белемгә эйә булыу талап ителә.

Екатеринослав юғары тау училищеһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау училищеһының беренсе директоры итеп инженер С. Н.. Сучков (1899—1908), ә икенсеһе — геолог профессор Н. И. Лебедев ҡуйылған.

Училищела уҡытылған фәндәр: 1) дин тәғлимәте, 2) юғары математика, 3) аналитик механика, 4) төҙөлөш механикаһы, 5) ғәмәли механика, 6) тау-завод механикаһы, 7) физика, 8) электротехника, 9) химия, 10) минералогия, 11)геология һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтары тураһында тәғлимәт, 12) геодезия, 13) тау сәнғәте, 14) таш күмер һәм мәғдән байытыу, 15) маркшейдер сәнғәте, 16) төҙөлөш сәнғәте, 17) металлургия, 18) металдар технологияһы, 19) һыҙма һәм геометрия, 20) хисапсылыҡ һәм тау-завод хужалығы, 21) тау ҡануниәте 22) 3 сит телдең береһенә техник тәржемә 23) бәхетһеҙ осраҡтарҙа ярҙам күрһәтеү. Һынауҙы үтә алған һәм проектын яҡлаған тамамлаусыға тау технигы дипломы бирелгән[2]

Тау-сәнәғәт предприятиеларында 2 йылдан ашыу хеҙмәт иткәндән һуң , тау техниктары Тау институтының 3-сө һәм юғары курстарына имтихан тота йәки тау инженеры исеменә лайыҡ була ала.

1903 йылдың 25 майында император Николай II Дәүләт Советының Екатеринослав училищеһында белем биреү ваҡытын 4 йылға тиклем арттырыу һәм сығарылыш уҡыусыларына мәғдәнселек инженеры һәм инженер-металлур исеме биреү тураһындағы ҡарарын раҫлай. Ҡарар (1903) училищены юғары белем биреү учреждениеһы кимәленә сығара[3]. Училище штаты 104350 һум күләмендә билдәләнгән. Уҡыу әсбаптары 1 ғинуарға төп һәм уҡыу китапханаларынан, 13 кабинеттан һәм 2 лабораториянан торған.

1903 йылда курсты — 16 инженер, 1904 йылда — 20 инженер тамамлаған. 1905 йылдың 1 ғинуарына училищела 258 уҡыусы иҫәпләнгән (160 ҡала бүлексәһендә һәм 98 завод бүлексәһендә)

1903—1917 йылдар дауамында барыһы 457 кеше институт тамамлап, инженер дәрәжәһе ала.

XIX—XX быуаттарҙа Екатеринославта иң ҙур төҙөлөш комплексы — юғары тау училищеһы комплексын төҙөү була. 1900 йылдың 19 авгусында[4] училище бинаһы эргәһендәге Ҡала думаһы (1898) участкаһында тантаналы рәүештә, ғибәҙәттәр менән ике : төп һәм химик корпус һалыу башлана.[5]

1910-сы йылдарҙа училищеның профессор советы Тау институтын үҙгәртеп ҡорорға һәм уға император Петр исемле исем биререргә тигән тәҡдим менән сығыш яһай. Ике йылдан һуң ғына был үтенес ҡәнәғәтләндерелә.

Император Бөйөк Пётр тау институты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1912 йылдың июлендә Екатеринославское Юғары тау училищеһы Бөйөк Пётр тау институтына үҙгәртелә. Бюджеттан комплекс төҙөүгә 1125370 һум бүленгән.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында төп корпуста лазарет урынлашҡан. Граждандар һуғышы осоронда ла бында дәрестәр үткәрелмәй.

1921 йылда институт йәнә эшләй башлай, әммә инде большевик Артём исеме менән атала, уның тау сәнәғәтенә мөнәсәбәте, ябай кешеләргә хәбәр ителеүенсә, «тау эше менән ҡыҙыҡһыныу» кимәлендә генә булған[5]

  1. В настоящее время (в результате преобразований) правопреемником Екатеринославского горного института Российской империи является Днепровская политехника.
  2. Екатеринославское высшее горное училище // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Таким образом ни одного выпуска техников из училища не состоялось.
  4. Место на Соборной горе, там, где ещё в середине ХІХ века располагалась Ярмарочная площадь
  5. 5,0 5,1 Екатеринославское горное училище
  • К 110-й годовщине со дня основания национального горного университета (неопр.). Солодянкин А. В. (2009). Дата обращения: 9 ноября 2018.
  • Екатеринославское горное училище (неопр.). Шукач (12 февраля 2013). Дата обращения: 9 ноября 2018.